Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Себерҙә ҡыҙым үҫә. Бергәләп тәрбиәләйек...”
...Ауылға нисек ҡайтып еткәнемде лә иҫләмәйем. Тыуған йортома инеп, үҙ урыныма барып йығылдым. Әсәйем менән атайым ни әйтергә белмәй шаҡ ҡатҡан...

“Ниңә? Кемгә насарлығым тейҙе? Ниндәй гонаһтарым өсөн?..” Әрнегән йәнемде һаман йолҡҡолап, һорау артынан һорау яуа. Уларға яуап эҙләргә, уйларға хәлем дә юҡ инде хәҙер. Ҡараңғылыҡҡа сумғандан-сумам, упҡындың бөтөнләй йотоуына ла ҡаршылығым юҡ...

Ирем менән ун дүрт йыл элек өйләнештек. Икебеҙ ҙә юғары уҡыу йортон тамамлаған осор ине. Ҡалала осрашып, бер күреүҙән ғашиҡ булышып, мәңге айырылмаҫҡа һүҙ ҡуйыштыҡ. Туйҙан һуң иһә бер һүҙҙән Себергә китергә ҡарар иттек. Үҙебеҙҙә йәш белгескә тиҙ арала күтәрелеү мөмкин түгеллеген беләбеҙ. Әллә күпме көс түгергә, шул уҡ ваҡытта тығында йәшәргә тура киләсәк. Себерҙә иһә аҡсаны тиҙерәк тупларбыҙ ҙа, ҡайтып, теләгән урындан фатир алып, ихласлап үҙ шөғөлөбөҙгә тотонорбоҙ. Унда туғандарыбыҙ ҙа күптән саҡыра...

Йәһәт байыу тураһында хыялланыу ғына еңел икән ул. Ситтә көндәлек ауыр хеҙмәткә юлыҡҡас, бының ҡасанға ҡәҙәр дауам итере хаҡында уйлау ҙа ҡурҡыныс була башланы. Тәүҙә дәрт тә, дарман да ташып тора ине, ә дүрт-биш йылдан күңел һүрелә төштө кеүек. Хыялдарыбыҙ ҙа тоноҡланып ҡалғандай тойолдо. Йәшәүҙең башҡа ҡиммәттәре хаҡында уйҙар тынғылыҡ бирмәй башланы. Утыҙға етеп киләбеҙ, ә һаман балабыҙ юҡ... Йәштәштәребеҙ, ана, тыуған төйәгендә ул-ҡыҙҙар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Беҙҙең кеүек һәр тинен һанамайҙар ҙа шикелле. Эшләйҙәр, табалар, йүнләйҙәр, файҙаға тотоналар, киләсәген хәстәрләйҙәр – йәшәйҙәр! Ә беҙ?

Өҫтәүенә бындағы һалҡындан һаулыҡҡа ла мандымай башлағайным. Ауырға ҡала алмауым сәбәбе менән табипҡа күренгәс, проблемалар “тауы” тағы ла бейегәйҙе: йылдар буйы өҙлөкһөҙ дауаланыу курстары, укол-дарыуҙар, әммә алға китеш юҡлығы, бөтә ғәйепте иремә өйөргә тырышып янъял ҡуптарыу...

Ун ике йылдан тыуған яғыбыҙға әйләнеп ҡайттыҡ. Баш ҡаланан иркен фатир алдыҡ, ирем тиҙ арала һөнәре буйынса яҡшы эшкә урынлашты. Ә миңә өй эштәре менән булырға, күберәк ял итергә кәңәш бирҙе. Күңелем китек... Нисек тыныс йәшәмәк кәрәк? Тағы дауахана юлын тапай башланым. Һуңғы сиктә бала тыуҙырыу йәһәтенән заманса алымды файҙаланып ҡарағайныҡ, уныһы ла уңышһыҙ булып, өмөтөм селпәрәмә килде.

Ә бер нисә айҙан һеңгәҙәтә һуғыр хәбәр ишеттем. Кемдән бит әле – иремдән. “Быны мин һиңә күптән әйтергә тейеш инем дә бит, – тине. – Булдыра алманым, ғәфү ит. Минең Себерҙә өс йәшлек ҡыҙым үҫә. Күптән түгел әсәһе һәләк булды. Баланы үҙемә алам. Бергәләп тәрбиәләйек...”
Бына ошо һүҙҙәрҙән һуң ҡайтып йығылдым да инде тыуған йортома. Йылдар дауамында күңелде өткән өмөтһөҙлөк яраһына хыянат тоҙо һибелде...

– Бәй, апай, һин һаман ятаһыңмы ни? Ҡайтҡаныңа аҙна үтте бит инде!
Көр тауышҡа әйләнеп ҡараһам, ике туған ҡустым йылмайып баҫып тора. Уның алдында уңайһыҙланып, тороп ултырҙым. “Хәлеңде лә һөйләмәйһең, эреләнгәнһең, – тип шаяртыбыраҡ һүҙ башланы ҡустым. – Ҡырҡҡа етеп килгәндә шулай биҙунланып ятыр икән кеше. Инәй менән бабайҙы олоғайған көндәрендә ҡара ҡайғыға һалып... Йә, һөйлә, ни булды?

Элек тә серем һыйған ҡустыма барыһын да бәйән ҡылдым. Кисерештәрем яңынан урғылып сығып, илай-илай һөйләнем. Ҡустым иһә, тыңлап бөткәс, көтмәгәндә шатлыҡлы тауыш менән: “Еҙнәйҙең ҡыҙы бармы? – тип ҡабатлап һораны. – Бергәләп тәрбиәләйек тиме?” “Эйе, ә ниңә көләһең? Мыҫҡыл итәһеңме әллә?”

– Ни эшләп көләйем инде, апай? – тип уйсан яуапланы ҡустым. – Бәхет тә баһа был! Аллаһ Тәғәләнең биргән ниғмәте. Һынауҙар, яңылышлыҡтар аша килгән бәхет. Артҡа түгел, алға ҡарап йәшәргә кәрәк, тип өйрәтә торғайның даһа үҙең...

Шул саҡта ғына ҡустымдың үҙ хәлен иҫемә төшөрөп, уны ҡосаҡлап алдым. Бер йәшендә фалиж һуғып, ғүмерлеккә ғәрип ҡалһа ла, ҡултыҡ таяҡтарына таянып, һәр саҡ хәрәкәттә булған, ауылдаштары күңеленә өмөт-ышаныс өҫтәп, гел көр кәйефтә йәшәгән кеше бит ул... Үҙе хәлендәге утыҙ йәшлек ҡыҙға өйләнергә лә йыйына әле. Яҙмыш һынауына һынмаған, һығылмаған ҡустымды һис кем ғәрипкә иҫәпләмәй, ул үҙе берәүгә лә ауырлыҡ һалмай, һыҡтамай, мыжымай, зарланмай... Ә мин? Бөтөн ағзам теүәл көйө шыңшып, олоғайған атай-әсәйемә ҡайғы булып ятсы әле. Аллаһ Тәғәләнең биргәненә шөкөр итмәйсә. Иремдең ситкә йөрөгәнендә үҙемдең ғәйебем юҡмы ни? Барлыҡ хата-яңылышлыҡтарҙы артта ҡалдырып, ғәфү итеп, яҡтыға ынтылырға кәрәк! Ғүмер бер генә...
(Өфөлә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Рямов Мутал Закирьянович
    Рямов Мутал Закирьянович от 13.01.2019, 15:17
    Ҡустың бик дөрөҫ кәңәш биргән, һеңлем! Иреңә үпкәләргә лә ярамай - ним тиһәң дә уның да бала һөйгөһө килмәй, тиһеңме ни?! Аллаһы Тәғәлә насип итһә, үҙегеҙҙеке лә булыр... Үҙ балаңдай күреп ҡабул ит, иреңде яратаһың икән, уның балаһында ярат... Бик күп миҫалдар килтерә алам һүҙемде нығытыр өсөн! Уңыштар һеҙгә!






Бәпәй көткән студент үҙ-үҙенә ҡул һалған

Бәпәй көткән студент үҙ-үҙенә ҡул һалған 16.01.2019 // Йәмғиәт

Өфө художество-гуманитар колледжы студенты, 17 йәшлек ҡыҙ, буласаҡ ҡәйнәһе менән һүҙгә килгәндән...

Тотош уҡырға 192

Етешһеҙлектәргә шаһит булһағыҙ…

Етешһеҙлектәргә шаһит булһағыҙ… 16.01.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә һәм тағы ла 14 районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы булған...

Тотош уҡырға 39

Алты йылда – 140 мең яҡтыртҡыс

Алты йылда – 140 мең яҡтыртҡыс 16.01.2019 // Йәмғиәт

Быйыл урамдарҙы яҡтыртыуға 642 миллион һум аҡса бүленә, шуның 583,8 миллион һумы – республика...

Тотош уҡырға 30

Ҡайғы уртаҡлашабыҙ...

Ҡайғы уртаҡлашабыҙ... 16.01.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһында...

Тотош уҡырға 71

Тәү сиратта хәүефһеҙлек

Тәү сиратта хәүефһеҙлек 16.01.2019 // Йәмғиәт

19 ғинуар православие дине вәкилдәре Керәшен байрамын билдәләй. Был байрам тураһында һүҙ сыҡһа,...

Тотош уҡырға 35

Ауылға бүре килгән!

Ауылға бүре килгән! 16.01.2019 // Йәмғиәт

Тау-урман зонаһы ауылдарына ҡыш көнө йыш ҡына ас бүреләр килә....

Тотош уҡырға 267

Кредит алһаң – тәүҙә уйлан

Кредит алһаң – тәүҙә уйлан 16.01.2019 // Йәмғиәт

Федоровка районында йәшәгән “эшҡыуар” төрлө банктарҙан кредиттар алған, тик кире бирергә ашыҡмаған....

Тотош уҡырға 68

Бәхил бул, Гөлсиә! Зариф, һин терел!

Бәхил бул, Гөлсиә! Зариф, һин терел! 16.01.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡайғы барлыҡ республика халҡының уртаҡ хәсрәтенә әүерелде....

Тотош уҡырға 456

Яҡташыбыҙ – төп телеканалда алып барыусы

Яҡташыбыҙ – төп телеканалда алып барыусы 16.01.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә тыуып үҫкән Юлиә Ғамаева Беренсе каналда иртәнге төбәк яңылыҡтарын алып бара....

Тотош уҡырға 137

Йәсимәгә Көнгәк ни өсөн яҡын?

Йәсимәгә Көнгәк ни өсөн яҡын? 16.01.2019 // Йәмғиәт

Асҡын районында өлкәндәргә ихтирам һәм иғтибар менән ҡарау борондан килә....

Тотош уҡырға 31

Күңел тулы йылы хәтирәләр

Күңел тулы йылы хәтирәләр 16.01.2019 // Йәмғиәт

Атайыбыҙ – яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың туған халҡына оло мираҫ итеп ҡалдырған ижад емеше – “Кинйә”...

Тотош уҡырға 36

Тимерҙе ҡыра ла ҡыра...

Тимерҙе ҡыра ла ҡыра... 16.01.2019 // Йәмғиәт

...Ҙур сәнәғәт предприятиеһын күҙ алдына килтерһәк, бер бөтөн тармаҡ хасил була. Унда һәр шөрөп...

Тотош уҡырға 34