Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт әҙәби теле нисек барлыҡҡа килде?
Башҡорт әҙәби теле нисек барлыҡҡа килде?Татар милли мәҙәниәтен һәм әҙәби телен тыуҙырыуға, үҫтереүгә тос өлөш индергән ғалим, мәшһүр яҡташыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимов хәҙерге башҡорт әҙәби телен булдырыуға ыңғай йоғонто яһаған. Ул уҙған быуаттың егерменсе йылдар башында башҡорт, татар донъяһының төрлө төркөмдәре араһында әҙәби тел тураһында киҫкен бәхәс барған саҡта, “башҡорт иптәштәрҙең айырым башҡорт әҙәбиәте тыуҙырыуҙарына ҡаршы тормау ғына түгел, быға коммунистарса ярҙам итергә кәрәк”, — тип яҙып сыҡты.
Башҡорт һәм татар әҙәби телдәре тарихтарынан билдәле булыуынса, уларҙың яҙма әҙәби теле ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем дөйөм һәм уртаҡ булған.
Октябрь революцияһы төрки халыҡтарының барыһына ла тип әйтерлек яҙма һәм туған әҙәби тел бирҙе. Коммунистар партияһы үҙенең идеологияһын төрлө халыҡ массаһына үҙ туған телендә еткерергә тырышты. Быны һис тә инҡар итеп булмай, революцияның оло ҡаҙанышы шунан ғибәрәттер ҙә. Әммә “башҡорттарҙың Октябрь революцияһына тиклем яҙмаһы ла, әҙәбиәте лә булманы, уны тик революция ғына бирҙе” тигән яңылыш ҡараш совет дәүерендә бик әүҙем йәшәп килде, шуның арҡаһында башҡорттоң яҙма мәҙәни тарихын өйрәнеү бер мәл өҙөлөп торҙо. Был хатаны башҡорт ғалимдары уҙған быуаттың 60–70-се йылдарында ғына боронғо бай яҙма ҡомартҡылар нигеҙендә төҙәтә алды.
Башҡа төрки халыҡтары менән бер рәттән, башҡорттарҙың да, татарҙарҙың да ата-бабалары V–Х быуаттарҙа иң боронғо төрки руна яҙыуын ҡулланған (рун боронғо скандинав телендә “сер” тигәнде аңлата). Боронғо төрки әҙәби телендә орхон (Көлтәгин, Билге ҡаған, Тонйоҡуҡ, Әл-итмеш, Күли-сура, Мойун-сура иҫтәлектәренә ҡуйылған ташъяҙмалар) һәм йәнәсәй (тотороҡло һүҙбәйләнештәр менән яҙылған күп һандағы ҡәбер таштары) яҙма ҡомартҡылары яҙылған.
Боронғо төрки халыҡтары руна яҙыуынан башҡа тағы икенсе бер төр яҙыу ҡулланған. Ул — боронғо уйғыр яҙыуы, VIII–ХVII быуаттарҙа ҡулланылышта була. Был яҙыуҙа “Ырҡ битиг”, “Алтун йаруҡ”, “Куан-ши-им Пусар” кеүек ҡомартҡылар яҙылған. Урта Азияла “Миғражнамә”, “Бәхтийәрнамә” кеүек сығатай әҙәби әҫәрҙәре лә боронғо уйғыр яҙыуында теркәлеүе билдәле. Урал-Иҙел буйы төрки теленә был телдән -дын/-дин сығанаҡ килеш, -мыш/-меш сифат ҡылым, -ғыл/-гел бойороҡ һөйкәлеше ялғауҙары һәм башҡа грамматик формалар үҙләштерелгән.
Артабан төрки халыҡтарында ислам дине таралыуы айҡанлы боронғо уйғыр яҙыуын ғәрәп яҙыуы алмаштыра. Ғәрәп яҙыуында ХI–ХII быуаттарҙа ҡараханлы-уйғыр әҙәби теле сәскә ата. Ҡараханлылар дәүләте шарттарында Йософ Баласағунлының “Ҡотаҙғу белек” (“Ҡотайыу белеме”, 1069–1070 йылдарҙа ижад ителгән) поэмаһы һәм Мәхмүт Ҡашғариҙың хәҙерге төрки халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың да, татарҙарҙың да телдәренә туранан-тура ҡағылышлы төрки, ғәрәп телдәрендә төҙөлгән “Диуаны лөғәт әт-төрк” (“Төрки телдәренең һүҙлеге”, 1072–1074 йылдарҙа яҙылған) исемле мәшһүр һүҙлеге донъя күргән.
Боронғо төрки һәм боронғо уйғыр дәүерҙәренең айырылғыһыҙ дауамы булған Иҙел (Волга) буйы Булғар дәүләте осоронда (IХ–ХIII быуаттар) Башҡорт иленең көнсығыш сиге Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғаларына терәлеп торған Булғар дәүләтенә ингән. Башҡорт һәм татар халыҡтарының боронғо әҙәби башланғысы булып иҫәпләнгән мәшһүр “Ҡиссаи Йософ” Ҡол Ғәли тарафынан ХIII быуат башында шәреҡ әҙәбиәте тәжрибәһенә таянып, Урал-Иҙел буйы ерлегендә, урындағы башҡорт, Иҙел буйы булғарҙарҙың фольклоры, уларҙың бай поэтик мираҫы йоғонтоһо нигеҙендә ижад ителгән. Әлбиттә, уның төп нөсхәһе беҙҙең көндәргәсә килеп етмәгән, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә йыл һайын ойошторолған археографик экспедициялар халыҡ араһынан әле булһа был әҫәрҙең күсермәләрен (фәндә уның ике йөҙҙән ашыу ҡулъяҙма күсермәһе булыуы билдәле) алып ҡайтыу өҫтөндә.
Төрки телендә артабан башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татарҙар араһында киң таралған Әхмәт Йәсәүиҙең “Диуаны хикмәт” (ХII быуат), уның шәкерте Сөләймән Баҡырғаниҙың “Баҡырған китабы”, “Ахыры заман китабы”, “Хәҙрәте Мәрйәм китабы”, Әхмәт Йүгнәкиҙең “Һибәтул хаҡаиҡ” (ХIII быуат), авторы билдәһеҙ “Киҫекбаш китабы” (ХIV быуат), “Китабы Өмми Камал” (ХV быуат) кеүек суфыйсылыҡҡа арналған яҙма ҡомартҡылар ижад ителгән.
Урал-Иҙел буйы төрки теленең башланғысы ХIV–ХV быуаттарҙа Алтын Урҙа дәүләтендә ҡулланылған хорезм-төрки яҙма әҙәби теле менән тығыҙ бәйләнгән. Һырдаръяның түбән ағышын да, төньяҡ Хорезмды ла һәм Маджар, Азаҡ, Судаҡ, Булғар, Башҡорт, Жулыман ҡалаларын да үҙ эсенә алған ғәйәт ҙур был империя ҡарамағына күп төрки ырыу-ҡәбиләләр ингән. Һөҙөмтәлә Алтын Урҙа осоронда ижад ителгән әҫәрҙәр, атап әйткәндә, Рабғузиҙың “Ҡиссас әл-әнбийә”, Ҡотбиҙың “Хөсрәү вә Ширин”, Харәзмиҙың “Мөхәббәтнамә”, Мәхмүт ибне Ғәлиҙең “Нәһж әл-фәрадис” (“Ожмах ҡапҡалары”), Хөсам Кәтибтең “Жөмжөмә солтан”, Сәйф Сараиҙың “Китабы Гөлстан бит-төрки” кеүек дастандары хәҙерге үзбәк, ҡаҙаҡ, татар, башҡорт, ҡарағалпаҡ ҡәрҙәш халыҡтарҙың уртаҡ әҙәби мираҫы һанала.
ХVI быуат уртаһында башҡорттар Урыҫ дәүләтенә ҡушылғас, батша самодержавиеһы төрки телен рәсми яҙма тел тип таный. Ошо телдә төрлө документтар, манифестар, указдар, өндәмәләр, фармандар, хаттар, шәжәрәләр һәм нәфис әҫәрҙәр яҙылған. Башҡорт, татар араһында Ҡәҙерғәли Жалаирҙың “Жәмәиғ әт-тәүарих” (1602 йыл) һәм авторы билдәһеҙ “Дәфтәри Сынғыҙнамә” (ХVIII быуат), Мөслимиҙең “Тәүарихи Болғарийа” (ХVIII быуат аҙағы), Т. Ялсығоловтың “Тарихнамәи болғар” (1805), Ғ. Соҡоройҙоң “Тәүарихи Болғарийа йәки такриби Гари” (ХIХ быуат аҙағы) кеүек тарихи яҙмалар киң тарала. Тәүарихтарҙың телендә башҡорт һәм татарҙарҙың халыҡ һөйләү теленә, фольклор һәм башҡорт шәжәрәләр теленә, төрки яҙма әҙәби теленә хас тел саралары бер-береһенә үрелеп үҫә.
ХIХ быуат менән ХХ быуат башы башҡорт әҙәби теле тарихында ике — милләткә тиклемге һәм милли — дәүерҙе тоташтырып тороусы күпер һанала. ХIХ быуаттың тәүге яртыһында Урал-Иҙел буйы төрки телендә башҡорт, татар араһында суфыйсылыҡ әҙәбиәте сәскә ата. Әҙәби тел, урындағы халыҡтарҙың һөйләү теле, фольклор теле менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнешкә инә. ХIХ быуаттың икенсе яртыһы, мәғрифәтселек әҙәбиәтенең үҫеше, Урал-Иҙел буйы төрки телендә башҡорт, татар телдәре элементтарының артыуы, әҙәби телдең яңы стилдәре формалашыуы менән билдәле.
Хәҙерге татар һәм башҡорт әҙәби телдәре еңел генә барлыҡҡа килмәне. Әҙәби тел тураһында киҫкен көрәш татар, башҡорт донъяһының төрлө төркөмдәре араһында барҙы. “Тәржеман” гәзитенең мөхәррире Исмәғил Гаспринский ғөмүми әҙәби бер төрөк теле өсөн 30 йыл (1883—1914) буйы көрәште. Фәтих Кәрими кеүек ҡайһы бер мөхәррирҙәр ярым ғосманлы төрөк теле тәьҫирендә булды. Динселәр, үҙҙәрен мосолман һанап, “ғәрәпселәр” рәтенә баҫты. Муса Бигиев бөтөн Рәсәй мосолмандарын бер милләт тип һананы. Ф. Сәйфи, Кәбүтәри, Һаҙый Мәҡсүди, Әхмәтйән Мостафа, Ғ. Тәүфиҡ кеүек әҙиптәр “төркилек”те тарттылар.
Яҙма әҙәби телдең дөйөм халыҡ һөйләү теле менән яҡынайыу идеяһын яҡлап, тәүгеләрҙән булып, Көньяҡ Кавказда Фатихғәле Ахундов үҙенең драмаларын азербайжан телендә яҙҙы, бөйөк ҡаҙаҡ аҡыны һәм шағиры Абай (Ибраһим Ҡунанбаев) моңло йырҙарын ҡаҙаҡса йырланы.
Тәү тапҡыр “татар халҡы”, “татар милләте”, “татар теле” тигән һүҙҙәрҙе татар халҡының мәшһүр мәғрифәтсеһе Ҡәйүм Насыри ҡуллана башланы. Уның ижады менән 1860 йылдарҙан башланған сағыштырмаса яңы әҙәби телде хәҙерге күҙлектән ҡарап, 1910 йылғаса дәүерен “иҫке татар әҙәби теле” тип атарға мөмкин. Был телгә алда һанап киткән “һигеҙ ҡәбилә” этностарының һүҙ байлығы, төҙөк һәм тапҡыр һөйләмдәре, Ғәлимйән Ибраһимов әйтмешләй, “уртаҡ мал” булып инде. Әйткәндәй, был осраҡта, Ҡәйүм Насыриҙы иҫке татар әҙәби теленә, ә Ғәлимйән Ибраһимовты яңы татар әҙәби теленә нигеҙ һалыусылар рәтенә индерергә мөмкин.
Татар әҙәби теле башҡорт теленең, иҫке төрки теле кеүек, бар фонетик үҙенсәлектәрен сағылдырып бөтмәһә лә, ХХ быуат башында башҡорт зыялылары араһына бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ үтеп инде. Ул заман татар әҙәби теле, суфый яҙыусыларҙың ғәрәп-фарсы-сығатай-ғосманлы төрки теленә ҡарағанда, башҡорт теленә яҡыныраҡ һәм башҡорт халҡына аңлайышлыраҡ та ине.
Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ,
филология фәндәре докторы, профессор,
Башҡортостан Фәндәр академияһының
мөхбир ағзаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985