Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гаджет (Юмореска)
– Шылт, шылт...
Эй, яратам да инде ошо тауышты! Һеҙгә лә ул таныштыр. Телефоныма эш хаҡы килгәнен белдереп банктан килгән смс тауышы ул. Тик “шылт” итеп аҡса төшөр өсөн “шып” итеп барып ултырыр­лыҡ эш урыны кәрәк шул!

Бер көндө етәксебеҙ беҙҙе йыйып алды ла:
– Эшләгегеҙ килһә, минеке кеүек крутой телефон алығыҙ, – тип бойорҙо. – Эш сәфәре менән күп йөрөйөм, мине юҡ тип, тик ул­тыр­мағыҙ. Нимә менән шөғөл­ләнеүе­геҙҙе телефонға төшөрөп, ебәреп тороғоҙ, – тине.
Һай, башлы ла икән беҙҙең түрә! Шулай булмаһа, юғары урында ултыртмайҙар инде уны.

Икенсе көндө барыбыҙҙың да шәп телефондары пәйҙә булды. Ә ниңә, алдыҡ шул! Хәҙер нимә эшләһәк тә телефон камераһына төшөрә барабыҙ. Һәләк матур килеп сыға. Хатта ҡайһы берҙәребеҙ сағыуыраҡ фотолар булһын өсөн модный күлдәктәр ҙә һатып алды.

Эш өҫтәле артында ла, күмәкләп йыйылып та, ҡағыҙҙар араһына башыбыҙ менән сумып та фотоға төшәбеҙ, ҡыҫҡаһы, сөскөргәнде лә телефонға теркәй барабыҙ. Уларҙы биҙәкле рамдарға ҡуйып кабинет стеналарын тултырҙыҡ, вәт! Әйҙә күрһендәр әле нисек эшләгәнде.

Ысынлап та, уңыш оҙаҡ көт­төрмәне. Беҙҙең “эш” өҫтөндә төшкән фотоларҙы баһалап, “иң яҡшы коллектив” тигән исем бирҙеләр һәм арыу суммала премия ла эләкте. Йәшәһен телефон һәм уның камераһы, хи-хи-хи...

Бер көн эштән ҡайтыуыма улым:
– Әсәй, тағы бер телефон кәрәк! – тимәһенме.
– Бәй, бәй, яңы ғына өр-яңы модель смартфон алып бирҙем бит, – тим, ғәжәпләнеп.
– Быныһы ябайыраҡ булһа ла ярай, – ти улым, күҙ йәштәрен ялтыратып.
– Аһ, аһ, ту һиңә крутой, ту һиңә ябай... Нисек аңларға?

Шул ваҡыт улым серен асып һалды:
– Беләһеңме, әсәй, уҡытыусы яҙма эш алдынан барыбыҙҙың да телефондарын йыйып ала. Шул ваҡыт беҙ ябайыраҡ телефонды уға тапшырабыҙ ҙа икенсеһен йәшереп кенә үҙебеҙҙә ҡалды­рабыҙ. Ну... крутойырағын, интернеттан күсерергә, “икеле” алғы килмәй бит.
Вәт, шилмалар! Нимә уйлап сығарғандар! Әйтәм, гел “дүртле” менән “бишле” алып ҡайта. Вәт, кил­де бит замана йәштәргә. Күрә­ләтә алдашырға өйрәтеү ҙәһә был баланы. Йә, ярай, кеше ни ҡылһа, шуны ҡыланһын, әйҙә! Аттестатына йүнле билдәләр кәрәк, имтихан­дарҙа ла шул телефон ярҙамға килә, уҡыу йортона инһә лә шул телефонһыҙ уҡый алмаҫ, шунан эшкә керһә – әпәт шул телефон...

Ата-әсәләр йыйылышында уҡытыусылары:
– Аралашыр өсөн ябай ғына телефондар алығыҙ. Белем сифатын бер нисек тә дөрөҫ асыҡлап булмай, интернет аша яуаптарын ғына алалар, – тигәйне, уҡыусыларҙың иҫ киткес телефонға һалышыуына зарланып.
– Хәҙер балалар өйгә эштәрен дә интернеттан алып, күсереп яҙып та тормай телефонға ҡарап яуап бирә, – тип тә аптыратҡайны.
...Бөгөн бер коллегабыҙ хәбәр һалды:
– Яңы модель телефон сыҡҡан. Тиҙ генә аҡса алыу менән һатып алайыҡ! Быныһы үҙебеҙ эшкә килмәгәндә лә эшләп ултырған итеп күрһәтә икән, – тине.
Уй, алырға өлгөрөргә кәрәк! Йүгерҙем...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Өфө хакимиәте сайтында ҡала биләмәһенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы билдәләнгән рәсми...

Тотош уҡырға 26

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә 19.01.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө урамдарының береһендә “Шевроле Ланос” автомобиле менән “КамАЗ” бәрелешкән. Ике кеше зыян...

Тотош уҡырға 19

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 49

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Бөгөн Сибайҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышы ойошторолдо. Етәксе Данир...

Тотош уҡырға 58

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡырым Республикаһы делегацияһы “ПЭТ Технолоджи” Өфө ядро медицинаһы үҙәгендә булды....

Тотош уҡырға 32

Артабан йәшәр кәрәк

Артабан йәшәр кәрәк 18.01.2019 // Йәмғиәт

“Халыҡ контроле” проекты ағзалары ҡалалағы экология хәлен белеү һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән...

Тотош уҡырға 31

17 йәш ғүмер сигеме?

17 йәш ғүмер сигеме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Яңыраҡ Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙҙың, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә...

Тотош уҡырға 142

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ 18.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл Ҡырымда 2017 йылда Башҡортостанға тапшырылған “Юбилей” шифаханаһында реконструкция башлана....

Тотош уҡырға 49

Темәстәр ҡорама ҡорай

Темәстәр ҡорама ҡорай 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Бигерәк тә килен оҙатҡанда...

Тотош уҡырға 80

Бер евроға йорт алғың килмәйме?

Бер евроға йорт алғың килмәйме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Алдынғы Европа илдәрендә лә демографик хәл мөшкөл, күрәһең....

Тотош уҡырға 47

Офицерҙы юҡһыналар…

Офицерҙы юҡһыналар… 18.01.2019 // Йәмғиәт

Дүртөйлөләр үҙҙәренең халыҡ именлеге һағында торған ҡаһармандарын онотмай, исемдәрен мәңгеләштереү...

Тотош уҡырға 37

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме?

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге 1333-сө бойороғона ярашлы, 2019...

Тотош уҡырға 44