Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тотош ҡала ус төбөндәгеләй

Был хеҙмәттең эше күҙгә күренмәһә лә, бик мөһим.

– Ҡотҡарығыҙ, кеше һыуға батты! – тип ҡысҡырыша көтөлмәгән хәлгә албырғап ҡалған ярҙағылар. Кемдер – таныштарына, кемдер полицияға шылтырата, нисек бәләгә тарыған кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға тип ҡаңғыралар. Бындай ығы-зығылы, тетрәндергес хәлгә юлығырға яҙмаһын, әммә донъя булғас, яҡшыһы ла, яманы ла бергә йөрөй. Кемдер бәшмәк эҙләп урманда аҙашҡан, ҡайҙалыр “ҡыҙыл әтәс” йортто ялмай, юл хәрәкәте һәләкәттәре менән көн дә тиерлек осрашабыҙ.

Тәүлек әйләнәһенә ҡаланың хәүеф­һеҙ­леге һағында торған хеҙмәт хаҡында күптәр ныҡлап белмәйҙер ҙә әле. Ишеткән хәлдә лә, уның эш тәртибен, бурыстарын тулыһынса күҙ алдына килтерә алмайҙыр.

– Кисә ҡалала ике урында янғын сыҡты. Диспетчерҙарҙың тиҙ эш итеүе, дөрөҫ йүнәлеш биреүе һөҙөмтәһендә был күңелһеҙ хәл оло бәлә-ҡазаға олғашмай ҡалды, – ти Стәрлетамаҡ ҡалаһының Берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте начальнигы Наталья Кручинина. – Күбеһенсә техник белемле, ихтыяр көсө ныҡ булған кешеләрҙе эшкә алырға тырышабыҙ, сөнки хеҙмәтебеҙ шуны талап итә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының Берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте биләмәләге бөтә диспетчер хеҙмәттәрен үҙ ҡарамағы аҫтына алған. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә мәсьәләне тиҙ хәл итеү юлдарын табыу, дөрөҫ мәғлүмәт биреү, оператив хәбәр итеү, бөтә ашығыс хеҙмәттәрҙе аяҡҡа баҫтырыу – барыһы ла улар яуаплылығында. Ҡала һәм халыҡ тормошондағы һәм эшмәкәрлегендәге бөтә мәғлүмәт тап ошо диспетчер үҙәгенә килә. Күп функциялы хеҙмәт иң яҡшы техника менән йыһазландырылған, ҡалалағы бөтә видеокүҙәтеү системаһына тоташтырылған, транспорт хәрәкәте көҙгөләй асыҡ күренә.

– Бер сменала дүрт кеше эшләй. Бер үк һорау менән тиҫтәләгән кешенең шылтыратыуы мөмкин. Ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда үҙен тыныс тота алмаған, ығы-зығы тыуҙырған, тауыш күтәргән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә була. Көсөргәнеште йомшартырға, тулы мәғлүмәт алырға өйрәнеүҙән тыш, тейешле структураларға ваҡиғаның киҫкенлеген дөрөҫ еткереү зарур. Мәсьәләне хәл итеү өсөн үҙеңә был өлкәлә балыҡтай йөҙә белеү кәрәк. Эш еңелдән түгел, әммә беҙ уны яратып башҡарабыҙ, ҡаланың ҡайнап торған ҡаҙанында хеҙмәтебеҙҙең мөһим урын алыуын аңлайбыҙ, – ти уяу диспетчер ҡыҙҙар Роза Ғәлиева менән Әлмира Камалова.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өс бала һәләк булған

Өс бала һәләк булған 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазыла фажиғә: бөгөн төндә Ҡандра ауылында өс кескәй бала янғында һәләк булған....

Тотош уҡырға 17

Әсәләре күңел асҡан

Әсәләре күңел асҡан 16.12.2018 // Йәмғиәт

Туймазы районының Ҡандра ауылындағы янғында дүрт һәм ике йәштәрҙәге өс баланың ғүмере ҡыйылған....

Тотош уҡырға 32

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр

Ҡарға ҡытлыҡ, тиҙәр 16.12.2018 // Йәмғиәт

Бөтә донъяны ап-аҡҡа күмеп ҡар яуа, тауҙар өйөлә... Үкенескә ҡаршы, әлегә был турала хыялланырға...

Тотош уҡырға 14

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә

Бәхет өсөн ябай ғына нәмәләр ҙә етә 16.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡатыны Каринэ Хәбирова кисә...

Тотош уҡырға 17

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 52

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 84

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 76

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 123

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 157

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 69

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 81

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 52