Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылы аш, тәмле бөйөрөк...

Уҡыуы ла күңелле, йәшәүе лә рәхәт.

Һуңғы ваҡытта йәмғиәттә туҡланыу сифатына ныҡлы иғтибар бирелә: кемдер дөрөҫ туҡланыуға күсә, икенселәр тик үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә иғтибарҙы арттыра. Мәғариф һәм медицина учреждениеларында туҡландырыу күптән инде аутсорсинг компанияларына тапшырылған.

Ә бына юғары уҡыу йорттарында был хәл нисек ойош­торолған? Әсәләре бешергән тәмле ризыҡҡа күнеккән студенттар белем эстәгәндә аслы-туҡлы йөрөмәйме, үҙҙәре бешереп ашай аламы-юҡмы? Ошо һорауҙарға яуапты Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының төп корпусында урынлашҡан буфетта табырға тырыштыҡ.

Студенттарҙың оҙон тәнә­фесе алдынан буфетҡа йү­нәлдек. Күҙҙең яуын алып, тәмле еҫе менән күңелдәрҙе ҡытыҡлаған, яңы ғына беше­релгән бөйөрөк, ҡалас, корж, кекс тиһеңме, туҡлыҡлы салат, йылы аш, тәмле бутҡа, компот, төрлө һуттар, бер-бер артлы теҙелеп, үҙ хужаларын көтә. Һәр кем, теләгенә һәм “кеҫәһенә” ҡарап, ҡапҡылап сығыу өсөн ризыҡ ала.

Хәйер, ҡапҡылап сығыу ти­һәк, дөрөҫ тә булмаҫ кеүек, сөнки бында арзан хаҡҡа сифатлы, туҡлыҡлы итеп иркенләп ашау мөмкинлеге лә бар. Меню һәр саҡ төрләндерелә, көн һайын бер үк ассортимент тәҡдим ителмәй. Был хаҡта студент халҡы күптән белеп бөткән, шуға көн һайын ошонда йөрөү­селәр ҙә осрай. Вәсил (фа­милияһын атамауҙарын үтен­де – авт.) әйтеүенсә, иртәнсәк ятаҡта ашап та тормай дәрескә килә. Бер пар уҡығандан һуң буфетҡа бара, аҙаҡ төшкөлөккә бөйөрөк йәки йылы, тәмле күмәстәрҙе үҙе менән алып ҡайта. Киске ашты бүлмәлә әҙерләй. Буфетта аш-һыу тәмле, шул уҡ ваҡытта арзан да. “Һәр көн бында туҡланырға тырышам”, — ти студент.

Уның фекеренә иптәштәре лә ҡушылды. “Тәмле”, “сифатлы”, “арзан” — тап ошо һүҙҙәрҙе йыш ишеттек студенттар менән аралашҡанда. Уҡыу йортонда бөтәһе өс буфет эшләй, шуның береһе ятаҡта урынлашҡан. Аҙыҡ-түлек етештереү бүлеге етәксеһе Зөлфиә Йосопова әйтеүенсә, коллективта һигеҙ кеше, һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған.

— Бөтәһе 20-нән ашыу икмәк ризығы — бөйөрөк, пицца, ваҡ бәлеш, кекс, самса һәм баш­ҡаларҙы бешерәбеҙ. Меню көн һайын үҙгәреп тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: картуф, кәбеҫтә, бал һәм ит үҙебеҙҙеке. Студенттарҙың 80 проценттан ашыуы беҙҙә туҡлана. Аҙыҡты тәмле, сифатлы бешереү өсөн шарттар тыуҙырылған: аҙыҡ-түлек блоктарының матди-техник базаһы ныҡ. Беренсе ҡатта ризыҡ бешерәбеҙ, махсус лифт менән уларҙы өҫкә оҙатабыҙ. Көндәлек әҙерләнгән аш-һыу тулыһынса һатылып бөтә, — ти Зөлфиә Миңлеғәле ҡыҙы.

Әйткәндәй, уҡыу йортоноң үҙенең “Төйәләҫ” ярҙамсы хужалығы бар. Уның директоры Булат Ғафаров белдереүенсә, бында 80 башҡа яҡын йылҡы үрсетелә. Ошоға тиклем ҡымыҙ етештереү яйға һалынған, әммә һуңғы ваҡытта был кәсеп бер аҙ тотҡарланып ҡалған.

— Быйылдан ҡымыҙ етеш­тереүҙе һәм йәшелсә үҫтереүҙе яйға һалырға ниәт бар. Шулай уҡ хужалыҡтың 15 умартаһы иҫәпләнә, ҡортсолоҡ буйынса ла эште киңәйтеү ҡарала. Айына бер йылҡыны һуйып, уҡыу йортоноң буфетына тапшыралар. Ит үҙебеҙҙеке булғанға күрә, студенттарҙы туҡлан­ды­рыу мәсьәләһендә проблемалар юҡ. Айына 200-ҙән килограмдан ашыу ит көндәлек рационда ҡулланыла, — ти Булат Илшат улы.

Һәр көн студенттарға йылы, тәмле ризыҡтар бешергән Сөмбөл Рыҫҡужина хаҡында айырым әйтергә кәрәк. Тап уның оҫта ҡулдары туҡлыҡлы тәм­лекәстәр әҙерләй, туҡмас киҫә, икмәк бешерә. Бында икмәкте лә үҙҙәре һала. Бөтә ризыҡ өҫтәмәләрһеҙ етештерелә, дөрөҫ туҡланыуға өҫтөнлөк бирелә. Ашнаҡсы Лилиә Ға­тауллина, буфетсы Альбина Сәлихова ла күптән инде үҙ эшенең оҫталары булып танылған.

Сибай студенттары өсөн уҡыу, көнкүреш шарттары ғына түгел, туҡланыу мәсьәләһе лә юғары кимәлдә ойошторолған. “Уҡыу йорто етәкселеге тарафынан шундай иғтибар бул­ғанда, уҡыуы ла күңелле, йәшәүе лә рәхәт”, — ти йәштәр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Хәлде контролдә тотасаҡмын"

"Хәлде контролдә тотасаҡмын" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды....

Тотош уҡырға 5

Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 44

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 30

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 38

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 31

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 60

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 43

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 52

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Стәрлетамаҡта, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге “аҡыллы” туҡталыш ҡуйылды....

Тотош уҡырға 66

Төрмәлә лә тормош бар

Төрмәлә лә тормош бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө ҡалаһындағы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы ғаилә барлыҡҡа килде. 36 йәшлек...

Тотош уҡырға 118

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк 15.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында уҙған инвестиция форумында Башҡортостандың презентация майҙансығын иң...

Тотош уҡырға 42

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа...

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Быйыл йыл башынан алып республикала 800-ләп янғын булған....

Тотош уҡырға 30