Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъяға ниндәй һандар идара итә

Йорт һаны, фатир һаны, телефон һәм машина һаны, паспорт һаны, тыуған йыл һаны... Был тормошта беҙҙең әллә күпме һандарыбыҙ бар. Яҙмыш уларҙы осраҡлы ғына бирмәй. Һәр кемдең тыуғанда уҡ үҙ билдәләре була. Тыуған көнөгөҙ, айығыҙ, йылығыҙҙы яҙып ҡарағыҙ әле. Мәҫәлән, 1960 йыл, 19 октябрь (19.10. 1960). Унан һуң был һандарҙы ҡушығыҙ: 1+9 + 1+0+1+9+6+0. Барыһын бергә ҡушҡас, 27 килеп сыға. Хәҙер ошо һанды ла ҡушығыҙ 2+7. Шул рәүешле бер һан ҡалғансы ҡушырға кәрәк. Был осраҡта туғыҙ килеп сыҡты. Ә хәҙер үҙегеҙҙең һан нимә аңлатҡанын уҡып ҡарағыҙ.

Бер. Донъяның күп кенә диндәрендә был – Аллаһ көсөн күрһәткән символ. Әлеге һан эйәләре – тормошта хаким­лыҡҡа ынтылған лидерҙар. Бындай кешеләр маҡсатына өлгә­шеү юлында үҙҙәренә, булдыҡ­лылығына ышана һәм башҡа­ларҙың баҫымына бирешмәй. Йыш ҡына теләгенә ирешә лә. “Бер”ле ҡатын-ҡыҙға тормошта уға буйһонорға теләгән ир-атты табыуы ҡыйын.

Ике. Был кешеләр хыялла­нырға ярата, улар романтик. Йыш ҡына фәлсәфәүи уйҙарға биреләләр, ләкин тормошҡа еңел яйлаша беләләр. Улар ваҡ-төйәк нәмәлә башҡаларға юл бирә, ләкин төп маҡсат­тарынан бер ваҡытта ла сигенмәй, шуға күрә бизнеста йыш ҡына уңышҡа өлгәшә. Улар тоғро, яңғыҙлыҡҡа сыҙай алмай һәм наҙ ярата.

Өс. Был һан эйәләре – хәрә­кәт­сән кешеләр. Улар яҡшы артист, ижад итергә ярата. Шул уҡ ваҡытта йомарт, киң күңелле, ләкин никахта бер төрлөлөккә сыҙай алмайҙар. Әгәр һөйгә­негеҙ “өс”лө хужаһы икән, уның өсөн йомаҡ булып ҡалығыҙ – ул һеҙҙе ташламаҫ.

Дүрт. Был һанлы кешеләр ышаныслы һәм ныҡ, улар хыянат итә белмәй. Тормошта ыша­ныслылыҡ менән тоғролоҡто барыһынан да өҫтөн күрәләр. Дөрөҫ, улар хискә бирелергә яратмай һәм никахта тыныс ҡына, хатта бер төрлөрәк йәшәй, шуға күрә уларға “өс”лө һан эйәләре менән ҡауышырға кәңәш ителмәй, сөнки тегеләре бик тиҙ туясаҡ. Уның ҡарауы етди, тоғро тормош иптәше эҙләүселәргә “дүртле”ләр – бына тигән пар.
Биш. Был – көслө, ләкин ҡаршылыҡлы натура. Бындай ке­шеләр ирек һәм төрлө тәжри­бә ярата, бына тигән хеҙмәт­кәрҙәр. Әммә никахта улар менән йәшәүе еңел түгел: бер ниндәй сәбәпһеҙ “боҙолоп” китеүҙәре бар.

Алты. Был һан эйәләре кешене теләһә нимә менән дә ҡыҙыҡтыра һәм үҙҙәренә буйһон­дора белә. Уларҙың тормоштағы маҡсаты – ысын мөхәббәт табыу. Әммә икенсе яртыларына улар артыҡ талапсан. “Алты”лылар артыҡ нескә күңелле, уларҙы сығырҙан сығарыу бер ни тормай.
Ете. Был – бәхетле һан. Уның һан эйәһенә бәхет баш­ҡаларға ҡарағанда күберәк килә. Әгәр һеҙҙең тормошта был улай түгел икән, тимәк, ниндәйҙер бер ос­раҡ­та дөрөҫ аҙым яһа­маған­һығыҙ. “Ете”­леләр бәйһеҙ характерлы, бик мыштым кеше­ләр, ләкин улар хискә бире­леүсән. Бындай ир йәки ҡатын менән тормошта күңелһеҙ булмаҫ.

Һигеҙ. Хакимлыҡ символы. Уларҙың ихтыяр көсө ныҡ, улар дәртле, тәүәккәл һәм һәр нәмәлә аҙағынаса бара. Мөхәббәттәрен ауыр юлдар аша ғына эҙләп табалар, ләкин никахта ғүмер буйына тоғро ҡала.

Туғыҙ. Ғаләм символы. Бындай кешеләр саманан тыш хисле. Уларҙың күңелен йомшартыу бер ни тормай, башҡа­ларҙың ҡайғыһын күңелдәренә яҡын алалар. “Туғыҙ”лыларға уларҙы яратыу тураһында даими әйтеп торорға кәрәк. Уларҙы үҙеңә буйһондороу бик яйлы, тәүлек буйы эшләргә лә әҙерҙәр. Никахта ла батырлыҡ ҡылалар, ләкин уларға һәр ваҡыт наҙ талап ителә.

Автор: Т. ГЛОБА яҙмаларынан
Фото: the-submarine.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Хәлде контролдә тотасаҡмын"

"Хәлде контролдә тотасаҡмын" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды....

Тотош уҡырға 5

Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 44

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 30

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 38

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 31

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 60

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 43

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 52

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Стәрлетамаҡта, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге “аҡыллы” туҡталыш ҡуйылды....

Тотош уҡырға 66

Төрмәлә лә тормош бар

Төрмәлә лә тормош бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө ҡалаһындағы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы ғаилә барлыҡҡа килде. 36 йәшлек...

Тотош уҡырға 118

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк 15.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында уҙған инвестиция форумында Башҡортостандың презентация майҙансығын иң...

Тотош уҡырға 42

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа...

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Быйыл йыл башынан алып республикала 800-ләп янғын булған....

Тотош уҡырға 30