Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтылыҡ булған ерҙә тормош бар

“Туймазы ҡала электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәтенең үткәне һәм бөгөнгөһө ҡаланың тарихы менән үрелеп бара.

1960 йылда электр сел­тәрҙәре контораһы булараҡ төҙөлә ул. Предприятиеға Туймазы ҡалаһынан тыш Ҡандра, Серафимовка ҡасабаларын һәм Баҡалы, Шаран райондарын электр энергияһы менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә.

Ҡала тиҙ үҫеш ала. Бер үк ваҡыт­та электр энер­гияһына ла ихтыяж арта. Үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап предприятие күп төрлө үҙгәреш ки­серә. 2015 йылда ул “Туймазы ҡала электр селтәр­ҙәре” акционерҙар йәмғиә­тенә әүерелә. Предприятие Туймазы ҡалаһында, Серафимовка, Ҡандра, Тү­бәнге Троицк, Собханғол ауылдарында йәшәүселәр­ҙе, ундағы сәнәғәт һәм аграр предприя­тиеларҙы, социаль-мәҙәни объекттарҙы өҙлөкһөҙ электр энергияһы менән тәьмин итә.

Заман алға барған һа­йын энергетика ресурстарына ихтыяж үҫә. Ҡулла­ныу­сыларҙың арта барған ихтыяжын тулыһынса ҡә­нәғәтләндереү, хеҙмәтлән­дереү сифатын тағы ла яҡ­шыртыу өсөн электр сел­тәрҙәрен үткәреү мөмкин­леген үҫтереү буйынса эшлекле саралар күрелә. Ошо маҡсатта алты кВ көсөргә­нешле линиялар 10 кВ ҡеүәтлеһенә алмаштырыла.

Үҙгәртеп ҡороу эштәре алдынғы технологияларға нигеҙләнеп һәм заманса материалдар ҡулланып баш­ҡа­рыла. Әйтәйек, изо­ляция­ланған үткәргестәр (СИП) файҙа­ланыу электр тапшырыу линияла­рының юға­ры сифатын һәм ыша­ныс­лы­лығын гарантиялай, электр монтер­ҙарының хеҙ­мәтен уңайлы һәм хәүеф­һеҙ итә. Хәүефһеҙлек йәһә­тенән уны ҡулланыусылар ҙа юғары баһалай.

Предприятиеның техник һәм технологик ҡеүәттәре йылдан-йыл үҫә. Улар республикала тәүгеләрҙән булып ПЭВМ эске иҫәпләү селтәр­ҙәрен, компьютер графикаһын ҡуллана башланы.

Туймазы энергетиктары инвестиция программаларында әүҙем ҡатнаша. Инвестициялар йәлеп итеп, үҙ селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу һәм яңыртыу, шулай уҡ яңы объекттар төҙөү буйынса мөһим эштәр башҡа­рылған. Мәҫәлән, былтыр трансформаторлы ике ярҙамсы станция төҙөп файҙаланыуға тапшырған­дар. Ул ҡаланың биологик таҙартыу ҡоролмаларын электр энергияһы менән тәьмин итә. Түбәнге Троицк ауылында ла яңы ярҙамсы станцияны эшкә ҡушҡан­дар, ҡаланың канализация насос станцияһына һуҙыл­ған электр селтәрҙәрен яңыртҡандар.

Серафимовка ауылында өҫтәмә рәүештә ике яңы электр тапшырыу линия­һын һуҙғандар, Собхан­ғолда иҫкергән кабелде яңыға алмаш­тырғандар. Быйылғы йыл да уңышлы булған. Ҡаланың “Химмаш” заводы менән тоташты­рылған ике яңы линия һуҙа башлағандар. Ҡала электр селтәрҙәрен яңыртыу килә­сәктә лә дауам итәсәк.

Электр энергияһын ур­лауға юл ҡуймау һәм нормативтан тыш юғалтыу­ҙарҙы кәметеү маҡсатында былтыр электр энергияһын иҫәп­ләүҙең автоматлаш­тырылған информацион-үлсәү системаһын (АСКУЭ) индерә башлағандар. Был алым, шулай уҡ СИП тө­рөн­дәге үткәргестәр ҡул­ланыу селтәрҙәрҙәге юғал­тыуҙарҙы, мәҫәлән, һуңғы ике йылда 16,3 проценттан 13,5 про­центҡа түбәнәйтер­гә мөмкинлек биргән.

“Туймазы ҡала электр селтәрҙәре” төбәк селтәр ойошмаһы булып тора. Әле билдәләп үткәнсә, уның төп бурысы – ҡулланыусы­ларға электр энергияһын даими тапшырыу. Коллективта белемле, һөнәри әҙерлекле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Булдыҡлы коллек­тивҡа сирек быуат уның алыштырғыһыҙ директоры Рәйес Ғүмәров етәкселек итә. Рәйес Фазылйән улы­ның тәрән белеме, тәж­рибәһе, ныҡышмалығы, киләсәкте күҙаллап дөрөҫ иҡтисади сәйәсәт алып барыуы һөҙөмтәһендә Туймазы төбәгендә энергетика тармағын заман талаптарынан сығып үҙгәртеп ҡо­роуға һәм яңы бейеклеккә күтәреүгә өлгәшелгән.

Предприятие “Баш­ҡорт­остан Республикаһы иҡти­садын үҫтереүҙәге лайыҡ­лы хеҙмәте өсөн” дипломы менән бүләкләнгән. Ә уның директоры Рәйес Ғүмәров “Рәсәй ерен төҙөклән­дер­гән өсөн” премияһына ла­йыҡ булған. Ул шулай уҡ өҫтөнлөклө милли проект­тарҙы тормошҡа ашырыу­ҙағы уңыштары өсөн “Иҡтисад ғорурлығы” ордены менән дә бүләкләнгән.

Автор: Г. СӘЛИХОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры?

Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Йылы, йомшаҡ быймаларҙы кем генә яратмай?! Бигерәк тә беҙҙең төбәктә. Был аяҡ кейеменә ихтыяж һәр...

Тотош уҡырға 68

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай 22.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

“Халыҡтың хәүефһеҙлеге полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырылған шарттарға, уларҙың эшкә ниндәй...

Тотош уҡырға 46

Яңы машина кемдә?

Яңы машина кемдә? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Әбйәлил районы ветеринария станцияһы өр-яңы “Лада Ларгус” автомобиле менән тулыланды....

Тотош уҡырға 33

Аҡса алмашына!

Аҡса алмашына! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө урамында бер ханым өлкән йәштәге инәйгә килеп, алыҫ туғаны булыуы хаҡында хәбәр итә һәм тиҙҙән...

Тотош уҡырға 171

18 -се ҡаттан осоп төшкән

18 -се ҡаттан осоп төшкән 22.01.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөнөң Пушкин 45/1 урамындағы йорттоң 18-се ҡатынан 13 йәшлек үҫмер осоп төшкән....

Тотош уҡырға 177

Тере баланы ...ерләгәндәр

Тере баланы ...ерләгәндәр 22.01.2019 // Йәмғиәт

Һиндостандың Шахджаханупр ҡалаһында була был хәл....

Тотош уҡырға 259

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәрҙең береһе яман шеш менән сирләй....

Тотош уҡырға 128

Автобус ауҙы

Автобус ауҙы 22.01.2019 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ – Раевка юлында НефАз пассажирҙар автобусы ауған....

Тотош уҡырға 116

Һыуыҡ көндәр дауам итә

Һыуыҡ көндәр дауам итә 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы яңы мәғлүмәт бирҙе....

Тотош уҡырға 64

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе 22.01.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Цабал тау полигонынан Абхазиялағы даими тупланыу пунктына барғанда хәрби техника...

Тотош уҡырға 94

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар 22.01.2019 // Йәмғиәт

Биш-ете көндән Сибайҙағы карьерға һыу ағыҙыу буйынса эш башлана....

Тотош уҡырға 88

Муттарға шул ғына кәрәк!

Муттарға шул ғына кәрәк! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Фажиғәнән дә үҙҙәренә кәсеп табып, табыш алып йәшәгәндәр бар. Магнитогорскиҙағы ҡайғылы ваҡиғанан...

Тотош уҡырға 83