Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге өс ай һынау осоро буласаҡ

Сүп-сар өйөмдәре өсөн кем яуаплы?

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсәбеҙ тип күп яҙҙыҡ һәм, ниһайәт, шул билдәләнгән осорға аяҡ та баҫтыҡ: ҡайһы берәүҙәр “сүп-сар реформаһы” тип атаған был тәртип быйыл 1 ғинуарҙан бойомға аша башланы. Бер генә ҙур үҙгәреш тә көнөндә-сәғәтендә башҡарылмай, әлбиттә. Был йүнәлештә нимәләрҙе әҙерләп өлгөрҙөләр, ниндәй проблемаларҙы хәл итергә тура киләсәк һәм реформаның уңышы нисек күҙаллана?


Реформаның төп һорауы

Тирә-яғыбыҙҙа тәртип, урамда һәм кеше эшмәкәрлеге башҡарыл­ған һәр урында таҙалыҡ булыуына, бөтә ҡалдыҡты алдынғы донъяға хас булған тәртиптә йыйыу, ташыу һәм эшкәртелеүенә бер кем дә ҡаршы түгелдер, моғайын. Ләкин яңы ойошторолған төбәк опе­раторҙарының хеҙмәтләндереүе өсөн хаҡ күпме булыр, ауыл ерендәге пенсионерҙарға был өҫтәмә коммуналь түләү ауыр йөк булмаҫмы? Халыҡты ла, реформа­ның уңышлы үтеүен хәстәрләүсе­ләрҙе лә, нигеҙҙә, шул борсоно.

Үткән йыл аҙағында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ҡалдыҡ­тарҙы йыйған һәм ташыған өсөн халыҡтан түләү алыу (йәғни коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн өҫтәмә түләү барлыҡҡа килеүе) мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтеүе хаҡында гәзитебеҙҙә ҡыҫҡаса хәбәр ителгәйне инде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Марат Шәңгәрәев ҡатнашҡан был ярайһы уҡ вәкәләтле сарала, нигеҙҙә, килеме аҙ булған граждандарға социаль ярҙам тураһында һүҙ барҙы, ләкин шулай ҙа эште ойоштороу, уның техник һәм технологик мөмкинлектәре буйынса ла бәхәстәр үҙенән-үҙе килеп сығып торҙо, ни тиһәң дә, илебеҙ өсөн яңы күренеш шул.

Һорауҙар күп, шуға күрә лә депутаттар 2019 йылда ла яңы реформаның маҡсаттары һәм бурыстарын, хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙең яңы тәртибен, ташламаға хоҡуҡтарҙы һәм уларға эйә булыу юлдарын аңлатыу өсөн һайлаусылар менән осрашырға, граждандарҙың йыйылыштарын даими үткәрергә ҡарар итте.

Зарланмаҫҡа, хәл итә барырға

Эйе, һорауҙар әлегә аҙ түгел. Сүп ташыған махсус машиналар етер­лекме, улар яҙғы-көҙгө бысраҡ­та төпкөл ауылдарға барып етергә һәләтлеме, урындағы властың заманса контейнер майҙансыҡтарын йыһазландырырға хәленән килерме, ҡалдыҡтарҙы эшкәртерлек заводтар ни өсөн аҙ һәм улар ҡырҡа артҡан сүп-сар ағымын эшкәртергә һәләтлеме, төбәк операторҙары хеҙмәтләндергән өсөн түләүҙе ғаиләнең килеменә ҡарап төрлөсә ҡуллана алырҙармы?

– Йылдың тәүге өс айы реформаға әҙерлек кимәлебеҙҙе һәм уның нисек үтеүен күрһәтәсәк, был барыбыҙ өсөн дә һынау буласаҡ, – тине әлеге кәңәшмәлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Был беренсе сиратта халыҡтың килеме аҙ булған өлөшөн яҡлауға ҡағыла. Ошо мәсьәлә парламентарийҙарҙың ғына түгел, ә башҡарма власть органдарының да иғтибар үҙәгенән төшмәҫкә тейешле. Беҙҙең бурыс – артыҡ бюрократияға юл ҡуймау, граждандарҙың социаль ярҙам алыуын мөмкин тиклем ябайлаштырыу һәм тиҙләтеү. Төпкөл ауылдар халҡына, мәҫәлән, район үҙәгенә барып, төрлө белешмәләр юллап йөрөү ҙә еңел түгел, быны онотмайыҡ.

Килешеү булмаһа, түләргәме?

“Сүп-сар ташыған ойошма менән минең арала килешеү юҡ” тип һылтанырға әҙерләнгәндәр ҙә бар. Шуныһын да онотмайыҡ: Рәсәйҙең Торлаҡ кодексының 153-сө статьяһының 1-се пунктына ярашлы, граждандар һәм ойошмалар коммуналь хеҙмәт өсөн тулыһынса һәм ваҡытында түләргә бурыслы. Тимәк, килешеү булыу-булмауы мәсьәләне хәл итмәйәсәк, сөнки судтар бындай саҡта, ғәҙәттә, коммуналь хеҙмәткәрҙәр яғына баҫа: хеҙмәт ғәмәлдә күрһәтелгән һәм уның өсөн түләргә тейештәр. Мәҫәлән, ҡалала күп ҡатлы йортта йәшәгән кеше сүп үткәргескә биҙрә менән фатирынан сүп-сар сығарып һаламы-юҡмы, уның өсөн мотлаҡ ваҡытында һәм тулы күләмдә түләргә тейеш. Лифт менән, әйтәйек, бөтөнләй файҙаланмаған хәлдә лә уның өсөн барыбер түләгән кеүек. Ауыл халҡына ла коммуналь хеҙмәтләндереүҙән файҙаланырға һәм түләргә тура киләсәк.

– Әлбиттә, берәүҙе лә сүп-сарҙы айырып йыйырға мәжбүр итеп булмай, – ти “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы директоры вазифа­һын башҡарған Радик Ханданов. – Бының өсөн тәүҙә шарттар тыуҙырырға, инфраструктура булдырырға кәрәк. Был осраҡта айырылған ҡалдыҡты ҡайҙа илтеү мәсьәләһе тормай. Продукцияны алырға сират теҙелгән, тиһәң дә була. Айырып йыйылған сүпте эшкәртергә күп шәхси компаниялар теләк белдерә. Өфөлә пластик, ҡағыҙ, быяла һәм батареяларҙы айырым контейнерҙарға йыйыу буйынса күпмелер тәжрибә тупланған да инде. Артабанғы маҡсат – Өфөлә сүпте сортҡа айырған һәм эшкәрткән экотехнопарк булдырыу. Фән һәм техниканы йәлеп иткәндә, сүп-сар бүлеп сығарған йылылыҡты ҡала өсөн сәсеү үҫентеләре етештереүҙә файҙаланырға мөм­кин, ә пластиктан балалар өсөн майҙансыҡ, бордюр эшләргә, парктарҙы биҙәргә мөмкин.

Был эш йүнәлешендә тағы бер мөһим мәсьәлә бар: рөхсәт ител­мәгән урындарҙағы сүп-сар өйөм­дәрен юҡҡа сығарыу. Беҙҙең халыҡ сүпте ҡайҙа үҙенә уңайлы, шунда ташлап өйрәнгән. Тәбиғәттән фай­ҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бындай сүп ташлау урындары 2500 тирәһе. Әле уларҙы “инвентарлаштырыу”, йәғни иҫәпкә алыу һәм ҡайҙа, нисек ташыу сараларын билдәләү бара. Уларҙы таҙартып бөткәс тә тағы шундай ташландыҡ урындар барлыҡҡа килә икән, бының өсөн әлеге төбәк операторҙары яуап бирергә тейеш.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 170

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 175

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 231

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 386

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 294

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 235

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 248

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 483

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 56

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 141

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 112

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 125