Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЙЫЛ ҠАЛАҺЫ! Октябрьскийҙа йәшәге килә!
Социаль-иҡтисади һөҙөмтәләр буйынса Октябрьский лайыҡлы рәүештә “Йыл ҡалаһы” исеменә лайыҡ. Быйыл ул байтаҡ күрһәткестәр буйынса Рәсәй кимәлендә еңеүгә өлгәште.

Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсының төбәк этабында “Халыҡ менән бәйләнеш булдырыу, территориаль йәмәғәт үҙидаралығын үҫтереү һәм граждандарҙы үҙидаралыҡҡа йәлеп итеү” номинацияһында беренсе урынды яуланы. Ошо уҡ конкурстың төбәк этабында “Муниципаль сәйәсәт, ҡала һәм ауыл округтарында муниципаль финанстарға идара итеү”, “Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәү эшмәкәрлеген һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу” номинацияларында икенсе урынға сыҡты. Ә инде Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсында “Муниципаль иҡтисад сәйәсәте һәм муниципаль финансҡа идара итеү” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булды.

Быйыл йәй Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты коллегияһында йыл һөҙөмтәләренә байҡау яһалды. Унда муниципаль берәмектәр араһында ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү йәһәтенән былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Октябрьский ҡалаһы, хатта Өфөнө артта ҡалдырып, беренсе урынды яуланы.

Милли мәҙәниәтте үҫтереү буйынса ла һынатмайҙар. Ҡала мәҙәниәт һарайы Бөтә Рәсәй “Массалар театры” милли премияһының “Иң яҡшы милли байрам” номинацияһында еңеп сыҡты. “Ҡурай байрамы-2017” проекты иң юғары баһа алып, сара “Рәсәйҙең иң яҡшы ҡала байрамдары” йыйынтығына индерелде.

“Бизнес-уңыш” милли премияһы сиктәрендә Октябрьский ҡала округы “Күмәртәләп һатып алыу өлкәһендә асыҡлыҡ өсөн” грамота менән бүләкләнде.

Быйыл республикала беренселәрҙән булып Октябрьский “Сәләмәт ҡалалар, райондар һәм ауылдар” ассоциацияһына инде. Ҡалала сәләмәт тормош рәүешен таратыу һәм спортты үҫтереү буйынса төрлө саралар аҙна һайын ойошторола, спортсылар ил, донъя кимәлендә юғары ҡаҙаныштар күрһәтә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Өфө хакимиәте сайтында ҡала биләмәһенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы билдәләнгән рәсми...

Тотош уҡырға 26

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә 19.01.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө урамдарының береһендә “Шевроле Ланос” автомобиле менән “КамАЗ” бәрелешкән. Ике кеше зыян...

Тотош уҡырға 19

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 49

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Бөгөн Сибайҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышы ойошторолдо. Етәксе Данир...

Тотош уҡырға 58

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡырым Республикаһы делегацияһы “ПЭТ Технолоджи” Өфө ядро медицинаһы үҙәгендә булды....

Тотош уҡырға 32

Артабан йәшәр кәрәк

Артабан йәшәр кәрәк 18.01.2019 // Йәмғиәт

“Халыҡ контроле” проекты ағзалары ҡалалағы экология хәлен белеү һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән...

Тотош уҡырға 31

17 йәш ғүмер сигеме?

17 йәш ғүмер сигеме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Яңыраҡ Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙҙың, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә...

Тотош уҡырға 142

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ 18.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл Ҡырымда 2017 йылда Башҡортостанға тапшырылған “Юбилей” шифаханаһында реконструкция башлана....

Тотош уҡырға 49

Темәстәр ҡорама ҡорай

Темәстәр ҡорама ҡорай 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Бигерәк тә килен оҙатҡанда...

Тотош уҡырға 80

Бер евроға йорт алғың килмәйме?

Бер евроға йорт алғың килмәйме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Алдынғы Европа илдәрендә лә демографик хәл мөшкөл, күрәһең....

Тотош уҡырға 47

Офицерҙы юҡһыналар…

Офицерҙы юҡһыналар… 18.01.2019 // Йәмғиәт

Дүртөйлөләр үҙҙәренең халыҡ именлеге һағында торған ҡаһармандарын онотмай, исемдәрен мәңгеләштереү...

Тотош уҡырға 37

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме?

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге 1333-сө бойороғона ярашлы, 2019...

Тотош уҡырға 44