Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы йыл нимә вәғәҙә итә?
Ҙур өмөттәр менән көтөп алған Яңы йыл үҙе менән тормошобоҙға өр-яңы үҙгәрештәр алып килә. Нимә вәғәҙә итә беҙгә 2019 йыл? Һәр ғаиләгә ҡағылған мөһим үҙгәрештәрҙең бер нисәһенә ҡыҫҡаса ғына ҡағылып китәйек.

Йылдың тәүге айынан пенсиялар һәм ҡайһы бер пособиелар артты. Шуның менән бергә өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар ҙа үҫә. Өҫтәүенә ғинуарҙан пенсия системаһы аҡрынлап үҙгәреш кисерә. Баҡсасылар өсөн яңы закон үҙ көсөнә инә, автомобилистар һәм банк клиенттарын да яңылыҡтар көтә.

Яҡшы хәбәрҙәр ҙә бар

Йыл башында Рәсәйҙә бер юлы бер нисә пособие арттырыла. Эшһеҙлек буйынса пособие ике тапҡырға тиерлек күбәйә. Түләүҙәрҙең минималь күләме – 850 һумдан 1,5 мең һумға тиклем, максималь күләме 4,9 мең һумдан һигеҙ меңгә тиклем (ә пенсияға сығыу алдында торғандар өсөн – 11,2 мең һумғаса) күтәрелә. Өҫтәүенә уны алыу тәртибе лә үҙгәрә – тәүге өс айҙа уртаса айлыҡ эш хаҡының 75, ә артабанғы өс айҙа 60 процентына тиклем түләнәсәк.

Бала тәрбиәләү буйынса пособиелар һәм декрет түләүҙәре лә артасаҡ. Социаль страховка фонды мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 ғинуар­ҙан декрет ялына китеүселәр өсөн бала тәрбиәләү буйынса максималь айлыҡ пособие 26 152 һум тәшкил итәсәк (2018 йылда 24 503 һум ине). Әгәр ҙә ҡатын кеше һуңғы ике йылда эшләмәгән булһа, пособие хеҙмәткә түләүҙең минималь күләменән (МРОТ) сығып билдәләнә. Әйткәндәй, хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме лә бик аҙға ғына булһа ла (117 һумға) күтәреләсәк. Шулай итеп, бала тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие эшләмәгән әсәләр өсөн 4,5 мең һум күләмендә билдәләнә.

Пенсия реформаһы үҙ көсөнә инде

Былтыр йәмәғәтселектә ҙур бәхәс, шау-шыу тыуҙырған пенсия реформаһы ғинуар айында үҙ көсөнә инде.
Ошо мәлдән пенсия йәше ир-ат өсөн дә, ҡатын-ҡыҙ өсөн дә аҡрынлап арта барасаҡ һәм һөҙөмтәлә 2028 йылда ул 65 һәм 60 йәш тәшкил итәсәк.
2019 йылда пенсия йәшен арттырыу 1959 йылда тыуған ир-атҡа һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙға ҡағыласаҡ. Уларҙың пенсияға сығыу ваҡыты ярты йылға кисектерелә, әммә пенсияны мәленән алда рәсмиләштереү мөмкинлеге бирелә.

Реформа үҙ көсөнә инеү менән пенсия күләме лә йылына бер мең һум самаһына үҫә барасаҡ. Вице-премьер Татьяна Голикова әйтеүенсә, һәр кем өсөн уның күләме айырым билдәләнә, индексациялау 7,05 процент тәшкил итә.
Шулай уҡ социаль пенсиялар­ҙың да артыуы көтөлә.

Тарифтар үҙгәрә

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар ғинуарҙан 1,7 процентҡа артты. Икенсе этабы йәй айында көтөлә. Өҫтәүенә квитанцияла тағы бер графа барлыҡҡа киләсәк – сүп-сар сығарыу өсөн өҫтәмә хаҡ түләйәсәкбеҙ.

Йәнә бер тәжрибә

Үҙ-үҙен эш менән тәьмин иткән граждандарҙы “күләгә”нән сығарыу өсөн тағы бер ысул эҙләп таптылар. Һүҙ бында репетиторҙар, бала ҡараусылар, тәржемәселәр, компьютер төҙәтеүселәр һәм башҡа һөнәр эйәләре тураһында бара. Улар өсөн яңы һалым төрө индерелә, ә пенсия иғәнәләре түләү мотлаҡ түгел. Килемдәрен йәшерергә тырышҡан кешеләрҙе штраф көтә. Әлегә яңы һалымды Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү һәм Калуга өлкәләрендә һәм Татарстанда һынап ҡарамаҡсылар.

“Дача” һүҙен онотасаҡбыҙ

Йәй миҙгеленә алыҫ булһа ла, баҡсасылар тормошона ҡағылған яңылыҡтарҙы ла урап үтмәйек. Йыл башында ғәмәлгә ингән яңы федераль закон мөһим структуралы үҙгәрештәр алып килә, өҫтәүенә “дача ширҡәте” һәм “дача” аңлатмаһын юҡҡа сығара. Әлеге ойоштороу-хоҡуҡи форма­ларҙы “күсемһеҙ милек хужалары ширҡәте” алмаштырасаҡ. Үҙ йәһә­тендә был аңлатма “баҡсасылыҡ ширҡәте” һәм “йәшелсәселек ширҡәте” тигән ике өлөшкә бүленә. Дачаларҙы баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек участкалары алмаштыра, уларҙа, яңы законға ярашлы, йорт һалырға, теркәлергә мөмкин буласаҡ.

Штрафтар – юл ремонтлауға

Быйылдан автомәктәп тамам­лау­сыларҙың реестры төҙөлә башлаясаҡ. Был эште “Рособрнадзор” үҙ өҫтөнә ала. Автомобиль йөрөтөүгә танытма алған води­телдәр тураһында бөтә мәғлүмәт тупланасаҡ. Эш биреүселәр үҙ хеҙмәткәрҙәре тураһындағы мәғлү­мәтте тикшерә аласаҡ. Шулай итеп, ялған водитель танытмаларын файҙаланыуға юл ябыласаҡ. Яңы талаптарҙы үтәмәгән автомәк­тәптәр өсөн биш мең һумға тиклем штраф һалыу ҙа ҡаралған.

Алдағы йылдарҙа юлдарҙы ремонтлауға сығым күберәк бүле­нәсәк. Ошо йылдың ғинуарынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар төбәк бюджеттарына түгел, ә туранан-тура юл фондтарына йүнәлтеләсәк. Был аҡсаны бары юлдарҙы төҙөүгә һәм ремонтлауға ғына тотонорға мөмкин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 0

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38