Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аңлатыу һәм ярҙам кәрәк
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса федераль ҡануниәт талап иткән яңы системаға күсеүгә әҙерлек саралары дауам итә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо мәсьәләне тикшереү буйынса сираттағы “түңәрәк өҫтәл” төбәк операторҙары хеҙмәте өсөн түләүҙә халыҡҡа ярҙам итеүгә бағышланды.

Йәшәгән мөхитебеҙҙе, ниһайәт, сүп-сарҙан таҙартырға, бөтә ҡал­дыҡ­ты алдынғы донъяға хас булған тәртиптә йыйыу, ташыу һәм эшкәр­тергә кәрәк һәм был бер кемдә лә бәхәс тыуҙырмайҙыр, моғайын. Лә­кин яңы ойошторолған төбәк опе­раторҙарының хеҙмәтләндереүе өсөн хаҡ күпме булыр, ауыл ерен­дәге пенсионерҙарға был өҫтәмә коммуналь түләү ауыр йөк булмаҫ­мы? Халыҡты нигеҙҙә шул борсой.

Был осраҡта халыҡтың аҙ килемле ҡатламына дәүләттең социаль ярҙамы кәрәк булыуы көн кеүек асыҡ. Шуға ла Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәк операторҙары ошо хеҙмәт өсөн ҡуйырға йыйынған хаҡты граждандар өсөн көс еткеһеҙ тип атаны һәм тарифты түбәнәйтеү сараһын күрергә ҡушты.

“Түңәрәк өҫтәл”дә төп доклад менән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников сығыш яһаны.

– Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу­сы Радий Фәрит улы Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса халыҡҡа яңы системаға күсеү менән бәйле өҫтәләсәк финанс йөгөн түбәнәйтеү саралары тикшерелде, – тине ул. – Шуға бәйле, халыҡҡа әлеге көндә күрһәтелгән социаль ярҙам төрҙә­ренә анализ яһалды. Социаль йәһәттән яҡланырға тейешле граждандар өсөн беҙ ниндәй ташламалар яһай алабыҙ? Беренсе сара – торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүе өсөн ғаиләнең сығымына өлөшләтә компенсация биреү, икенсеһе – субсидия менән ярҙам итеү.
Киләһе йыл башынан бындай ярҙамға Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалид йәки күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр, тыл хеҙмәтсәндәре, хеҙмәт ветерандары, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар һәм башҡа ҡайһы бер граждандар хоҡуҡлы буласаҡ. Ә 2020 йылдан субсидия һәм ташлама алырға хоҡуҡлы булғандар беҙҙең республикала 600 меңдән ашыу кеше тәшкил итәсәк тип күҙаллана. Был ярҙамға 4,7 миллиард һум талап ителәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры?

Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Йылы, йомшаҡ быймаларҙы кем генә яратмай?! Бигерәк тә беҙҙең төбәктә. Был аяҡ кейеменә ихтыяж һәр...

Тотош уҡырға 68

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай 22.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

“Халыҡтың хәүефһеҙлеге полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырылған шарттарға, уларҙың эшкә ниндәй...

Тотош уҡырға 46

Яңы машина кемдә?

Яңы машина кемдә? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Әбйәлил районы ветеринария станцияһы өр-яңы “Лада Ларгус” автомобиле менән тулыланды....

Тотош уҡырға 33

Аҡса алмашына!

Аҡса алмашына! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө урамында бер ханым өлкән йәштәге инәйгә килеп, алыҫ туғаны булыуы хаҡында хәбәр итә һәм тиҙҙән...

Тотош уҡырға 171

18 -се ҡаттан осоп төшкән

18 -се ҡаттан осоп төшкән 22.01.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөнөң Пушкин 45/1 урамындағы йорттоң 18-се ҡатынан 13 йәшлек үҫмер осоп төшкән....

Тотош уҡырға 177

Тере баланы ...ерләгәндәр

Тере баланы ...ерләгәндәр 22.01.2019 // Йәмғиәт

Һиндостандың Шахджаханупр ҡалаһында була был хәл....

Тотош уҡырға 259

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәрҙең береһе яман шеш менән сирләй....

Тотош уҡырға 128

Автобус ауҙы

Автобус ауҙы 22.01.2019 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ – Раевка юлында НефАз пассажирҙар автобусы ауған....

Тотош уҡырға 116

Һыуыҡ көндәр дауам итә

Һыуыҡ көндәр дауам итә 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы яңы мәғлүмәт бирҙе....

Тотош уҡырға 64

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе 22.01.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Цабал тау полигонынан Абхазиялағы даими тупланыу пунктына барғанда хәрби техника...

Тотош уҡырға 94

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар 22.01.2019 // Йәмғиәт

Биш-ете көндән Сибайҙағы карьерға һыу ағыҙыу буйынса эш башлана....

Тотош уҡырға 88

Муттарға шул ғына кәрәк!

Муттарға шул ғына кәрәк! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Фажиғәнән дә үҙҙәренә кәсеп табып, табыш алып йәшәгәндәр бар. Магнитогорскиҙағы ҡайғылы ваҡиғанан...

Тотош уҡырға 83