Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнырыҫ батыры әле лә сафта

“Бәхетем көрәштә булды”, – ти Нурулла Хисмәтуллин.

Борон-борондан халҡыбыҙ көрәшселәре менән дан тотҡан. Беләк көсөн генә түгел, рух ныҡлығын да үҫтергән милли көрәште ир-егеттәрҙең иң таһыллылары үҙ иткән. Ә ниндәй егеттең батыр булғыһы килмәһен һуң?!

– Элек Әрмет-Рәхим ауылында район кимәлендә һабан­туйҙар гөрләп үтә ине. Әнүәр, Зәкәриә ағай кеүек даны тирә-йүнгә билдәле көрәшселәрҙе ҡа­рарға тип йәйәүләп сығып ки­тә инек, – тип балалыҡ йылдарын хәтерләүҙән башланы Нурулла Кәлимулла улы әңгәмәне.

Ана шул бала саҡтағы ябай ҡыҙыҡһыныу, көрәш­селәрҙе сит­тән күҙәтеү йылдар үткәс, уны ҙур спортҡа алып килә лә инде. Ул ваҡытта көрәш алымдарын өйрәткән уҡытыусы ла булмай. Тәжрибәле баһадир­ҙарҙы ҡарап, күңеленә яҡын был шөғөлдөң серҙәрен асыр­ға тырыша ауыл малайы. VIII класта уҡыған сағында тәүге тапҡыр көрәш майҙанына сығырға батыр­сылыҡ итә. Бер нисә егетте еңеп, араларында хатта әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡаны ла була, үҫмер таҫтамал менән бүләкләнә.

Мәктәптән һуң Салауат ҡалаһындағы 1-се һөнәр­селек училищеһына уҡырға инеү уға көрәш менән ныҡлап шөғөл­ләнеүгә юл аса. Уҡыу йортоноң физкультура уҡытыусыһы йәш егеттең һәләтен тиҙ күрә һәм спорт залына алып килә. Оҙаҡ та үтмәй, Нурулла Хисмәтуллин йәштәр араһында ирекле көрәш буйынса республика чемпионы исеменә лайыҡ була. Спортҡа ынтылышы армияла ла юғал­май. Сәмәрҡәндтә хеҙмәт иткән сағында, көрәш буйынса юғары һөҙөмтә күрһәтеп, Ташкентҡа спорт ротаһына күсерелә. Бында ла һынат­май, Үзбәкстан беренсе­легендә еңеү яулап, “СССР-ҙың спорт мастеры” исеменә лайыҡ була. СССР Ҡо­раллы Көстәре беренсе­легендә өсөнсө урынға сығыуы ла – уның сағыу еңеүҙәренең береһе.

Көрәш Нурулла Хисмәтул­линдың бөтә тормошон биләп ала, ул киләсәген унһыҙ күҙ ал­дына ла килтермәй. Хәрби бурысын үтәп, Салауатҡа ҡайт­ҡас та ярыштарҙа ҡатнашып, бер-бер артлы бейеклектәр яулай. Яҡта­шыбыҙ Салауат Юлаев призына Бөтә Рәсәй турнирында ғына ла дүрт тапҡыр еңеү­се була. 36 йәшкә тиклем бәйгеләрҙә көс һынап, аҙаҡ кө­рәшселәр тәрбиәләүгә керешә.

– Үҙең көрәшкәнгә ҡара­ған­да, тренерҙың эше ҡат­мар­лыраҡ тип һанайым. Бында һәр уҡыусыңдың күңеленә юл табырға, еңеүгә дәртләндерә белергә кәрәк, – ти ул.

Алдына маҡсат ҡуйып, уға өлгәшә белгән тәжрибәле кө­рәшсе тренерлыҡ эшен дә юға­ры кимәлдә ойоштора. Уҡыу­сылары араһында республика, Бөтә Рәсәй ярыштары чемпиондары, призер­ҙары аҙ түгел. Бө­гөн шул егеттәрҙең уңыштарын күреп, ҡанатланып йәшәй.

– Минең бәхетем көрәштә булды. Ваҡытында юлды дө­рөҫ һайлағанмын. Үҙем тәр­биә­ләгән көрәшсе егеттәрҙең уңыштарын ишетһәм, шул тиклем һөйөнәм. Тренер булып эшләгән уҡыусыларым, шылтыратып, минең менән кәңәш­ләшә. Уларға ихлас ярҙам итәм. Кәрәк икән, улар менән Өфөгә, башҡа ҡала­ларға ярыштарға сығып китәм. Һаман да көрәш донъяһынан ситләшмәйем, – ти Нурулла Кәлимулла улы.

Бик күп ярыштарға уны хөрмәт­ле ҡунаҡ итеп тә саҡыра­лар. Күптән түгел Өфө­лә СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтә­легенә уҙған Бөтә Рәсәй турнирында республика Хөкүмәте вице-премь­еры, төбәгебеҙҙә милли көрәш­те үҫтереүгә күп көс һалған Артур Әхмәтханов Нурулла ағай­ҙы телевизор менән бүләкләне.

Бөгөн Ишембай нефть колледжында милли көрәш секция­һының эшләүенә, унда булды­рылған шарттарға ла һөйөнә олпат тренер. Нисек шатлан­маһын, секцияны үҙенең элекке уҡыусыһы Марат Зарипов етәкләй бит!

– Йәштәр спорт яратһын, сәләмәт булһын. Спорт менән шөғөлләнгән кеше насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тора, спорт кешене тәртипкә өйрәтә, – тине Нурулла Хисмәтуллин.

Йәш быуын абруйлы көрәш­се­нең был һүҙҙәрен тормош девизы итеп алһа, һис отолмаҫ тибеҙ, әле лә көр күңелле, еңел баҫып йөрөүсе Нурулла ағайға ҡарап.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 0

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 0

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 0

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 32

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 24

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 28

Ғүмерлек яра ул – һуғыш

Ғүмерлек яра ул – һуғыш 22.02.2019 // Йәмғиәт

Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша....

Тотош уҡырға 23

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 25

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 49

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 41

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 51

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 66