Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изгелектән изгелек ярала

Лира ЯҠШЫБАЕВА, яҙыусы:

– Ун ике йылдан торған мөсәлде Ҡабан йылы тамамлап ҡуйыуын кешеләр көтөп ала. Бар халыҡ: “Ҡабан йылы килә, илгә байлыҡ, муллыҡ, бәрәкәт килә”, – тип шатлана. Был йылда бала тыуһа: “Ҡабан йылында тыуҙы, иншаллаһ, балабыҙ бәхетле, тәүфиҡлы, иманлы булыр”, – тип ҡыуаналар. “Туған йәнле, әҙәм ыңғайлы, йомшаҡ күңелле, шәфҡәтле булһын”, – тип теләк теләйҙәр.

Минең дә тыуған йылымдан уңдым тип әйтергә хаҡым бар. Әле йондоҙнамәмде уҡып ултырҙым, бик күп сифаттарым ошо йылдың ҡылыҡһыр­лауына тап килә икән. Аллаһ һаулыҡ-сәләмәт­леген йәлләмәй биргән. Уйлаған уйыма, изге ниәтемә ирешмәй, алдыма алған эште еренә еткермәй ҡуймайым. Таш яуһа ла, барыр еремә барам, эшемде башҡарып ҡуям. Сәйәхәт итергә лә яратам. Тәү ҡарашҡа йыуаш ҡына күренһәм дә, һайлаған юлымдың хаҡлығына инанһам, ул юлдан мине һис кем тайпылта алмай.

Һәр нәмәгә үҙ фекерем бар. Ошо сифатым арҡаһында халҡыбыҙ изгеләре хаҡында яҙа алғанмындыр. Хатта үҙемдең ҡәләмдәштә­ремдән ауыр-ауыр һүҙҙәр ишетергә тура килһә лә, барған юлымдан ситләшмәнем, башлаған эшемде ярты юлда ташлап ҡуйманым. Халҡым күңеленә сәскән орлоҡтарым, ниһайәт, шытып сыҡты, тамыр ебәрҙе, гөрләп үҫеп китте. Халҡым дингә ҡайта.

Бер сифатым бар, йондоҙнамәлә ул кире сифаттан һанала, кешене йәлләйем, кешегә ышанам. Бер ҡатлымын, хәйлә, мәкергә маһир түгелмен. Ваҡ-төйәктә алданһам да (мәҫәлән, берәй нәмә алалар ҙа бирмәйҙәр), яҙмышҡа ҡағылышлы етди хәлдәрҙә Аллаһым аяны, Ҡабан йылы һәр саҡ һаҡланы. Минең һымаҡ етем ҡыҙға кем өйләнһен, кейергә йүнле кейемем юҡ. Башҡалар ял итә, театрға йөрөй, ә мин дәрестәрҙән һуң эшләйем, тип уйлай инем. Яҙмышым миңә үҙе тапты бынамын тигән юлдашты. Вахит исемле егет, миңә тормошҡа сыҡ, тип тәҡдим яһаны. Ҡайнар мөхәббәт һүҙҙәрен һөйләп торманы: “Мин һиңә нужа күрһәтмәм, кәм-хур итмәм, гел ҡәҙерләп кенә йәшәтермен”, — тине. Вахитым йәш саҡта әйткән һүҙенә тоғро ҡалды, мин уның менән бәхетле булдым, балаларымдан уңдым.

Үҙемде алғы планға ҡуйманым. Был да Ҡабандарға хас сифат. Шул арҡалы хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына яҙышыр өсөн ҡулыма ҡәләм алдым. Яҙған бер әҫәрем гәзит-журналдарҙа баҫылып торҙо. Бөгөн тәржемәләрем менән бергә һанағанда, егермеләп китап авторымын. Хикәйәләрем өсөнсө-алтынсы кластарҙың “Туған тел” дәреслектәрендә баҫылып сыҡты.

Ҡабан сусҡаһы йылына ҡыуанып, имен-аман аяҡ баҫабыҙ. Һәр ҡайһыбыҙ унан тик изгелек көтә, алдағы көндәргә яҡты өмөт бағлай. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ тартыла, изгелектән изгелек ярала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры?

Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Йылы, йомшаҡ быймаларҙы кем генә яратмай?! Бигерәк тә беҙҙең төбәктә. Был аяҡ кейеменә ихтыяж һәр...

Тотош уҡырға 64

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай 22.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

“Халыҡтың хәүефһеҙлеге полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырылған шарттарға, уларҙың эшкә ниндәй...

Тотош уҡырға 44

Яңы машина кемдә?

Яңы машина кемдә? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Әбйәлил районы ветеринария станцияһы өр-яңы “Лада Ларгус” автомобиле менән тулыланды....

Тотош уҡырға 33

Аҡса алмашына!

Аҡса алмашына! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө урамында бер ханым өлкән йәштәге инәйгә килеп, алыҫ туғаны булыуы хаҡында хәбәр итә һәм тиҙҙән...

Тотош уҡырға 167

18 -се ҡаттан осоп төшкән

18 -се ҡаттан осоп төшкән 22.01.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөнөң Пушкин 45/1 урамындағы йорттоң 18-се ҡатынан 13 йәшлек үҫмер осоп төшкән....

Тотош уҡырға 174

Тере баланы ...ерләгәндәр

Тере баланы ...ерләгәндәр 22.01.2019 // Йәмғиәт

Һиндостандың Шахджаханупр ҡалаһында була был хәл....

Тотош уҡырға 258

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәрҙең береһе яман шеш менән сирләй....

Тотош уҡырға 126

Автобус ауҙы

Автобус ауҙы 22.01.2019 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ – Раевка юлында НефАз пассажирҙар автобусы ауған....

Тотош уҡырға 114

Һыуыҡ көндәр дауам итә

Һыуыҡ көндәр дауам итә 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы яңы мәғлүмәт бирҙе....

Тотош уҡырға 63

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе 22.01.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Цабал тау полигонынан Абхазиялағы даими тупланыу пунктына барғанда хәрби техника...

Тотош уҡырға 93

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар 22.01.2019 // Йәмғиәт

Биш-ете көндән Сибайҙағы карьерға һыу ағыҙыу буйынса эш башлана....

Тотош уҡырға 87

Муттарға шул ғына кәрәк!

Муттарға шул ғына кәрәк! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Фажиғәнән дә үҙҙәренә кәсеп табып, табыш алып йәшәгәндәр бар. Магнитогорскиҙағы ҡайғылы ваҡиғанан...

Тотош уҡырға 81