Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һеҙҙе өйөгөҙҙә көтәләр!
Яңы йыл каникулы тамамланды. Кемдер рәхәтләнеп ғаиләһе менән ял итте, күңел асты, ә кемдәрҙер башҡалар байрам иткәндә хеҙмәт урынында булды. Оҙайлы ял көндәре имен-аман үтһен өсөн һәр кем, ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә тырышты, әммә һиҙгерлекте һәр кем көн дә юғалтмаҫҡа бурыслы.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельниковтың “Хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге” гәзитендә баҫылған ҡайһы бер мәғлүмәттәре менән таныштырыу күптәр өсөн мөһим булыр, тип уйлайбыҙ.

Былтыр үлем менән тамамланған бәхетһеҙлек осраҡтары һаны декабргә ҡарата 51,7 процентҡа ҡыҫҡарған (28 осраҡ, 2017 йылда – 58). Ҡаты имгәнеүҙәр 19,6 процентҡа кәмегән. Йәшерергә тырышылған 26 бәхетһеҙлек осрағы дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тарафынан асыҡланған. Производствола имгәнеүҙәрҙең аҙая төшөүен хеҙмәт һаҡлау өлкәһендә сараларҙы көсәйтеү һөҙөмтәһе тип ҡарарға кәрәк.

Рәсәйҙең хеҙмәтте һаҡлауҙың алдынғы ысулдарын ҡулланыу буйынса халыҡ-ара кампанияға ҡушылыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Һүҙ ҙә юҡ, авария, имгәнеү һәм сирҙәрҙе иҫкәртеү уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡарағанда күпкә еңелерәк.

Әммә әлегә илдә Хеҙмәт кодек­сындағы “Хеҙмәтте һаҡлау” бүлеген яңыртыуҙы күҙаллаған федераль закон ҡабул ителмәгән. Шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау буйынса хеҙмәткәрҙәрҙе уҡы­тыуҙың яңы тәртибе лә индерелмәгән. Үҙгәрештәр барыһынан да элек хеҙмәт инспекцияһының тикшереү барышына, имгәнеүҙәрҙе һәм һөнәри сирҙәрҙе кәметеү буйынса сараларҙы финанслау ҡағиҙәләренә, медицина тикшеренеү­ҙәре үткәреү тәртибенә ҡағылды. Күп кенә осраҡта эш биреүселәргә хеҙмәтте һаҡлау буйынса документтарға үҙгә­рештәр индерергә тура киләсәк.

Хәүефһеҙ хеҙмәт урындары булдырыу өсөн республикабыҙҙа ла байтаҡ эш ойошторола. “Хеҙмәтте һаҡлау буйынса иң яҡшы ойошма” тигән республика конкурсының быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылыуы маҡтауға лайыҡ. Бәйге һөҙөмтәһендә төбәк рейтингы төҙөлә. Йыл да хеҙмәтте һаҡлау айлығы уҙғарыла. Былтыр унда алты меңдән ашыу ойошма ҡатнашты. Социаль страховка фонды менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә страховкалаусылар һаны ла артҡан. 2018 йылда өс меңдән ашыу страховкалаусы (бер йыл элек 2,5 мең ине) иҫкәртеү сараларын финанслауға рөхсәт алды. Был – 300 миллион һум тигән һүҙ.

Бөгөн республика предприятиеларында, бөтә илдәге кеүек, хәүефһеҙлек аудитын һәм йәрәхәтләнеү осраҡтарын тикшереү методикаһы индерелә. Тәүге ыңғай миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән, туғыҙ ай эсендә Асҡын, Баҡалы, Мәсетле, Учалы райондары һәм Өфө ҡалаһы ойошмаларында ҙур булмаған йәрәхәт алыу осраҡтары асыҡланған. Имгәнеү сәбәптәрен анализлау көтөлмәгән бәләләрҙе иҫкәртәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 40