Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйланырға урын бар

Ирекле тест үтеүҙең сиктәре киңәйеүенә өмөт ҙур.

...Компьютерҙар алдында ултырған олпат йәштәге водителдәр имтиханға инергә йыйынған студенттарҙай тоя үҙҙәрен. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында пассажирҙар йөрөтөүҙә ҙур тәжрибә туплаған ир-егеттәр бөгөн, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ юлдар” федераль проектына ярашлы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүгә ирекле теста ҡатнашырға тәүәккәлләгән.

— Ошондай асыҡ форматтағы бәйгелә нисек ҡатнашырға баҙнат иттегеҙ? Тулҡын­ланаһығыҙҙыр, моғайын. Һеҙ­ҙеңсә, ғөмүмән, тәжрибәле водителдәр өсөн кәрәкме бындай һынауҙар? — тип конкурста ҡатнашырға ниәтләгән “Баш­автотранс” хеҙмәткәрҙәренең “ҡылын сиртеп” ҡарайбыҙ.

— Мин 1984 йылдан алып рулдә, әммә бындай конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашам. Үҙеңдең һөнәри кимәлеңде баһалау өсөн бик яҡшы сара тип иҫәпләйем. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре лә туҡтауһыҙ үҙгәреш кисерә бит, бөгөн берәй билдәне тыйһалар, иртәгә рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Һуңғы осорҙа һәр водителгә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү бурысы йөкмәтелгәнен дә беләһегеҙҙер, — тине Андрей Шепелев.

— Юлда йөрөү хәҙер бик көсөргәнешле, машиналар ағымы көслө. Тимәк, үҙеңдең өҫтөңдә эшләү, юл ҡағиҙәләрен ҡабат-ҡабат яңыртып тороу “тимер ат”ыңды ышаныслы йөрөтөү өсөн бик тә мөһим, — тип өҫтәне коллегаһы, 20 йыл хеҙмәт стажына эйә Геннадий Яйыҡбаев. — Беҙ бит Өфө юлдарында ғына түгел, төбәк-ара, хатта халыҡ-ара рейстарға ла сығабыҙ.

— 12 йыл пассажирҙар ташыйым, — ти Дмитрий Панорин. — Оҙайлы юл сәфәрҙәрендә лә күп булдым. Әммә миңә баш ҡалала эшләү оҡшай. Ҡала ығы-зығыһы, ҡайҙалыр гел генә ашыҡҡан пассажирҙар, сабырһыҙ водителдәр — барыһы ла шул тиклем күңелгә яҡын. Эшебеҙ ҙур иғтибар һәм бер-береңә хөрмәт талап итә.

Интернет-тест Башҡортостан Баш­лығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академия­һының ике кабинетында үтте. Береһендә — мул хеҙмәт стажына эйә профессионалдар, икенсеһендә — академия студенттары. Кем еңер — тәжрибә, аҡыл, сабырлыҡ менән һуғарылған олпатлыҡ­мы, әллә үҙ-үҙенә ышанған, белемле, сая йәшлекме? 21 һорауға 20 минут эсендә дөрөҫ яуап бирергә кәрәк. Жюри ҙа ҡәтғи. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының өлкән дәүләт инспекторы Евгений Евсеев интернет-тест ҡағиҙәләрен аңлатып, конкурста ҡатнашыусыларға уңыш теләне.

Сараны ойоштороуҙа әүҙемлек күр­һәткән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров тест үтеүҙә ҡат­нашыусыларҙы сәләмләп, проекттың маҡсаты менән таныштырҙы: юлдарҙа бәхетһеҙлек осраҡтарын кәметеү, имгәнеү һәм ҡорбандарға юл ҡуймау. Сәйәсмәндең борсолоуы урынлы, былтыр ғына Рәсәй юлдарында 19 мең 88 кеше һәләк булған, шуларҙың 713-е — балалар. Ә ғүмерлеккә инвалид булып ҡалғандар, имгәнгәндәр күпме?! Зариф Байғусҡаров маҡсатҡа өлгәшеү өсөн балаларға хәҙерҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе өйрәтеү, ҡала һәм район үҙәктәрендә кескәйҙәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләре менән таныштырған автомобиль ҡаласыҡтарын төҙөү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Профессиональ водителдәрҙең дә Дәүләт Думаһы депутатына транспорт мәсьәләһе буйынса тәҡдимдәре, һорауҙары етерлек булды. “Ни өсөн маршрут карталарын контролләү һаман да юҡ?”, “Тәртип боҙған йәйәүлеләргә ҡарата ниңә сара күрелмәй?”, “Троллейбустар мораль яҡтан иҫкерҙе, уңайлы транспорт сараһы тип әйтеп булмай. Һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?”, “Балаларҙың мәктәп биштәрҙәрендә яҡтылыҡ ҡайтарғыс мотлаҡ булырға тейеш” һәм башҡалар.

Үкенескә ҡаршы, теста ҡатнашҡан студенттарҙың береһе лә уны үтә алманы, ә 25 водителдең 14-е уңышлы тапшырҙы. Һөҙөмтә ниндәй генә булмаһын, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белеү буйынса ошондай конкурстарҙың ойошторолоуы бик тәьҫирле, фәһемле сара икәнлегенә ышандыҡ. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бында килгән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе, һынауҙы уңышлы үткән водителдәргә сертификат тапшырҙы. Бәлки, киләсәктә бындай ирекле тест үтеү, кабинет сиктәренән сығып, дөйөм Рәсәй “тоталь диктант” кимәленә лә олғашыр?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктәге юлдарҙа тәртипһеҙлек менән риза булмауын күп тапҡыр белдерҙе. Уның талабы буйынса, республика мәктәптәрендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү буйынса балаларҙы уҡытыу башланасаҡ. Шулай уҡ ул юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса тейешле ойошмаларға киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем эшләүҙе бурыс итеп ҡуйҙы.
Радий Хәбиров Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына иң күп юл-транспорт ваҡиғалары теркәлгән участкаларҙы контролгә алырға ҡушты.

“Һәр участканың паспорты булырға тейеш, юл һыҙаты, уны яҡтыртыу, ҡаршылыҡ кәртәһе, термопластик билдә, фото-видео камералары буйынса саралар уйлап табырға. Практика күрһәтеүенсә, бындай иҫкәртеү саралары башланһа, юл-транспорт ваҡиғалары ла кәмей”, — тине республика етәксеһе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Командабыҙ көслө, барыһын да эшләйәсәкбеҙ”

“Командабыҙ көслө, барыһын да эшләйәсәкбеҙ” 21.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Сибайҙағы экологик хәл социаль ғәҙелһеҙлек дәлилдәрен асыҡ күрһәтте, улар эҙмә-эҙлекле...

Тотош уҡырға 30

Буран сыға

Буран сыға 21.01.2019 // Йәмғиәт

Баш ҡалала йәнә буран сығып тора. Ҡар күп яуғанлыҡтан, юлдарҙы таҙартыу әүҙем бара....

Тотош уҡырға 50

32 йәшлек ҡатын поездан тапалған

32 йәшлек ҡатын поездан тапалған 21.01.2019 // Йәмғиәт

Шишмә районының Шиңгәккүл станцияһында 32 йәшлек ҡатын поезд аҫтында ҡалған һәм йәрәхәтләнеүҙән...

Тотош уҡырға 117

Сүп-сарға квитанция килде

Сүп-сарға квитанция килде 21.01.2019 // Йәмғиәт

Өфөләр ғинуар айына коммуналь түләүҙәр өсөн квитанция ала башланы....

Тотош уҡырға 96

“Мин тышта сүп йыям, ә һеҙ йылыла…”

“Мин тышта сүп йыям, ә һеҙ йылыла…” 21.01.2019 // Йәмғиәт

Ингушетияның Назрань ҡалаһы мэры Алихан Тумгоев биләмәләге санитария торошон яҡшыртыу өсөн көрәшеп...

Тотош уҡырға 55

Ваҡытында түләмәгәс...

Ваҡытында түләмәгәс... 21.01.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юлда 35 йәшлек иҫерек ирҙе тота, суд 30...

Тотош уҡырға 44

Андрей Губин ҡайҙа юғалды?

Андрей Губин ҡайҙа юғалды? 21.01.2019 // Йәмғиәт

1990 – 2000 йылдарҙа "Зима-холода", "Звезды как она", "Милая моя далеко", "Мальчик-бродяга" йырҙары...

Тотош уҡырға 100

Ҡотҡарыусы табылды!

Ҡотҡарыусы табылды! 21.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә биш малай һәм бер ҡыҙ көлөшә-шаярыша Өфө йылғаһының бейек ярындағы...

Тотош уҡырға 97

Әңгәмәләшмәһәң, артабан үтмәйһең

Әңгәмәләшмәһәң, артабан үтмәйһең 21.01.2019 // Йәмғиәт

IX класс уҡыусылары өсөн 2018/2019 уҡыу йылында мөһим яңылыҡ индерҙеләр: Дәүләт йомғаҡлау...

Тотош уҡырға 58

Иҫкеһен ҡалдырып булмаясаҡ

Иҫкеһен ҡалдырып булмаясаҡ 21.01.2019 // Йәмғиәт

4 августан автомобиль хужалары һатып алынған транспорт сараһына теркәү урыны буйынса яңы номер...

Тотош уҡырға 53

Кем иң етеҙ пенсионер?

Кем иң етеҙ пенсионер? 21.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл августа Өфөлә Рәсәй пенсионерҙарының VI Спартакиадаһы үтәсәк....

Тотош уҡырға 41

Баймаҡтар зыян күргән

Баймаҡтар зыян күргән 21.01.2019 // Йәмғиәт

Мәләүез районы аша үткән Өфө – Ырымбур юлының 172-се саҡрымында “Land Cruiser Prado” һәм “ВАЗ-2106”...

Тотош уҡырға 90