Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Юғалған” йорттар табыла...
Алданған өлөшсөләр мәсьәләһе нисек хәл ителә?

Үткән йылдың һуңғы көндәрендә республикала бер нисә проблемалы объектты ҡулланыусыларға – төҙөлөш тамамланырын күптән көткән фатир хужаларына – тапшырыу тураһында яҙғайныҡ инде. Бындай йорттар тағы ла бар әле, уларҙы ла тиҙ арала һалып бөтөү өсөн ниндәй саралар күреләсәк һәм, иң мөһиме – ошондай проблема даими тыуып тормаһын өсөн нимәләр эшләнә?

Шундай ҡайһы бер йорттарҙың проблемалы объекттар исемлегенә эләгеүенә, йәғни ҡулланыусылар менән килешеүҙә ҡаралған тапшырыу ваҡытын уҙып китеүенә һәм хатта туҡтап ҡалыуына нимә сәбәпсе? Был һорауға республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе­нең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев: “Һәр проблемалы йорттоң үҙ тарихы бар инде ул – кемдер иҡтисади яҡтан хаталарға юл ҡуйған, кемдер төҙөлөш өсөн ҙур майҙан алған һәм күп һанлы йорттарҙы бер юлы һала башлаған, кемгәлер хаҡтарҙың артып китеүе аяҡ салған... Ахырҙа уларҙың көсө етмәгән, эш туҡтап ҡалған, хәҙер республика ярҙамы менән был йорттарҙы тамамлап ҡуйырға тейешбеҙ”, – тине.

Ундай ойошмалар араһында махсус “хаталанған” фирмалар ҙа булыуы һис кемгә сер түгел. Уларҙың ҡайһы берҙәре хөкөм ителде лә инде һәм беҙҙең гәзиттең был күренеш тураһында яҙғаны бар. Алданған өлөшсөләр күргән зыянды һәм ошондай енәйәтсел “төҙөүселәр” арҡаһында республика ҡаҙнаһы түккән сығымды өлөшләтә ҡаплата алдылар, буғай, ул турала аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенән һуң проблемалы объекттарҙы төҙөү бермә-бер йәнләнә төштө һәм хатта 2018 йыл тамамланырға һанаулы ғына ваҡыт ҡалғанда күп ҡатлы бер нисә йортто тулыһынса әҙер итеп тә ҡуйҙылар. Тимәк, ресурстар булған...

Шулай ҙа ошоға хәтлем алданған өлөшсөләр исемлегендә булған фатир хужалары бер кемгә лә үпкәләмәй. Улар ысынбарлыҡты яҡшы төшөнә, сөнки “алданған өлөшсөләр” проблемаһы беҙҙәге баҙар иҡтисадының сәйер бер яғын фашланы – бөтә хоҡуҡи ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән ике яҡлы килешеүҙең үтәлеше мотлаҡ булмаҫҡа ла мөмкин. Быға саҡлы үткәрелгән күп һандағы кәңәшмәләр ҙә мәсьәләне хәл итеүҙә һынылыш тыуҙыра алманы. Әгәр ҙә Радий Фәрит улы тәғәйен вазифалағы кешеләргә аныҡ күрһәтмәләр бирмәһә һәм уларҙың үтәлеш ваҡытын билдәләмәһә, был социаль проблеманың нимә менән бөтөрөн күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын булыр ине. Әйткәндәй, “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексында бер нисә йорттоң фатирҙарына асҡыс тапшырғанда Өфө районы хакимиәте башлығы Вилорий Угаров алданған өлөшсөләр алдында үҙе һәм төҙөүселәр исеменән ғәфү үтенде.

Өфөләге Дим районының “Көмөш инеш” биҫтәһендә яңы йорттағы фа­тирҙарға асҡыс тапшырыу тантанаһында Ләйсән һәм Илнур Усмановтар менән һөйләшеп киттек:

– Мин үҙем Стәрлебаш районынан, ирем Стәрлетамаҡтыҡы. Дим биҫтәһе­ндәге ошо фатир, килешеүҙә ҡаралғанса, бер йылдан әҙер булырға тейеш ине. Дүрт йыл көттөк, өмөттәр өҙөлә лә башлағайны... Быға хәтлем йәшәү майҙанын ҡуртымға алырға тура килде, – ти хужабикә.

Улар ҙа һис зарланмай, фәҡәт Илнур һәм кескәй ҡыҙҙары Алина менән бергәләп яңы торлаҡ майҙанын үҙ зауығы буйынса нисек матурлау, йыһазландырыу тураһында ғына уйлай икән. Туғыҙынсы ҡаттағы фатир әлегә “ҡараса эшләнгән” – бүлмәләрҙең ишектәре лә, унитаз менән раковинаһы ла юҡ, стена менән түшәм дә яланғас. Яңы йорттар хәҙер һәр урында шулай эшләнә, был квадрат метрҙың хаҡын арзанайтырға ярҙам итә, тиҙәр, ә яңы күсеп килгән хужалар барыбер обой, линолеум, кафель кеүек биҙәктәрҙе ғаилә талаптарына ярашлы үҙгәртә башлаясаҡ. Фатир хәтлем фатир һатып алырға аҡса еткергәнде, биҙәкләү эшенә генә форсат табырҙар инде. Хатта ипотека түләгән хәлдә лә. Артабан бөтәһе лә үҙҙәренән тора һәм ваҡыт та ашыҡтырмай.

Бөгөн республикабыҙҙа барлығы 47 проблемалы йорт бар. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты раҫлауынса, объекттарҙың 30 проценты төҙөлөш ойошмаһына комплекслы ярҙам күрһәтеү аша, ҡалғаны дәүләт иҫәбенә төҙөлөп бөтәсәк.

Йәшерен-батырыны юҡ – төҙөүселәр йыш ҡына йортто ашығып, үҙ ваҡытында отчет бирергә ынтылып, тапшыра һала ла һуңынан фатир алыусылар байтаҡ ваҡыт кәмселектәрҙе төҙәтеү менән мәшғүл, төҙөлөш ойошмаһы менән ыҙғыш сыға. Әммә “Көмөш инеш” һәм “Яңы Булгаков” биҫтәләрендә барыһы ла заман талаптары ҡушҡанса эшләнгән: тәүҙә йылытыу, электр, һыу үткәргестәр, елләтеү һәм башҡа системаларҙың проект документтарында күрһәтелгән үлсәмдәргә тап килеүенә белдекле тикшереү үткәргәндәр. Шунан торлаҡтың кеше йәшәү шарттарына тура килеүе тураһында рәсми һығымта яһалған.

Алданған өлөшсөләр проблемаһы бөтә илебеҙгә хас. Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдең 69 төбәгендә былтырғы йыл аҙағына 785 проблемалы объект иҫәпләнгән һәм алданған өлөшсөләр һаны 46 мең кешенән ашҡан. РБК агентлығы хәбәр итеүенсә, бындай граждандарҙың һаны йыл эсендә сирек тапҡырға артҡан. Күптән түгел барлыҡҡа килгән ҡағиҙәләргә ярашлы, граждандар фатир асҡысы тапшырылыу ваҡыты ярты йылдан ашып киткән хәлдә лә был йортто проблемалы объекттар исемле­генә индереүҙе талап итә аласаҡ. Элек төҙөлөш ойошмаһына ҡарата бөлгөнлөк процедураһы тамамланғас ҡына йортто ошо исемлеккә индерергә мөмкин булһа, хәҙер был процедура башланыу менән шундай форсат тыуасаҡ. Ә был реестрға инеү өлөшсөләргә яңы шарттар тыуҙыра: төбәк властары был объекттың “юл картаһы”н булдырырға һәм өс ай һайын Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығына мәсьәләнең нисек хәл ителеше тураһында отчет биреп торорға тейешле.

Башҡортостан күптән инде төҙөлөш киң ҡолас менән барған төбәктәрҙең береһе булып танылған. Әлеге мәлдә лә был тармаҡтағы эшмәкәрлек һүлпәнәймәй. Объекттарҙы һалыуҙа совет заманында уҡ сифатлы күркәм биналар төҙөп танылған ҙур һәм абруйлы ойошмалар менән бергә ваҡ фирмалар ҙа ҡатнаша. Ә уларҙың төрлөһө бар. Шуға күрә торлаҡ баҙарында намыҫһыҙ кешеләр әленән-әле осрап тора. Улар бер ҡатлыраҡ граждандарға шикле схемаларҙа ҡатнашырға тәҡдим итә һәм тиҙ ышаныусан клиенттарҙы таба. Ғәмәлдә бынан һаҡланыуҙың ябай ғына ҡағиҙәләре бар. Дөрөҫ мәғлүмәтте ниндәйҙер ваҡ-төйәк контораларҙа түгел, ә электән билдәле етди төҙөлөш ойошмаларында һәм хатта уларҙың интер­неттағы сайттарында ла таба алабыҙ.

Алексей МИХАЙЛЕНКО, республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуға контроль бүлеге етәксеһе:
– Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыуға контроллек итеүҙә беҙҙең Дәүләт комитетының үҙ вәкәләттәре бар, ул 214-се Федераль законға нигеҙләнә. Беҙҙең бурыс – намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе төҙөлөш баҙарына индермәү, уларҙың әле эшләгәндәренең дә ҡануниәт талаптарын күҙәтеүен контролдә тотоу. Закондар даими үҙгәрә бара, әлбиттә, бына яңыраҡ төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһындағы ҡануниәткә тағы өҫтәмә индерелде, төҙөлөш ойошмаһының үҙенә лә, документтарына ла талаптар хәҙер ҡатыраҡ. Элегерәк ундай шарттар ҡуйылмай ине, шуға ла төҙөлөшкә байтаҡ намыҫһыҙ ойошмалар килгән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Өфө хакимиәте сайтында ҡала биләмәһенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы билдәләнгән рәсми...

Тотош уҡырға 26

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә 19.01.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө урамдарының береһендә “Шевроле Ланос” автомобиле менән “КамАЗ” бәрелешкән. Ике кеше зыян...

Тотош уҡырға 19

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 49

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Бөгөн Сибайҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышы ойошторолдо. Етәксе Данир...

Тотош уҡырға 58

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡырым Республикаһы делегацияһы “ПЭТ Технолоджи” Өфө ядро медицинаһы үҙәгендә булды....

Тотош уҡырға 32

Артабан йәшәр кәрәк

Артабан йәшәр кәрәк 18.01.2019 // Йәмғиәт

“Халыҡ контроле” проекты ағзалары ҡалалағы экология хәлен белеү һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән...

Тотош уҡырға 31

17 йәш ғүмер сигеме?

17 йәш ғүмер сигеме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Яңыраҡ Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙҙың, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә...

Тотош уҡырға 142

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ 18.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл Ҡырымда 2017 йылда Башҡортостанға тапшырылған “Юбилей” шифаханаһында реконструкция башлана....

Тотош уҡырға 49

Темәстәр ҡорама ҡорай

Темәстәр ҡорама ҡорай 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Бигерәк тә килен оҙатҡанда...

Тотош уҡырға 80

Бер евроға йорт алғың килмәйме?

Бер евроға йорт алғың килмәйме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Алдынғы Европа илдәрендә лә демографик хәл мөшкөл, күрәһең....

Тотош уҡырға 47

Офицерҙы юҡһыналар…

Офицерҙы юҡһыналар… 18.01.2019 // Йәмғиәт

Дүртөйлөләр үҙҙәренең халыҡ именлеге һағында торған ҡаһармандарын онотмай, исемдәрен мәңгеләштереү...

Тотош уҡырға 37

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме?

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге 1333-сө бойороғона ярашлы, 2019...

Тотош уҡырға 44