Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йорттар, ихаталар балҡып-көлөп торҙо
Йорттар, ихаталар балҡып-көлөп торҙо
Флешмоб үҙенсәлекле байрамға әүерелде.

Сәйетбаба, Ҡаранйылға ауылдарында Яңы йылға әҙерлек гөрләп барҙы. Ҡышҡы ауыл бигерәк йәмле бит ул, ә уны күңелле итеү үҙебеҙҙән тора, шуға ла һәр йорт алдын биҙәү, Ҡар бабай, Ҡарһылыу һындары, балалар өсөн һырғалаҡтар эшләү бәйгеһе иғлан ителгәс, ауыл халҡы дәррәү күтәрелде.

Бындай байрам 2014 йылда ла үткәрелгәйне. Быйыл да бәйгенең төп бағыусыһы — билдәле яҙыусы Жәлил Кейекба­ев­тың тыуған ауылы Ҡаранйыл­ғанан сыҡҡан ир-уҙаман, уңған эшҡыуар, район советы депутаты Әхмәт Аҫылбәков. Сәйетбабала йорт һайын ҡыҙыҡлы, үҙенсә­лекле композициялар ҡоролған. Ҡарһылыу, Ҡыш бабай һында­рына ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡарап торорлоҡ. Нәзәкәтле гирляндалар төнгө ауылды биҙәй, һырғалаҡтар балаларҙың шат тауыштарына күмелә. Ялға ҡайтҡан ҡунаҡтар өсөн дә был көндәр онотолмаҫлыҡ булған­дыр. Ҡыҫҡаһы, тирә-яҡ әкиәти матурлыҡҡа сумды.

Иң матур биҙәлгән йортто баһалаусылар төркөмө билдә­ләне. Бүләктәр ҙә бит ниндәй! Беренсе урынға — һыуытҡыс, икенсегә — мультиварка, өсөнсө урынға — микротулҡынлы мейес. Ҡалғандарға ла дәртләндереү бүләктәре — берәр мең һум аҡса тапшырылды.

Әхмәт Мәүлимбирҙе улы тыуған ауылын, ауылдаштарын һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тота, ярҙам итә. Аттар егеп, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бәләкәй һәм күмәк балалы ғаиләләргә, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға татлы бүләктәр тапшырҙы. Ә кис инде халыҡ мәҙәниәт усағына байрам концертына ағылды. Ҡупшы шыршы янында ауылдың талантлы үҙешмәкәр артистары сығыш яһаны, Яңы йылды йыр-моң, яҡшы кәйеф менән ҡаршы алды сәйетбабалар.

— Үҙенсәлекле байрамды күреп, күңел күтәрелде. Ойош­тороусыларға рәхмәт! — ти ауыл халҡы ҙур ҡәнәғәтлек менән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 0

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38