Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Абҙаҡтар уңайлы, матур тормош яҡлы

Бының өсөн үҙҙәре күп көс һала.

Бөгөн барыһы ла лайыҡлы, уңайлы тормошта йәшәргә, балалар үҫтерергә тырыша. Был йәһәттән ҡала халҡы ғына түгел, ауылдыҡылар ҙа берҙәй әүҙемлек күрһәтә. Күңелендә ғәме, сәме булғандар үҙҙәренең мәнфәғәтен генә ҡайғыртмай, ә ауылға ҡағылышлы дөйөм проблемалар уртаһында ҡайнап йәшәй. Уларға уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө дәүләт программалары ярҙамға килә.

Быйыл Белорет районының Абҙаҡ ауылы биләмәһе лә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” республика программаһына ҡушылды. Тәүге тапҡыр булһа ла, ауылдаштар һынатманы һәм уртаҡ ҡарарға килеп, тағылмалары менән “МТЗ 82.1” тракторы һатып алыуға өлгәште. Техника бер миллион 700 мең һумға төштө. Уның 230 меңен ауыл халҡы үҙе, 270 меңен бағыусылар йыйһа, бер миллион һумы — республика, 200 мең һумы район бюджетынан бүленде.

Абҙаҡтар был мөһим ваҡиға­ны байрам ойоштороп билдәләп үтте. Ҡунаҡтарҙы тышта, төрлө төҫтәге шарҙар менән биҙәлгән трактор янында ҡаршы алғас, барыһы ла клубҡа ағылды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев ҡыҫҡаса дөйөм мәсьәләләр менән таныш­тырғас, тракторға аҡса йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән ауылдаш­тарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм артабан да кәңәшләшеп, бергәләп эшләргә саҡырҙы.

Хакимиәт башлығы киләһе йылда ла дәүләт программаһында ҡатнашып, ауылда балалар майҙансығы эшләргә тәҡдим итте. Халыҡтан төрлө фекерҙәр ишетелде. Кемдер ауылда йәйәүлеләр һуҡмағы булды­райыҡ тиһә, икенсе берәүҙәр балаларҙың ғына түгел, оло­ларҙың да дөйөм ҡулланы­лыштағы әйберҙәргә һаҡсыл булмауын белдерҙе.

Балалар майҙансығы төҙөү өсөн кәмендә 800 мең һум тирәһе аҡса кәрәк. Йыйылышҡа килгән халыҡ ҡиммәтерәк хаҡҡа яҡшыраҡ, сифатлыраҡ майҙан­сыҡ эшләргә тәҡдим итте. Ауылдаштарҙың был теләге бер тауыштан хупланып нығытылды һәм, эште оҙаҡҡа һуҙмай, шунда уҡ инициативалы төркөм тө­ҙөлдө. Хакимиәт ошо көндәрҙә ауылда бер миллион һумлыҡ балалар майҙансығы төҙөү буйынса конкурста ҡатнашыу өсөн документтар әҙерләй баш­лая­саҡ.

Программа талаптарына ярашлы, ғәҙәттәгесә, сумманың бер өлөшөн халыҡ һәм бағыу­сылар йыйһа, икенсе өлөшө республика һәм район ҡаҙнаһынан бүленәсәк. Конкурсты уңышлы үтеп, ниәттәр тормошҡа ашһа, ауыл амбулаторияһы һәм хоккей майҙансығы янындағы участкала заманса балалар майҙансығы сафҡа индереләсәк. Был урын балалар майҙансығы төҙөү өсөн рәсмиләштерелгән дә инде.

Абҙаҡтарҙы тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр көтә: быйыл ауылда 140 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла төҙөлә башлаясаҡ. Кескәйҙәр учреж­дениеһы “Башҡортостан Респуб­ликаһының 100 йыллығына — 100 объект” программаһына ярашлы төҙөләсәк. 96 миллион һумға иҫәпләнгән төҙөлөштө бер йылда тамамлау планлаштырыла. Балалар өсөн шундай уңайлыҡтар булдырылғанда, йәштәр ҙә һынатмаҫ, демография мәсьәләһе лә ыңғай, ауыл киләсәге лә яҡты булыр тигән ышаныс арта.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105