Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ Ҡытайға барһаҡ, француздар беҙгә килә
Һуңғы осорҙа Рәсәйҙән 21 миллиард доллар күләмендә ауыл хужалығы продукцияһы экспортҡа оҙатылған. Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин: “2013 йылда 13 миллиард доллар тәшкил иткән, былтыр 21 миллиард долларҙан ашҡан. Был – беҙҙең өсөн яҡшы күрһәткес”, – тине.

Юл асылды

Рәсәй экспортҡа бойҙай һатыу буйынса донъяла иң алдынғы илдәрҙең береһе һанала. В. Путин билдәләүенсә, ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарында ла күрһәт­кестәр яҡшыра. Бығаса йәшелсә үҫтереү менән хәл ҡатмарлыраҡ булһа, был тармаҡта ла эш алға бара. Шулай ҙа уларҙы теплицала етештереү йәһәтенән шаҡтай аҡса кәрәк. Президенттың май указына ярашлы, 2024 йылға экспортҡа ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙы 45 миллиард долларға тиклем еткереү күҙаллана (2017 йылда 20,7 миллиард доллар булған).

Былтыр ситкә аҙыҡ-түлек сыға­рыу күләмен – 23 миллиард дол­ларға, быйыл – 24 миллиардҡа, 2020 йылда – 25 миллиардҡа, 2021 йылда – 28 миллиардҡа, 2022 йылда 34 миллиард долларға тиклем еткереү планлаштырыла.

Әйткәндәй, Ҡытайға Рәсәйҙән икмәк һәм һөт ризыҡтарын сыға­рыуға сикләүҙе бөтөрөү Башҡорт­ос­тан етештереүселәренә үҙенең аҙығын һатыу өсөн уңайлы шарттар асыр тип көтөлә. Республика иҡтисадының экспорт мөмкинлеге яҡшы тип иҫәпләй белгестәр.

Дөйөм алғанда, республикала ҡайһы бер аҙыҡ төрҙәре артығы менән етештерелә һәм уның 40 процент тирәһе ситкә сығарыла. 2017 йылда, мәҫәлән, 1,73 миллион тонна һөт һауылған, үҙебеҙҙе аҡ менән тәьмин итеү 130 про­центҡа еткән. Былтыр ҙа һөҙөмтә ошондай уҡ күләмдә булды. Әлегә 16,6 мең тонна ҡоро һөт әҙер­ләнгән. Был сығарылған продук­цияның 30 проценты самаһын экспортҡа оҙатыу мөмкинлеген бирә.
“Фабрик” компанияһының генераль директоры Владислав Пантюхин әйтеүенсә, ойошма Ҡытай­ҙың предприятиелары һәм етеш­тереүселәре араһында хеҙмәт­тәшлек ойоштороу менән мәшғүл. Бөгөн был илгә айырыуса ит һәм һөт продукцияһы һатыу отошло, сөнки Башҡортостан һөт иле булараҡ билдәле, ит тә тейешле күләмдә әҙерләнә.

Күптән түгел Ҡытайҙа ошо хаҡтағы документҡа ҡул ҡуйылды. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, “Бәләбәй һөт комбинаты” бөгөндән Ҡытай баҙарына үҙенең тауарын оҙатырға әҙер.

Әйткәндәй, илдәр һәм төбәктәр араһында үҙ-ара тауар әйләнеше даими үҫә бара. Һуңғы осорҙа Башҡортостан экспорт буйынса тәүге урынды биләй. Күрше дәү­ләткә 772,3 мең доллар күләмендә аҙыҡ-түлек һәм сеймал һатылған. Был 2017 йылдағынан 200 про­цент­ҡа күберәк (275 мең доллар).

Эксперт шулай уҡ ҡытайҙарҙы республикала туризмға ылыҡты­рыу өлкәһендә лә бәйләнеш булдырыуҙың файҙалы буласағын белдерә. “Ҡытай халҡына Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү оҡшай, сөнки беҙ – улар өсөн иң арзан илдәрҙең береһе”, – ти Пантюхин.

“Башҡорт һөтө шә-ә-ә-әп!”

Францияның Savencia Fromage&Dairy компанияһының генераль директоры Жан-Поль Торрис Башҡортостанда етештерелгән һөт сифатын юғары баһаланы. Был хаҡта ул Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үткән “Рәсәй саҡыра” тигән йыйындың пленар сессияһында белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, сит илдәр­ҙән аҙыҡ индереүҙе сикләү баш­ланғас, Рәсәй кәштәләрендә ком­панияның сыры юғалды. Шуға ла предприятие Рәсәй биләмәләрендә үҙенең сырын етештереү өсөн урын эҙләй башланы. Һөҙөмтәлә былтыр фирма “Бәләбәй һөт комбинаты” акцио­нерҙар йәмғиәтендә һыйыныр урын тапты. “Беҙ бығаса күп ферма­ларҙы һәм майҙан­сыҡтарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Әммә һөт йыйыу һәм һаҡлау өсөн заманса етештереү предприятиеһын тап Башҡортостанда тап иттек. Был беҙҙең бизнес өсөн бик уңышлы. Эшселәрҙең ошо шөғөлгә тиҙ өйрәнеүе ҡыуандырҙы. Урындағы етәкселәр ҙә ярҙам итә. Һөт сифатлы һәм тәмле булғанға күрә лә, етештергән сыр ҙа ашап туйғыһыҙ”, – тине Жан-Поль Торрис.

Компания комбинатта тағы ла юғарыраҡ сифатлы сыр әҙерләү технологияһын индереүҙе планлаштыра. Бында сығарылған ризыҡты тиҙҙән Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә, шул иҫәптән Ҡытайҙа ла һатыуҙы көйләргә теләй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Өфө хакимиәте сайтында ҡала биләмәһенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы билдәләнгән рәсми...

Тотош уҡырға 26

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә

Дәүләт инспекцияһы хәбәр итә 19.01.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө урамдарының береһендә “Шевроле Ланос” автомобиле менән “КамАЗ” бәрелешкән. Ике кеше зыян...

Тотош уҡырға 19

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр?

Халыҡ ҡасан ҡурҡыуҙан арыныр? 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт / Экология

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы делегацияһы Сибайҙағы хәлде тикшергәс, борсоулы халыҡ менән...

Тотош уҡырға 49

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой

Аҡһаҡалдарҙы милли матбуғат яҙмышы борсой 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Бөгөн Сибайҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышы ойошторолдо. Етәксе Данир...

Тотош уҡырға 58

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы

“Кибер-Бысаҡ” ҡыҙыҡһындырҙы 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡырым Республикаһы делегацияһы “ПЭТ Технолоджи” Өфө ядро медицинаһы үҙәгендә булды....

Тотош уҡырға 32

Артабан йәшәр кәрәк

Артабан йәшәр кәрәк 18.01.2019 // Йәмғиәт

“Халыҡ контроле” проекты ағзалары ҡалалағы экология хәлен белеү һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән...

Тотош уҡырға 31

17 йәш ғүмер сигеме?

17 йәш ғүмер сигеме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Яңыраҡ Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙҙың, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә...

Тотош уҡырға 142

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ

Йыл әйләнәһенә ял итеп буласаҡ 18.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл Ҡырымда 2017 йылда Башҡортостанға тапшырылған “Юбилей” шифаханаһында реконструкция башлана....

Тотош уҡырға 49

Темәстәр ҡорама ҡорай

Темәстәр ҡорама ҡорай 18.01.2019 // Йәмғиәт

Ҡорама ҡорау – халҡыбыҙҙың борондан килгән матур шөғөлдәренең береһе. Бигерәк тә килен оҙатҡанда...

Тотош уҡырға 80

Бер евроға йорт алғың килмәйме?

Бер евроға йорт алғың килмәйме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Алдынғы Европа илдәрендә лә демографик хәл мөшкөл, күрәһең....

Тотош уҡырға 47

Офицерҙы юҡһыналар…

Офицерҙы юҡһыналар… 18.01.2019 // Йәмғиәт

Дүртөйлөләр үҙҙәренең халыҡ именлеге һағында торған ҡаһармандарын онотмай, исемдәрен мәңгеләштереү...

Тотош уҡырға 37

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме?

Ҡаргиҙәрең теркәлгәнме? 18.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 19 декабрендәге 1333-сө бойороғона ярашлы, 2019...

Тотош уҡырға 44