Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Резеда менән донъя — түңәрәк

Бәхет сере нимәлә?

Резеда Миңлебай ҡыҙы Миндейәрова – “Тамыр”ҙың иң тәүге мөхәррирҙәренең береһе. 1992 йылдың 2 марты — “Тамыр” студияһының тыуған көнө. Резеда Миңлебай ҡыҙы эшкә көҙ урынлаша һәм радиола иң бәләкәстәр өсөн “Иләү”, телевидениела “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарын әҙерләй. Ә ҡыҙы Лилиә бәләкәй алып барыусыларҙың береһе була, әсәһенә “эшләшә”. “Тамыр” тапшырыуҙарының алып барыусылары балалар икәнен һәр кем белә, шуға күрә башҡорт телендә яҡшы һөйләшкән кескәйҙәр бик ҡәҙерле. Күп осраҡта эштә мөхәррирҙәрҙең үҙ балаларының ярҙамы әйтеп бөткөһөҙ.

Ваҡыт үтеү менән “Тамыр” үҫә барҙы – үҫмерҙәр өсөн бик күп яңы проекттар барлыҡҡа килде. Резеда Миңлебай ҡыҙы мәктәп тормошо яңылыҡтарын, төрлө сараларын яҡтыртыусы, әүҙем һәм тырыш уҡыусыларҙың төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашыуы хаҡында “Тәнәфес”, үҫмерҙәргә маяҡ булырҙай шәхес­тәр менән таныштырыусы “Аҡ елкән” тапшырыуҙары менән эфир­ға сыҡты.

2000 йылда Башҡортостан радиоһында “Юлдаш” йыр-моң каналы асылғас, “Тамыр” студияһына ла тура эфирҙа эшләү мөмкинлеге бирелде. Ә тура эфир кешенән иң тәүҙә үҙ-үҙеңә ышанғанлыҡ, теманы яҡшы белеүҙе талап итә, сөнки монтажлап төҙәтеү мөмкинлеге булмай, әйткән һәр һүҙең шунда уҡ тыңлаусыға барып етә. Шулай уҡ эфирға телефондан шылтыратыусылар менән дә теманан ситкә китмәй аралашыу оҫталығы кәрәк. Ә инде тапшырыуҙа балалар ҙа ҡатнашһа, яуаплылыҡ күп тапҡырға арта.

Бына 18 йыл инде Резеда Миң­лебай ҡыҙы “Күпер” программаһын әҙерләп алып бара. Тапшырыуҙа ул төрлө һөнәр кешеләре менән осраштыра, “Өләсәйҙәр мәктәбе”, “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, “Йондоҙло ғаилә” рубрикаларына ҡыҙыҡлы әңгәмәселәр саҡыра. Эфирҙар йөкмәткеле һәм бик йәнле үтә.

Мөхәррир булараҡ, рус һәм башҡорт телдәрендә берҙәй белемле, кешеләр менән уртаҡ тел таба алыу сифатына эйә булған Резеда Минлебай ҡыҙын 2003 йылда “Тамыр”ҙың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнеләр. Был вазифаның күҙгә күренмәгән эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел тиһәм, яңы­лышмам: сценарийҙар тикшереү, эфирға сыҡмаҫ элек үк әҙер тап­шырыуҙарҙы ҡарау, камераларға заявкалар биреү, монтаждар бүлеү, төрлө документтар тултырыу... Шул эштәрҙе башҡарғанда, үҙеңә лә тапшырыу әҙерләп эфирға сыға­рырға кәрәк. Был эштәрҙе баш мөхәррирҙең ығы-зығы тыуҙырмай, теүәл һәм аныҡ башҡарыуы уның үҙ эшенең оҫтаһы булыуынан киләлер. 2012 йылда Резеда Миңлебай ҡыҙы “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

“Күпер” тапшырыуында “Ояһын­да ни күрһә, осҡанында шул булыр” тигән рубрика бар, тигәйнем. Бында бала бағыу, тәрбиә биреү хаҡында өлгө булып торған ғаиләләр менән әңгәмә ҡорола. Резеда Миңлебай ҡыҙының үҙ ғаиләһе лә ана шундайҙарҙың береһе тип әйтһәм, һис яңылышмам.
Тормош юлдашы билдәле журналист Ришат Фәтхе­лислам улы менән ике балаға ғүмер биргән улар. Ҡыҙҙары Лилиә лә, улдары Искәндәр ҙә “Тамыр”ҙа “эшләп” үҫте: кескәйҙәр өсөн “Сәң­гелдәк”, үҫмерҙәр тормошо хаҡын­дағы “Артылыш” тапшырыуҙарын да алып барҙылар. Лилиә өс кенә йәшендә Мостай Кәримдең “Әлфиә хикәйәләре” нигеҙендә төшөрөлгән “Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?” тигән фильмда төп ролде уйнаны, тамашасылар уны яратып ҡабул итте. Ул үҫеп еткәс тә сәнғәт юлын һайланы – Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамланы. Әлеге ваҡытта Нәргизә исемле ҡыҙҙың әсәһе. Бәләкәй Нәргизәнең дә теле туған телендә асыла. Сер түгел — әсә теленә һөйөү, тәү сиратта, ғаиләгә ҡайтып ҡала. Ә Искәндәр Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын тамамлап, Польшала магистратурала уҡыуын дауам итә.

Инглиздәрҙә “Тәүҙә үҙеңде тәрбиәлә, балаларың үҙеңә оҡшар” тигән мәҡәл бар. Ысынлап та шулай, Резеда Миңлебай ҡыҙы менән Ришат Фәтхелислам улының балалары ла ата-әсәһенә оҡшап мәҙәниәтле, кешелекле, ярҙамсыл, олоға оло итеп, кесегә кесе итеп ҡарай белгән, аҡты ҡаранан айыр­ған, тыуған илен, телен яратҡан итәғәтле кешеләр булып үҙҙәренең оло тормош юлдарына баҫты. Балаларҙың яҡшы кеше булыуы ата-әсәнең иң ҙур ҡаҙанышылыр, тип уйлайым.

Хеҙмәттәшем булараҡ, Резеда апайҙы күптән беләм, сөнки үҙем дә балалар каналында бик оҙаҡ йылдар эшләйем. Мөләйем йөҙлө Резеда апай һәр кемдең дуҫы, серҙәше тиһәм, һис тә алдашмам. Ул кешене бүлдермәй тыңлай, хәленә инә белә. Тормошта төрлө мәсьәләләр килеп тыуһа, күптәр башта уның менән кәңәшләшә. Резеда апай ҡулынан килгәнсә һәр ваҡыт ярҙам итә. Шуның өсөн дә хеҙмәттәштәре хөрмәт итә уны.

Ҡатын-ҡыҙ бәхетенең сере нимәлә тип һораһалар, донъяның түңәрәк булыуында, тиер инем. Был түңәрәккә ғаилә ҡотон, балалар ҡыуанысын, эш бәхетен һәм күңел бөтөнлөгөн индерер инем. Шөкөр, Резеда Миңлебай ҡыҙы — бәхетле ҡатындарҙың береһе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бәпәй көткән студент үҙ-үҙенә ҡул һалған

Бәпәй көткән студент үҙ-үҙенә ҡул һалған 16.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙ, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә килгәндән...

Тотош уҡырға 0

Етешһеҙлектәргә шаһит булһағыҙ…

Етешһеҙлектәргә шаһит булһағыҙ… 16.01.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм тағы ла 14 районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы булған...

Тотош уҡырға 29

Алты йылда – 140 мең яҡтыртҡыс

Алты йылда – 140 мең яҡтыртҡыс 16.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл урамдарҙы яҡтыртыуға 642 миллион һум аҡса бүленә, шуның 583,8 миллион һумы – республика...

Тотош уҡырға 26

Ҡайғы уртаҡлашабыҙ...

Ҡайғы уртаҡлашабыҙ... 16.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында...

Тотош уҡырға 56

Тәү сиратта хәүефһеҙлек

Тәү сиратта хәүефһеҙлек 16.01.2019 // Йәмғиәт

19 ғинуар православие дине вәкилдәре Керәшен байрамын билдәләй. Был байрам тураһында һүҙ сыҡһа,...

Тотош уҡырға 27

Ауылға бүре килгән!

Ауылға бүре килгән! 16.01.2019 // Йәмғиәт

Тау-урман зонаһы ауылдарына ҡыш көнө йыш ҡына ас бүреләр килә....

Тотош уҡырға 239

Кредит алһаң – тәүҙә уйлан

Кредит алһаң – тәүҙә уйлан 16.01.2019 // Йәмғиәт

Федоровка районында йәшәгән “эшҡыуар” төрлө банктарҙан кредиттар алған, тик кире бирергә ашыҡмаған....

Тотош уҡырға 56

Бәхил бул, Гөлсиә! Зариф, һин терел!

Бәхил бул, Гөлсиә! Зариф, һин терел! 16.01.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡайғы барлыҡ республика халҡының уртаҡ хәсрәтенә әүерелде....

Тотош уҡырға 281

Яҡташыбыҙ – төп телеканалда алып барыусы

Яҡташыбыҙ – төп телеканалда алып барыусы 16.01.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә тыуып үҫкән Юлиә Ғамаева Беренсе каналда иртәнге төбәк яңылыҡтарын алып бара....

Тотош уҡырға 94

Йәсимәгә Көнгәк ни өсөн яҡын?

Йәсимәгә Көнгәк ни өсөн яҡын? 16.01.2019 // Йәмғиәт

Асҡын районында өлкәндәргә ихтирам һәм иғтибар менән ҡарау борондан килә....

Тотош уҡырға 27

Күңел тулы йылы хәтирәләр

Күңел тулы йылы хәтирәләр 16.01.2019 // Йәмғиәт

Атайыбыҙ – яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың туған халҡына оло мираҫ итеп ҡалдырған ижад емеше – “Кинйә”...

Тотош уҡырға 30

Тимерҙе ҡыра ла ҡыра...

Тимерҙе ҡыра ла ҡыра... 16.01.2019 // Йәмғиәт

...Ҙур сәнәғәт предприятиеһын күҙ алдына килтерһәк, бер бөтөн тармаҡ хасил була. Унда һәр шөрөп...

Тотош уҡырға 32