Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлеңдән килһә, ниңә ярҙам итмәҫкә?

Ирекмән йәштәр изге кешеләрҙең күплегенә ышана.

Һәр кемебеҙ – йәмғиәттең мөһим өлөшө, үҙ-ара тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Кемдеңдер илтифатһыҙлығы, сылбыр кеүек, тағы күптәрҙә вайымһыҙлыҡ тыуҙыра. Изге эштәребеҙ иһә, киреһенсә, башҡаларҙың күңелен яҡтырта, ыңғай мөхит булдыра. Мохтаждарға ярҙам итергә ваҡыт таба белгән ирекмәндәр менән танышҡас, тормош тағы ла йәмлерәк, сағыуыраҡ тойола башланы. Замандаштарыбыҙҙың изгелек нуры башҡаларҙың да күңелен йылытһын тигән теләктә уларға һүҙ бирәйек.


Онотолмаҫлыҡ хәтирәләр

Лилиә ҒӘЛИЕВА, “Асыҡ йөрәк” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм “Сәләмәт тормош” хәйриә фондының үҫеш бүлектәре етәксеһе:
– Минеңсә, ирекмәндәр – үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләр. Үҫмер саҡта: “Балалар йортона ярҙам иткем килә”, – ти торғайным. Теләгемде, оҙаҡлап булһа ла, тормошҡа ашырҙым. 2015 йылда өләсәйем арабыҙҙан киткәс, ниңә эргәһенә йышыраҡ барып йөрөмәнем икән, тип үҙ-үҙемде битәрләнем. Күңелдәге бушлыҡты ҡапларға теләпмелер, Өфөләге оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән йорт-интернатта Яңы йыл байрамы уңайынан акция ойошторҙом. Социаль селтәрҙә ошо ниәтемде яҙғас, изге эшкә ҡушылырға теләгән бик күп кеше табылды. Һөҙөмтәлә 350 дана бүләк йыйылды, дауаханала ятҡан балалар үҙ ҡулдары менән открыткалар яһаны, бер компания 400 һауыт һөт ризығы бүлде. Ул көндәге йылы кисерештәрҙе һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел.

Тәүге осорҙа ярҙамға мохтаждарҙы үҙем эҙләнем: балалар йортона, опека һәм попечителлек органдарына, ветерандар советына шылтыраттым. Артабан исемлектәге әйберҙәрҙе алыр өсөн бағыусылар юлланым. Еңеү көнөндә татлы күстәнәстәр һәм гөлләмә бирер өсөн ҡала буйлап ветерандарҙы эҙләп таба торғайным.

Хәҙер эшмәкәрлегем хаҡында күптәр белә, ярҙамға мохтаждар һәм бағыусылар күп осраҡта үҙҙәре бәйләнешкә сыға. Хаттар Өфөнән генә түгел, республиканың төрлө төбәгенән килә. Батут үҙәктәренең береһе, мәҫәлән, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәм балалар йортондағы малай һәм ҡыҙҙар өсөн байрам ойошторорға тәҡдим итте. Балалар унда дүрт сәғәт батутта һикереп күңел асты, тәмлекәстәр менән сәй эсте. Изгелек сылбыры йылдан-йыл оҙоная.
Таныш визажистар атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡыҙҙарҙы сығарылыш кисәһенә биҙәндерә. Һәр Яңы йыл байрамы алдынан бүләктәр йыйыуым хаҡында иғлан бирәм. Былтыр уртаҡ көс менән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге 120 балаға бүләктәр йыйып тапшырҙыҡ. Һәр йыл 9 Майҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың хәлен белешәм. Тыл ветерандарын 23 февраль һәм 8 Март байрамдары менән ҡотлайым. Балаларҙы яҡлау көнөндә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бүләктәр алып барам йәки ВИЧ-инфекциялы балалар өсөн күңел асыу саралары уҙғарам. Белем көнө алдынан яҡлауға мохтаж балаларға уҡыу кәрәк-ярағы, биштәрҙәр тапшырам. Республика районда­рының аҙ тәьмин ителгән йәки янғында мөлкәтен юғалтҡан ғаиләләренә кәрәк-яраҡ ебәреүҙе ойошторам. Тормоштағы һәм интернеттағы дуҫтарым һәр ниәтемде шунда уҡ күтәреп ала, хәлдәренән килгәнсә ярҙамға ҡушыла.

“Ниңә кәрәк ул һиңә ирекмәнлек?” – тип һораһалар, юғалып ҡалам. “Афарин! Кешеләргә изгелек ҡылырға яратаһың”, – тиеүселәргә лә нимә тип яуап бирергә белмәйем. Тормошомдо башҡаса күҙ алдына килтерә алмайым. Әгәр ҡулыңдан килә икән, ниңә бер-береңә иғтибарлыраҡ булмаҫҡа? Ярҙамыңды алған кешеләрҙең ихлас йылмайыуын, күҙ алдында матурайып китеүҙә­рен күреү – үҙе бер бәхет. Бөгөн яуабым ошолай яңғырай: бәхет тулы күҙҙәрҙе күрер өсөн!
Ярҙамым тейгән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре онотолмаҫлыҡ хәтирә булып ҡала. Мәҫәлән, Өфөләге 2-се балалар йортонда тома һуҡыр малай башҡарыуында йәнһү­рәттәге Януттың “Йылмайыу” йырын тың­лағандан һуң, ғүмеремдең һәр минутының ҡәҙерен белә башлағандай булдым. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан тормошто яратырға, көр күңелле булырға өйрәнәм.

Арабыҙҙа ярҙам итергә ашҡынып тороу­сылар күп. Иң мөһиме, мәғлүмәтте дөрөҫ еткерә белергә һәм ярҙамдың тәғәйен кешегә барып етеүен күрһәтергә кәрәк. Үҙем иһә даими рәүештә социаль селтәрҙәге сәхифәмдә фотоотчеттар ҡуйып барам.

Йылына бер нисә тапҡыр ирекмәндәр менән бергә наркотиктарға ҡаршы акциялар ойоштороуҙы ла бурысым тип һанайым, сөнки, әсә булараҡ, йәш быуындың киләсәге өсөн борсолам. Быйыл Өфөлә бер нисә тапҡыр наркотик һатыусыларҙың иғландарын юйыу акцияһын үткәрҙем.


“Йөрәгем шаярмай башланы...”

Айнур РАФИҠОВ, “Йөрәктән – йөрәккә” ирекмәнлек төркөмөн ойоштороусы:
– Өс йыл элек ғәжәп үҙенсәлекле хәлгә тарыным: ҡан баҫымының күрһәткесе ҡапыл 200-гә барып етте, йөрәк өйәнәге кисерҙем. Ҡурҡыныс булып китте, сөнки 30 йәшкә лә етмәгәйнем әле. “Ғүмер шулай ҡапыл ғына бөтә лә ҡуя икән, ә изге ғәмәл эшләп өлгөрөргә тырышмағанмын”, – тигән уй мейене ярып үтте.

Бер аҙ шәбәйеп алғас, дуҫтарым менән күрешеп, мохтаждарға ярҙам итеү юлдары хаҡында һөйләштек. Шулай итеп, халыҡтан кәрәкмәгән кейем-һалым йыйып, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә илтеү эшенә тотонорға булдыҡ. Өс йылда беҙгә байтаҡ ирекмән ҡушылды. Социаль проектты “Йөрәктән – йөрәккә” тип атаныҡ. Киләсәктә йәмәғәт ойошмаһы булараҡ теркәлергә уйлайбыҙ.

Әйберҙәр тапшырырға теләүселәр беҙҙе күберәк интернет селтәрендәге иғлан буйынса эҙләп таба, үҙебеҙ ҙә йөрөгән ерҙә визиткалар таратабыҙ. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр эштән һуң адрестар буйлап йөрөйбөҙ. Әүәлерәк барлыҡ әйберҙе өйгә алып ҡайта инек, хәҙер ҡуртымға гараж алдыҡ, сөнки беҙҙең эшмәкәрлек менән көндән-көн күберәк кеше ҡыҙыҡһына. Тәүҙә кейем-һалым ғына йыйһаҡ, тора-бара балаларға уйынсыҡ, уҡыу әсбаптарын да алырға ҡарар иттек.

Кейем-һалым йыйып таратыу эшендә иң төп ярҙамсым – кәләшем Зарина. Ул барыһын да үлсәме, тәғәйенләнеше буйынса айырып һала. Сөләймән улыбыҙ менән Сафия ҡыҙыбыҙҙы тәрбиәләүҙән, өйҙө тәртиптә тотоуҙан тыш, ошондай ваҡ эш менән шөғөлләнергә көс таба ул.
Ҡала халҡының кейеме шкафҡа һыймай, ә ауылда кешеләр өҫтәренә еткерә алмай, сөнки көнкүреш кимәле түбәнерәк, магазиндар ҙа юҡ тиерлек. Шул сәбәпле беҙҙең эш­мә­кәрлек ике яҡ өсөн дә отошло. Ҡала­ныҡылар артыҡ нәмәләрҙән ҡотолдорғанға рәхмәт әйтә, ә ауылда йәшәгәндәр өҫ-башын бөтәйтеп һөйөнә.

Әйбер тапшырыусыларға аныҡ талаптар ҡуйғанбыҙ: кейем-һалым саф еҫле, таҙа, бөтөн булырға, замок һәм төймәләре урынында торорға тейеш. “Уны икенсе кешегә биргәндә йөҙөбөҙ ҡыҙармаһын”, – тибеҙ. Мохтаж ғаиләләр аяҡ кейеменә айырыуса ныҡ ҡыуана, ә балалар уйынсыҡҡа мөкиббән.

Гаражға йыйылған нәмәләрҙе, машинаға тағылған арбаға тейәп, айына бер тапҡыр Күгәрсен районының Нуҡай ауылына алып барып таратабыҙ. Унда эргә-тирә ауылдан килеүселәр ҙә байтаҡ була. Әйбер таратыу эшен Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында йәйелдерергә теләйбеҙ, ундағы етәкселәр менән һөйләшеү алып барабыҙ.

Мохтаждарға ярҙам итергә теләгән Өфө халҡынан һәм яҡташтарын хәстәрләгән ауыл хакимиәте башлыҡтарынан шылтыратыуҙар көтәбеҙ. Бәйләнеш өсөн телефон – 8-987-606-89-59.

Матди сығым һәм көс талап итеүгә ҡара­маҫтан, йәмәғәт эше тормошома шатлыҡ өҫтәй. Ҡәнәғәтлек тойғоһо сәләмәтлегемә ыңғай тәьҫир итте, йөрәгем башҡа “шаярмай” башланы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Командабыҙ көслө, барыһын да эшләйәсәкбеҙ”

“Командабыҙ көслө, барыһын да эшләйәсәкбеҙ” 21.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Сибайҙағы экологик хәл социаль ғәҙелһеҙлек дәлилдәрен асыҡ күрһәтте, улар эҙмә-эҙлекле...

Тотош уҡырға 30

Буран сыға

Буран сыға 21.01.2019 // Йәмғиәт

Баш ҡалала йәнә буран сығып тора. Ҡар күп яуғанлыҡтан, юлдарҙы таҙартыу әүҙем бара....

Тотош уҡырға 50

32 йәшлек ҡатын поездан тапалған

32 йәшлек ҡатын поездан тапалған 21.01.2019 // Йәмғиәт

Шишмә районының Шиңгәккүл станцияһында 32 йәшлек ҡатын поезд аҫтында ҡалған һәм йәрәхәтләнеүҙән...

Тотош уҡырға 117

Сүп-сарға квитанция килде

Сүп-сарға квитанция килде 21.01.2019 // Йәмғиәт

Өфөләр ғинуар айына коммуналь түләүҙәр өсөн квитанция ала башланы....

Тотош уҡырға 96

“Мин тышта сүп йыям, ә һеҙ йылыла…”

“Мин тышта сүп йыям, ә һеҙ йылыла…” 21.01.2019 // Йәмғиәт

Ингушетияның Назрань ҡалаһы мэры Алихан Тумгоев биләмәләге санитария торошон яҡшыртыу өсөн көрәшеп...

Тотош уҡырға 55

Ваҡытында түләмәгәс...

Ваҡытында түләмәгәс... 21.01.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юлда 35 йәшлек иҫерек ирҙе тота, суд 30...

Тотош уҡырға 44

Андрей Губин ҡайҙа юғалды?

Андрей Губин ҡайҙа юғалды? 21.01.2019 // Йәмғиәт

1990 – 2000 йылдарҙа "Зима-холода", "Звезды как она", "Милая моя далеко", "Мальчик-бродяга" йырҙары...

Тотош уҡырға 100

Ҡотҡарыусы табылды!

Ҡотҡарыусы табылды! 21.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендә биш малай һәм бер ҡыҙ көлөшә-шаярыша Өфө йылғаһының бейек ярындағы...

Тотош уҡырға 97

Әңгәмәләшмәһәң, артабан үтмәйһең

Әңгәмәләшмәһәң, артабан үтмәйһең 21.01.2019 // Йәмғиәт

IX класс уҡыусылары өсөн 2018/2019 уҡыу йылында мөһим яңылыҡ индерҙеләр: Дәүләт йомғаҡлау...

Тотош уҡырға 58

Иҫкеһен ҡалдырып булмаясаҡ

Иҫкеһен ҡалдырып булмаясаҡ 21.01.2019 // Йәмғиәт

4 августан автомобиль хужалары һатып алынған транспорт сараһына теркәү урыны буйынса яңы номер...

Тотош уҡырға 53

Кем иң етеҙ пенсионер?

Кем иң етеҙ пенсионер? 21.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл августа Өфөлә Рәсәй пенсионерҙарының VI Спартакиадаһы үтәсәк....

Тотош уҡырға 41

Баймаҡтар зыян күргән

Баймаҡтар зыян күргән 21.01.2019 // Йәмғиәт

Мәләүез районы аша үткән Өфө – Ырымбур юлының 172-се саҡрымында “Land Cruiser Prado” һәм “ВАЗ-2106”...

Тотош уҡырға 90