Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур ерҙә матур йәшәргә!
Матур ерҙә матур йәшәргә!
Тәбиғәт Дыуан яҡтарына матурлыҡты йомарт өләшкән. Йырҙарҙа йырланған Йүрүҙән, Әй йылғалары, мәғрур тауҙары, урмандары, көмөштәй саф һыулы шишмәләре был төбәкте ҡабатланмаҫлыҡ итә. Әйткәндәй, район биләмәһе күлдәргә, шишмәләргә, ғөмүмән, тәбиғи һыу сығанаҡтарына бай.

Уларҙы дыуандар тыуған ерҙең ҙур байлығы итеп һанай. Ошо байлыҡты тотороҡло файҙаланыу, һыуҙың тәбиғи сифатын һаҡлап ҡулланыусыларға еткереү райондың “Дыуанводоканал” муниципаль унитар предприятиеһына йөкмәтелгән.

Был предприятиены хаҡлы рәүештә район халҡының тормошона йән өрә тип әйтергә мөмкин. Ул Мәсәғүт, Дыуан, Арый, Мәрйәм­ғол, Мөлкәт, Ҡаракүл, Әбдрәшит, Иҫке Хә­лил, Мәтәле, Сальевка, Озеро, Михайловка ауылдары халҡын, ундағы предприятие һәм учреждениеларҙы эсәр һыу менән тәьмин итә. Предприятие ҡарама­ғындағы һыу сел­тәрҙәре 100 километрға етә. Һыуҙы 24 скважинанан алалар. Тиҫтәнән артыҡ резервуар­ға ҡулланыу­сыларҙың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәт­ләндерерлек һыу запасы туплана.

Һыу стратегик әһәмиәткә эйә. Шуға ла предприятиела талаптар юғары. Ер ҡаттары­нан һыу сығарған бер ваҡытта, экология имен­леген дә ҡайғырталар. Бында һыу үҙенең тәме, химик һәм микробиологик үҙенсәлектәре буйынса бөтә талаптарға тура килә. Һыуҙың сифатына даими рәүештә лаборатор анализ үткәрелә. Коллектив экологияны һаҡлауға етди иғтибар йүнәлтә. Һыу йыйыу башнялары, резервуарҙар, скважиналар бөгөнгө техник һәм технологик талаптарҙан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренән сығып йыһазланған. Скважиналар тирәһендә санитар һаҡлау зоналары булдырылған.

Бөгөнгө иҡтисади талаптар ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыуҙы, шулай уҡ хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләүҙәрҙе талап итә. Һаҡсыллыҡ тигәндә, ер тәрәнлектәренән сығарылған һыуҙы юғалтыуһыҙ ҡулла­ныусыларға илтеп еткереү өсөн предприятиела мөһим саралар тормошҡа ашырыла. Йыл һайын билдәләнгән күләмдә һыу үткәр­гестәр селтәре яңыртыла. Һуңғы ваҡытта ғына алты скважинала һыу сығарыу насос­тары яңыртылған, Мәсәғүт, Михайловка, Ды­уан, Озеро, Мәрйәмғол ауылдарында һыу үткәргестәр ремонтланған. “Реаль эш­тәр” программаһы сиктәрендә Мәтәле һәм Мәсәғүт ауылдарында байтаҡ һыу селтәр­ҙәре яңыға алыштырылған. Сел­тәрҙәрҙе яңыр­тыу буйынса эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк. Бөтә эш финанс мөмкинлектәренә бәйле.

Булдыҡлыны эш үҙе эҙләп таба, тиҙәр бит. “Дыуанводоканал” предприятиеһына канализация, йылылыҡ селтәрҙәрен хеҙмәт­лән­дереүҙе лә йөкмәткәндәр. Һандар теле менән әйтһәк, райондағы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең 64 проценты әлеге предприятие өлөшөнә тура килә. Тырыш коллектив бөтәһенә лә өлгөрә. Әлбиттә, проблемалар ҙа бар. Бигерәк тә канализация системаһы ҙур мәшәҡәттәр тыуҙыра, сөнки канализация коллекторы үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән. Ағынты һыу торбалары һаҙлыҡлы ерҙәр аша һуҙылған һәм коррозияға бирешкән. Улар тулыһынса яңыртыуҙы талап итә. Бындай мөмкинлек бул­мағанлыҡтан, авария хәлдәре килеп тыу­маһын өсөн өҙлөкһөҙ ремонт эштәре алып баралар. Йыл һайын ҡышҡы осорға әҙерлек барышында билдәләнгән күләмдә канализация торбаларын яңыға алмаштыралар.

Предприятие хеҙмәтләндергән йылылыҡ селтәрҙәре, ҡаҙанлыҡтар көйлө эшләй, сөнки уларҙы ҡышҡы шарттарҙа эшләтеүгә йылдың-йылында ныҡлап әҙерләйҙәр. Һуңғы йылдарҙа йылылыҡ системаһында хәүефле авария хәлдәренең булмауы быны йәнә бер дәлилләй. Торлаҡ йорттарҙа, социаль-мәҙәни биналарҙа йылы, крандарға һыу килеп торһон һәм халыҡ заманса көнкүреш уңайлыҡтарынан кинәнеп файҙаланһын өсөн предприятие эшсәндәре ҙур тырышлыҡ һала.

— Минеңсә, беҙҙәгеләй матур тәбиғәтле ерҙә халыҡ матур йәшәргә тейеш. Хәҙер ауыл халҡы тормош-көнкүреште уңайлы һәм мәҙәниәтле итеп көйләргә ынтыла. Беҙ көндәлек хеҙмәтебеҙ менән ошоға булыш­лыҡ итәбеҙ, — тип тыйнаҡ ҡына баһалай үҙҙәренең эшен предприятие директоры Хәлит Ғарипов.

Хәлит Әлтәп улы коллектив менән ун биш йыл идара итә. Ул бында техникум тамамлағас юллама буйынса эшкә килгән. Төрлө хеҙмәт баҫҡыстары үтеп һыналған белгескә предприятие менән етәкселекте йөкмәткәндәр. Коллективтың уңыштарын хаҡлы рәүештә уның исеме менән бәйләй­ҙәр. Хәлит Әлтәп улы торлаҡ-коммуналь тармағындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Президентының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән, “Рәсәй лидеры” тигән юғары исемгә лайыҡ булған. Етәксенең булдыҡлылығы, әүҙемлеге хеҙ­мәт­тәштәренә үрнәк булып тора. Коллективта һәр кем үҙ эшен тырышып башҡара. Эштә лә, район күләмендә үткән спорт бәйгеләрендә һәм төрлө конкурстарҙа ла улар әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Яуаплы ла, ауыр ҙа хеҙмәтте спорт һәм мауыҡтырғыс мәҙәни саралар менән аралаштырыу күңелгә дәрт һәм көс өҫтәй, ти улар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры?

Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Йылы, йомшаҡ быймаларҙы кем генә яратмай?! Бигерәк тә беҙҙең төбәктә. Был аяҡ кейеменә ихтыяж һәр...

Тотош уҡырға 64

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай 22.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

“Халыҡтың хәүефһеҙлеге полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырылған шарттарға, уларҙың эшкә ниндәй...

Тотош уҡырға 44

Яңы машина кемдә?

Яңы машина кемдә? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Әбйәлил районы ветеринария станцияһы өр-яңы “Лада Ларгус” автомобиле менән тулыланды....

Тотош уҡырға 33

Аҡса алмашына!

Аҡса алмашына! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө урамында бер ханым өлкән йәштәге инәйгә килеп, алыҫ туғаны булыуы хаҡында хәбәр итә һәм тиҙҙән...

Тотош уҡырға 167

18 -се ҡаттан осоп төшкән

18 -се ҡаттан осоп төшкән 22.01.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөнөң Пушкин 45/1 урамындағы йорттоң 18-се ҡатынан 13 йәшлек үҫмер осоп төшкән....

Тотош уҡырға 174

Тере баланы ...ерләгәндәр

Тере баланы ...ерләгәндәр 22.01.2019 // Йәмғиәт

Һиндостандың Шахджаханупр ҡалаһында була был хәл....

Тотош уҡырға 258

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәрҙең береһе яман шеш менән сирләй....

Тотош уҡырға 126

Автобус ауҙы

Автобус ауҙы 22.01.2019 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ – Раевка юлында НефАз пассажирҙар автобусы ауған....

Тотош уҡырға 114

Һыуыҡ көндәр дауам итә

Һыуыҡ көндәр дауам итә 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы яңы мәғлүмәт бирҙе....

Тотош уҡырға 63

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе 22.01.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Цабал тау полигонынан Абхазиялағы даими тупланыу пунктына барғанда хәрби техника...

Тотош уҡырға 93

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар 22.01.2019 // Йәмғиәт

Биш-ете көндән Сибайҙағы карьерға һыу ағыҙыу буйынса эш башлана....

Тотош уҡырға 87

Муттарға шул ғына кәрәк!

Муттарға шул ғына кәрәк! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Фажиғәнән дә үҙҙәренә кәсеп табып, табыш алып йәшәгәндәр бар. Магнитогорскиҙағы ҡайғылы ваҡиғанан...

Тотош уҡырға 81