Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылдар араһында айырма юҡ

Комил СИРАЖЕТДИНОВ,
“Хазина тур” турист компанияһының генераль директоры:

– Ислам дине раҫлауынса, йылдар араһында айырма юҡ, шуға күрә һәр мөсәлдән тик изгелек көтәбеҙ. Тырышып эшләһәң, бар өлкәлә лә алға китеш була. Быйыл төбәк өсөн еңелдән булманы, шуға ла Ҡабан йылында беҙҙең республика ал­дынғылар рәтенә әйләнеп ҡайтһын, тип теләйем.
Әле иҡтисадта ла тотороҡһоҙлоҡ күҙәтелә, ай һайын үҙгәрештәр булып тора, шуға ла уның һулышына яраҡлашып, заман елен тойоу мөһим. Һәр кем үҙ алдында яуаплылыҡ тойоп, республикабыҙҙың абруйын күтәреү өсөн тос өлөш индерһен.

Башҡортостан Республикаһының тәбиғәте Швейцария, Австрияныҡы менән сағыштырырлыҡ, шуға күрә уның гүзәллеге хаҡында туристар донъяһына еткереү өсөн тырышабыҙ. Төбәктә туризм үҫешһә, тәбиғәтте лә һаҡлаясаҡбыҙ. Билдәлелек алған тәбиғи ҡомартҡыларҙы ни тиклем күберәк кеше белһә, улар шунса яҡлаулы буласаҡ. Еребеҙҙе туристар мәккәһенә әйләндерергә кәрәк. Ул саҡта турфирмаларҙың эшмәкәрлеге генә түгел, ресторан, ҡунаҡханалар бизнесы, сувенирҙар эшләү шөғөлө лә үҫәсәк. Ауыл кешеһе етештергән милли ризыҡтарға ла ихтыяж артасаҡ, сөнки туристарға сифатлы туҡлан­дырыуҙы ойоштороу талап ителә. Ошо күҙлектән сығып фекер йөрөтһәк, бөгөнгө менән генә йәшәргә ярамай, киләсәкте лә уйлайыҡ.

Беҙ эске туризмды үҫтереү маҡ­сатында эшләйбеҙ. Төбәккә килгән ҡунаҡтар һаны йылдан-йыл арта, әммә киләһе йылда был ағымды тағы ла күбәйтеү бурысы тора. Республикала Шүлгәнташ мәмерйәһе, Павловка, Нөгөш һыу һаҡлағыстарына кеше күп килә. Ил күләменә күҙ һалһаҡ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Сочи, Соль-Илецк ҡалалары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Яңы йылды Өфөлә ҡаршыларға теләгәндәр араһында Һамар, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән туристар күп. Улар ҡунаҡханаларға урынлашып, байрамда ҡатнаша. Рес­публи­каның үҙенсәлекле ял яратҡан кешеләре Яңы йылды Бөрйән райо­нында ҡаршыларға теләй, шулай уҡ Ҡазан, Сочи, Санкт-Петербург ҡала­ларына юллана.

Ҡабан йылы муллыҡ, именлек, ырыҫ килтерер, тип өмөтләнәбеҙ. Минең өсөн дә ул уңышлы булыр тип ышанам.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры?

Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Йылы, йомшаҡ быймаларҙы кем генә яратмай?! Бигерәк тә беҙҙең төбәктә. Был аяҡ кейеменә ихтыяж һәр...

Тотош уҡырға 64

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай 22.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

“Халыҡтың хәүефһеҙлеге полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырылған шарттарға, уларҙың эшкә ниндәй...

Тотош уҡырға 44

Яңы машина кемдә?

Яңы машина кемдә? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Әбйәлил районы ветеринария станцияһы өр-яңы “Лада Ларгус” автомобиле менән тулыланды....

Тотош уҡырға 33

Аҡса алмашына!

Аҡса алмашына! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө урамында бер ханым өлкән йәштәге инәйгә килеп, алыҫ туғаны булыуы хаҡында хәбәр итә һәм тиҙҙән...

Тотош уҡырға 167

18 -се ҡаттан осоп төшкән

18 -се ҡаттан осоп төшкән 22.01.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөнөң Пушкин 45/1 урамындағы йорттоң 18-се ҡатынан 13 йәшлек үҫмер осоп төшкән....

Тотош уҡырға 174

Тере баланы ...ерләгәндәр

Тере баланы ...ерләгәндәр 22.01.2019 // Йәмғиәт

Һиндостандың Шахджаханупр ҡалаһында була был хәл....

Тотош уҡырға 258

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәрҙең береһе яман шеш менән сирләй....

Тотош уҡырға 126

Автобус ауҙы

Автобус ауҙы 22.01.2019 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ – Раевка юлында НефАз пассажирҙар автобусы ауған....

Тотош уҡырға 114

Һыуыҡ көндәр дауам итә

Һыуыҡ көндәр дауам итә 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы яңы мәғлүмәт бирҙе....

Тотош уҡырға 63

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе 22.01.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Цабал тау полигонынан Абхазиялағы даими тупланыу пунктына барғанда хәрби техника...

Тотош уҡырға 93

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар 22.01.2019 // Йәмғиәт

Биш-ете көндән Сибайҙағы карьерға һыу ағыҙыу буйынса эш башлана....

Тотош уҡырға 87

Муттарға шул ғына кәрәк!

Муттарға шул ғына кәрәк! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Фажиғәнән дә үҙҙәренә кәсеп табып, табыш алып йәшәгәндәр бар. Магнитогорскиҙағы ҡайғылы ваҡиғанан...

Тотош уҡырға 81