Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Серле буяуҙар донъяһында

Уның ҡулынан матурлыҡ тама.

Районда үткән мәҙәни саралар, төрлө тамашалар тиһеңме, һабантуй булһынмы, йә иһә ауыл клубтарында ойошторолған тематик кисәләрме – барыһында ла уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тәү ҡарашҡа күҙгә күренмәгән кеүек тойолһа ла, кисәнең нисек үтеүе ысынында рәссам-биҙәүсенең фантазияһынан, уның оҫта ҡулы эшләгән декорация, плакат һәм сәхнә эмблемаларынан да тора.

Был йәһәттән Хәйбулла райо­нының Аҡъяр мәҙәниәт йортонда оҙаҡ йылдар эшләгән Раил Аллабирҙин һынатҡаны юҡ. Әйткәндәй, уның хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу. Ул да булһа, 1981 йылдан алып бөгөнгә тиклем район мәҙәниәт йортоноң рәссам-биҙәүсеһе.

Раил Ғибат улының эш бүл­мәһендә – ижади тәртипһеҙлек: бер яҡта инде тамамланған һәм яҙыласаҡ мәҙәни сараға эмблема, икенсеһендә – уларҙы би­ҙәр өсөн тәғәйенләнгән багеттар, тағы ла арыраҡ – төрлө ҙурлыҡтағы буяу бумалалары һәм буяуҙар. Әҙер һүрәттәр ҙә өйөлөп ята. Бер яҡ ситтәрәк “Һы­лыуҡай”, “Көҙһылыу” кон­курс­тарының, халыҡ театры артистарының ҡуйған спектакл­дәренең декорациялары. Геро­йымдың тылсымлы ҡулдары менән сәхнә бер нисә секундта танымаҫлыҡ сүрәткә керә, сөнки спектакль барышында сәхнәне биҙәү, кәрәкле реквизиттар менән тулыландырыу ҙа тап уның яуаплылығында.

Стенала – рәссамдың үҙ ҡу­лы менән яҙылған күҙҙең яуын алырлыҡ Хәйбулланың ҡылған­лы сал далаһы, матур тәбиғәтте сағылдырған күре­нештәр. Тик Раил Аллабирҙинға төп эшенән бушап, ҡулына ҡылҡәләм тотоп, тыуған яғының сикһеҙ матур­лы­ғын данлаған пейзаж төшө­рөп ултырырға тура килмәй. Уныһына ла буш ваҡытта йә төн йоҡоһо иҫәбенә генә тотона. Хәйер, үҙ эшен яратып һәм күңел һалып башҡара ул.
– Әгәр пейзажсы йәки портрет яһаусы бер йүнәлештә генә эш алып барһа, рәссам-биҙәү­се, декоратор өсөн офоҡтар ки­ңерәк. Миңә буяуҙар донъя­һында “йөҙөп” эшләргә мөмкин­лек етерлек. Бында фантазия­ның булыуы ла, эште нескә тойоуың да, буяуҙар менән дөрөҫ эш итә белеүең дә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен өйрәнеү ҙә талап ителә, спектаклдәргә декорациялар эшләгәндә, шул осорға тап килгән әйберҙәргә өҫтөнлөк биреү мотлаҡ. Шулай уҡ заман талаптарына яуап бирерлек төрлө форматлы һүрәттәр эшләргә лә тура килә. Бөгөн күп осраҡта интернет ярҙамға килә, унан күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин, – ти әңгәмәсем.

Беҙ аралашҡан ваҡытта ла Раил Ғибат улы Яңы йыл тамашалары өсөн 2019 йылдың хужаһы – Ҡабан битлеген яһау менән мәж килә ине. Әйткәндәй, ул үҙе лә Ҡабан йылында тыуған. Уңған рәссам-биҙәүсе ҡулы менән ябай ғына материалдан “һә” тигәнсә күҙҙең яуын алып торған Йыл хужаһы битлеге килеп тә сыҡты.

Бүребай ауылында донъяға килгән Раил Аллабирҙиндың атаһы совхоз-колхоз рәйесе булғас, уға райондың төрлө ауыл мәктәптәрендә белем алырға тура килә. Әммә бер ҡасан да яратҡан шөғөлө – һүрәт төшөрөүҙе ташламай. Малайҙарының матур рәсем яһауын күргән ата-әсәһе ул уҡырға төшмәҫ элек ҡалын бер дәфтәр һатып алып бирә. Күрәһең, ул ваҡытта альбом булмағандыр. Бер дәфтәр төшөргән һүрәттәрен әле лә һағынып телгә ала әңгәмәсем. “Атайым да оҫта рәссам ине, кис миңә аттар һүрәтен эшләп күрһәтер ине, ә мин икенсе көнө ул ҡайтҡансы уларҙы бер нисә тапҡыр төшөрөп ҡуя торғайным. Сана менән ат, сабып барған аттарҙы һүрәтләүҙе тап атайым өйрәтте. Мәктәптә уҡыған йылдарымда мәктәп стена гәзите рәссамы булдым, бөтә һүрәт­тәрҙе эшләү миңә йөкмәтелә ине. Һәр байрамда һүрәттәрем сәхнәне биҙәй торғайны”, – ти Раил Ғибат улы.

Магнитогорск ҡалаһындағы политехник училищены тамамлап, рәссам-биҙәүсе, декоратор дипломын алып ҡайтҡандан алып һөнәренә тоғро ҡала ул. Тормошонан да уңған: ҡатыны Филзә менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Айгөл, Миләүшә һәм Таңсулпандың барыһы ла бейеүсе, район мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Сиҙәм” халыҡ бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Әйткәндәй, Раил Аллабирҙин – үҙе оҫта бейеүсе һәм йырсы, шулай уҡ ҡурайҙа ла уйнай.

Өс ейән-ейәнсәргә хәстәр­лек­ле олатай бәләкәйҙән улар­ҙы һүрәт төшөрөүгә ылыҡтыра. Кем белә, бәлки, киләсәктә улар олаталарының юлын дауам итер.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры?

Кемдең быймаһы иң йылыһы һәм матуры? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Йылы, йомшаҡ быймаларҙы кем генә яратмай?! Бигерәк тә беҙҙең төбәктә. Был аяҡ кейеменә ихтыяж һәр...

Тотош уҡырға 68

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай

Шарттар ниндәй – һөҙөмтә шундай 22.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

“Халыҡтың хәүефһеҙлеге полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн булдырылған шарттарға, уларҙың эшкә ниндәй...

Тотош уҡырға 46

Яңы машина кемдә?

Яңы машина кемдә? 22.01.2019 // Йәмғиәт

Әбйәлил районы ветеринария станцияһы өр-яңы “Лада Ларгус” автомобиле менән тулыланды....

Тотош уҡырға 33

Аҡса алмашына!

Аҡса алмашына! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө урамында бер ханым өлкән йәштәге инәйгә килеп, алыҫ туғаны булыуы хаҡында хәбәр итә һәм тиҙҙән...

Тотош уҡырға 171

18 -се ҡаттан осоп төшкән

18 -се ҡаттан осоп төшкән 22.01.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөнөң Пушкин 45/1 урамындағы йорттоң 18-се ҡатынан 13 йәшлек үҫмер осоп төшкән....

Тотош уҡырға 177

Тере баланы ...ерләгәндәр

Тере баланы ...ерләгәндәр 22.01.2019 // Йәмғиәт

Һиндостандың Шахджаханупр ҡалаһында була был хәл....

Тотош уҡырға 259

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй

Ғәйепләнеүсе яман шеш менән сирләй 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тәүтикшереүсе ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнеүселәрҙең береһе яман шеш менән сирләй....

Тотош уҡырға 128

Автобус ауҙы

Автобус ауҙы 22.01.2019 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ – Раевка юлында НефАз пассажирҙар автобусы ауған....

Тотош уҡырға 116

Һыуыҡ көндәр дауам итә

Һыуыҡ көндәр дауам итә 22.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы яңы мәғлүмәт бирҙе....

Тотош уҡырға 64

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе

Яҡташыбыҙ зыян күрҙе 22.01.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Цабал тау полигонынан Абхазиялағы даими тупланыу пунктына барғанда хәрби техника...

Тотош уҡырға 94

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар

Сибай карьерына һыу тултырасаҡтар 22.01.2019 // Йәмғиәт

Биш-ете көндән Сибайҙағы карьерға һыу ағыҙыу буйынса эш башлана....

Тотош уҡырға 88

Муттарға шул ғына кәрәк!

Муттарға шул ғына кәрәк! 22.01.2019 // Йәмғиәт

Фажиғәнән дә үҙҙәренә кәсеп табып, табыш алып йәшәгәндәр бар. Магнитогорскиҙағы ҡайғылы ваҡиғанан...

Тотош уҡырға 83