Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Таңһылыу Ғәйнуллина тыуған ҡалаһына тоғро.

Ҡарағайлы һыуын эсеп, йәмле Ирәндек буйҙарын иңләгән Таңһылыу Фәтих ҡыҙы ҡасан да булһа тыуып үҫкән ерен ташлап китеүен бала саҡтан күҙ алдына ла килтермәй. Шуғалыр ҙа Сибайҙың аҡрынлап ҡала статусы алып, Урал аръяғында тәүгеләрҙән булып шахтерҙар төбәгенә әүерелеүен, аҙаҡ көньяҡ-көнсығыш райондарының мәҙәни, мәғариф үҙәге булыуына үҙ күҙҙәре менән шаһит була, ҡала тарихын яҙыуға үҙ өлөшөн индерә.


Тауышы байрам кәйефе өҫтәй

Шуғалыр ҙа күптәр уны Сибай ҡыҙы булараҡ хөрмәт итә. Уйлап ҡараһаң, ҡалала бөгөн меңләгән кеше йәшәй, күптәре ситтән күсеп килеп, ғүмер буйы ошонда эшләп, төпләнеп ҡала. Бик һирәктәр өлөшөнә генә Сибайҙың ысын патриоты булыу бәхете эләгә. Шундай бәхетлеләрҙең береһе Таңһылыу Ғәйнуллина хаҡында һүҙем.

Ысынлап та, Сибайҙы ошонда тыуып үҫкән, тәүге хеҙмәт юлын башлаған, тыуған төбәгенең ысын патриотына әйләнгән Таңһылыу Ғәйнуллинаһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, сөнки ундай илһөйәрҙәр бик һирәк.

Таңһылыу Фәтих ҡыҙының тормош мәғәнәһе үҙенсәлекле: кем булып һәм ҡайҙа хеҙмәт итеүенә ҡарамаҫтан, шул өлкәне юғары дәрәжәгә күтәрә белә. Сибай мәктәп -интернатын тамамлап, артабан уҡытыусылыҡ һөнәренә эйә булыу ниәтенән документтарын Сибай педагогия училищеһына тапшыра. Әйткәндәй, быйыл уны тамамлауына 50 йыл булған. Уҡыуға зирәк, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаш­ҡан, бигерәк тә бейеүҙе үҙ иткән ҡыҙға остаздары юғары белем алыу кәрәклеген белдерә. Уҡытыусы­ларының кәңәшен тотоп, Таңһылыу Фәтих ҡыҙы артабан Магнитогорск педагогия институтын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала. Сибайынан һис тә айырылырға теләмәгән йәш белгес хеҙмәт юлын ҡасандыр үҙе белем алған Сибай мәктәп-интернатында башлай. Тәрбиәсе, пионервожатый, уҡы­тыусы, директорҙың кластан тыш һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, мәктәптең комсомол, партия ойошмаһы секретары вазифаларын башҡара. Шуныһы ҡыуаныслы — ул әле лә уҡыусы­лары менән тығыҙ бәйләнештә.

Талантлы кеше бар яҡлап өлгөрә, тигәндәй, Таңһылыу Ғәйнуллина оҙаҡ йылдар ҡала күләмендә уҙғарылған сараларҙың алыштыр­ғыһыҙ алып барыусыһы була. Уҙған быуаттың 70–90-сы йылдарында тантаналы байрамдарҙа уның яңғырауыҡлы һәм сағыу тауышы сибайҙарға байрам кәйефе өҫтәй.

Яҙмыштарҙа —йәйғор төҫтәре

Тормош арбаһының бер урында туҡтап ҡалыуын өнәмәгән, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған Таңһылыу Фәтих ҡыҙын яңы ғына ойош­торолған ҡала радиостудияһына эшкә саҡыралар. 1990 йылда асылған Сибай ҡала радиоһының һәр иртәһе дикторҙың “Тыңлағыҙ, Сибай һөйләй!” тигән һүҙе менән башлана. Уның тәүге дикторы ла, бер үк ваҡытта мөхәррире лә була. Тәүге көндәрҙән үк эшкә мөкиббән сума: радио тулҡындары аша ҡала тормошон даими яҡтыртып ҡына ҡалмай, тотош Урал аръяғы халҡының йәшәйешен сағылдыра, арҙаҡлы шәхестәре тураһында һөйләй, ябай хеҙмәт кешеһен данлай. Журналист кемдәр менән аралашмай ҙа ҡайҙарҙа ғына йөрөмәй. Бигерәк тә илебеҙҙә барған үҙгәртеп ҡороу йылдарында предприятие, ойошма етәкселәре менән радио тулҡындары аша оҫта аралашып, уртаҡ тел таба һәм киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә, шуға күрә Таңһылыу Ғәйнуллинаның тапшырыуҙарын сибайҙар һәр саҡ көтөп ала. Башҡортостан радиоһының үҙ хәбәрсеһе булараҡ, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондары яңылыҡтарын көн һайын халыҡҡа еткереп тора.

Ҡулайлаштырыу “еле” Сибай ҡала радиоһын да урап үтмәй, ул ябыла. Шуныһы ҡыҙғаныс: үҙе бер тарихҡа торор яҙмалар аҡрынлап юғала бара, кемдер фани донъя­ларҙы ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Шул саҡта Таңһылыу Фәтих ҡыҙының күңеленә бер уй килә: яҙҙырып алынған материалдарҙы ниңә бер китапҡа тупламаҫҡа? Фекерҙәштәр табылғас, ул мәҡә­ләләрен, радиола эшләгән саҡтағы яҙмаларын барлап, “Сибай һөйләй” исемле йыйынтыҡ сығара. Китапта Урал аръяғы төбәгендә йәшәүсе замандаштарының тарихи йылъяҙ­маһы булдырылған, шуға күрә улар йәнле, күңелгә яҡын, һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уята алырлыҡ.

Тәүге китабы баҫылып, халыҡ араһында киң танылыу тапҡас, Таңһылыу Фәтих ҡыҙы ижадҡа ныҡлап тотона. Тәжрибә лә ярҙамға килә, халыҡсан, һутлы әҫәрҙәр яҙыла. Үҙенең ихласлығы, фекер тослоғо, хистәр тәрәнлеге менән кешеләрҙең күңелен яулаған радиожурналист китап уҡыусыларҙың яратҡан үҙ кешеһенә әүерелә. “Яҙмыштарҙа — йәйғор төҫтәре” тип аталған икенсе китабы “бә­хетлерәк” тә булып сыға. Ул 2013 йылда Сибайҙа йыл һайын тапшырыла килгән яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге ҡала премия­һына лайыҡ була. Тынғыһыҙ вете­рандың былтыр Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә үҙнәшер юлы менән “Шаһитлы сер” исемле йәнә бер китабы донъя күрҙе. Бында ижадсының төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре, очерктары һәм пьесаһы тупланған. Ниндәй генә жанрҙы алма, әҫәр­ҙәрҙә заман һулышы, шул заманға хас геройҙар яҙмышы сағыл­ды­рылған. Әле лә әңгәмәсем тик ултырмай: яңы әҫәрҙәр ижад итә, пьесалар яҙа.

Тиҫтә йылдар буйы ҡала баш­ҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, ҡала тормошонда, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Ниндәй генә сара үтмәһен, ул уның уртаһында ҡайнай, үҙ кәңәштәрен бирә, уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша. Яҡташтарының ихтирамын һәм иғтибарын тойоп, улар араһында абруйлы булып, йәштәргә өлгө күрһәтеп, һәр көнгә шатланып йәшәй үҙенең етмешенсе көҙөн ҡаршылаған Сибай ҡыҙы. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Сибайҙың илһөйәре һәм патриотына артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бәпәй көткән студент үҙ-үҙенә ҡул һалған

Бәпәй көткән студент үҙ-үҙенә ҡул һалған 16.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙ, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә килгәндән...

Тотош уҡырға 0

Етешһеҙлектәргә шаһит булһағыҙ…

Етешһеҙлектәргә шаһит булһағыҙ… 16.01.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм тағы ла 14 районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы булған...

Тотош уҡырға 29

Алты йылда – 140 мең яҡтыртҡыс

Алты йылда – 140 мең яҡтыртҡыс 16.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл урамдарҙы яҡтыртыуға 642 миллион һум аҡса бүленә, шуның 583,8 миллион һумы – республика...

Тотош уҡырға 26

Ҡайғы уртаҡлашабыҙ...

Ҡайғы уртаҡлашабыҙ... 16.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында...

Тотош уҡырға 56

Тәү сиратта хәүефһеҙлек

Тәү сиратта хәүефһеҙлек 16.01.2019 // Йәмғиәт

19 ғинуар православие дине вәкилдәре Керәшен байрамын билдәләй. Был байрам тураһында һүҙ сыҡһа,...

Тотош уҡырға 27

Ауылға бүре килгән!

Ауылға бүре килгән! 16.01.2019 // Йәмғиәт

Тау-урман зонаһы ауылдарына ҡыш көнө йыш ҡына ас бүреләр килә....

Тотош уҡырға 239

Кредит алһаң – тәүҙә уйлан

Кредит алһаң – тәүҙә уйлан 16.01.2019 // Йәмғиәт

Федоровка районында йәшәгән “эшҡыуар” төрлө банктарҙан кредиттар алған, тик кире бирергә ашыҡмаған....

Тотош уҡырға 56

Бәхил бул, Гөлсиә! Зариф, һин терел!

Бәхил бул, Гөлсиә! Зариф, һин терел! 16.01.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡайғы барлыҡ республика халҡының уртаҡ хәсрәтенә әүерелде....

Тотош уҡырға 281

Яҡташыбыҙ – төп телеканалда алып барыусы

Яҡташыбыҙ – төп телеканалда алып барыусы 16.01.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә тыуып үҫкән Юлиә Ғамаева Беренсе каналда иртәнге төбәк яңылыҡтарын алып бара....

Тотош уҡырға 94

Йәсимәгә Көнгәк ни өсөн яҡын?

Йәсимәгә Көнгәк ни өсөн яҡын? 16.01.2019 // Йәмғиәт

Асҡын районында өлкәндәргә ихтирам һәм иғтибар менән ҡарау борондан килә....

Тотош уҡырға 27

Күңел тулы йылы хәтирәләр

Күңел тулы йылы хәтирәләр 16.01.2019 // Йәмғиәт

Атайыбыҙ – яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың туған халҡына оло мираҫ итеп ҡалдырған ижад емеше – “Кинйә”...

Тотош уҡырға 30

Тимерҙе ҡыра ла ҡыра...

Тимерҙе ҡыра ла ҡыра... 16.01.2019 // Йәмғиәт

...Ҙур сәнәғәт предприятиеһын күҙ алдына килтерһәк, бер бөтөн тармаҡ хасил була. Унда һәр шөрөп...

Тотош уҡырға 32