Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Торлаҡ сертификатын нисек алырға?

Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо көндәрҙә төрлө үтенестәр менән килгән ете кешене ҡабул итте.

Һорауҙар төрлөсә: “Хеҙмәт ветераны” исемен юллау, эшкә урынлашыу, күп балалы ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, балаға айлыҡ түләүҙәр, шулай уҡ ғаиләләге көрсөк, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә субсидиялар биреүгә ҡағылған мәсьәләләр.

Ошо уҡ тормошсан хәлдәрҙең, һорау­ҙарҙың башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындырыу мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, шуларҙың береһенә нығыраҡ туҡталмаҡсыбыҙ. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников Учалы районынан килгән ишле ғаиләгә консультация бирҙе. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм торлаҡ сертификатын алыу буйынса йорттоң йәшәү өсөн яраҡһыҙ булыуы һөҙөмтәһендә сираттан тыш фатирға өмөтләнгән ғаилә менән һөйләшеү барышында мәсьәләгә асыҡлыҡ индерелде. Сираттағы йылға сертификат алыусылар исемлегенә инеүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡты торлаҡ шарттары билдәләнгән тәртиптә йәшәү өсөн яраҡһыҙ тип танылған күп балалы ғаиләләр ала. Һөйләшеү барышында ғаилә йәшәгән торлаҡтың рәсми рәүештә яраҡһыҙ итеп танылмағаны билдәле булды. Ҡабул итеүгә килгән ғаиләгә торлаҡты йәшәүгә яраҡһыҙ тип таныу өсөн урындағы үҙидара органдары тарафынан рәсмиләштерелгән документтар менән раҫланырға тейешлеге тураһында консультация бирелде. Торлаҡ сертификаты алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ биргән башҡа закондар ҡаралмаған. Тимәк, ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн тәүҙә Учалы районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башҡаларҙың да иҫенә төшөрәбеҙ: сертификат алыуға хоҡуҡ биш йәки унан да күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиә­ләнгән ишле, шулай уҡ тулы иҫәпләнмәгән ғаиләләргә бирелә. Аҙаҡ тыуған биш баланың йәше 18-ҙән артмаҫҡа тейеш.

Күп балалы ғаилә түбәндәге критерийҙарға эйә булырға тейеш:
а) билдәләнгән тәртиптә торлаҡҡа мохтажлығы раҫланырға, ә ата-әсәнең береһе урындағы үҙидара органында торлаҡҡа мохтаж сифатында сиратта торорға тейеш;

б) Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәүе (теркәлеүе) мотлаҡ.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: rv.smi44.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Өфө хакимиәте сайтында ҡала биләмәһенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы билдәләнгән рәсми...

Тотош уҡырға 26

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә 19.01.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө урамдарының береһендә “Шевроле Ланос” автомобиле менән “КамАЗ” бәрелешкән. Ике кеше зыян...

Тотош уҡырға 19

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 49

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Бөгөн Сибайҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышы ойошторолдо. Етәксе Данир...

Тотош уҡырға 58

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡырым Республикаһы делегацияһы “ПЭТ Технолоджи” Өфө ядро медицинаһы үҙәгендә булды....

Тотош уҡырға 32

Артабан йәшәр кәрәк

Артабан йәшәр кәрәк 18.01.2019 // Йәмғиәт

“Халыҡ контроле” проекты ағзалары ҡалалағы экология хәлен белеү һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән...

Тотош уҡырға 31

17 йәш ғүмер сигеме?

17 йәш ғүмер сигеме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Яңыраҡ Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙҙың, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә...

Тотош уҡырға 142

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ 18.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл Ҡырымда 2017 йылда Башҡортостанға тапшырылған “Юбилей” шифаханаһында реконструкция башлана....

Тотош уҡырға 49

Темәстәр ҡорама ҡорай

Темәстәр ҡорама ҡорай 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Бигерәк тә килен оҙатҡанда...

Тотош уҡырға 80

Бер евроға йорт алғың килмәйме?

Бер евроға йорт алғың килмәйме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Алдынғы Европа илдәрендә лә демографик хәл мөшкөл, күрәһең....

Тотош уҡырға 47

Офицерҙы юҡһыналар…

Офицерҙы юҡһыналар… 18.01.2019 // Йәмғиәт

Дүртөйлөләр үҙҙәренең халыҡ именлеге һағында торған ҡаһармандарын онотмай, исемдәрен мәңгеләштереү...

Тотош уҡырға 37

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме?

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге 1333-сө бойороғона ярашлы, 2019...

Тотош уҡырға 44