Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Зәңгәр экран”ың матур күрһәтһен тиһәң...
Һанлы телевидениеның мөмкинлектәре киңерәк.

Былтыр декабрҙә, Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең ҙур матбуғат конференцияһында журналистарҙың ил телерадиоканалдарының һанлы телеселтәргә күсеүе тураһындағы һорауына “был мәсьәләлә ҡабаланырға ярамай” тип яуап биргәйне. Атап әйткәндә, проблема үҙәктән алыҫ урынлашҡан ауыл ерҙәре өсөн көнүҙәк булып ҡала, унан тыш, махсус прис­тавка ҡуйыу ҙа өҫтәмә сығымдар талап итә.

Был теманы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла күтәреп алып, Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт әҙерләгәйне. Ҡыҫҡаса әйткәндә, унда һүҙ һанлы телеселтәргә күсеү ваҡытын оҙайтыу, муниципаль каналдар өсөн 22-се төймәне нығытыуҙың федераль закон проектын әҙерләү, урындағы телеканалдар ингән төбәк эфир мультиплексын булдырыу хаҡында бара.

Билдәле булыуынса, Башҡортос­танда һанлы телеселтәр 2018 йылдың декабренән эшләй башланы. Әлеге ваҡытта республика биләмәләренең 95 процентына һанлы технология барып еткән, тимәк, халыҡ юғары сифатта 20 каналды бушлай ҡарай аласаҡ. 

Быйыл 3 июндән иһә республика тулы­һынса һанлы телеселтәргә күсә­сәк, төбәк телеканалдары һәм муль­типлекс иҫәбенә инмәгән каналдар аналог тапшырыуҙар системаһында ҡаласаҡ.

Башҡортостан Башлығы ва­зифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошоға ҡағылышлы:
– Һанлы телеселтәргә күсеү – XXI быуат күренеше. Реформаның асылын һәм эстәлеген халыҡҡа ябай, халыҡсан тел менән аңлатыу, буласаҡ сифатты күрһәтеү зарур. Был – бик ыңғай реформа. Шул уҡ ваҡытта күп кешеләр уға ҡушыла алмай, был йәһәттән беҙ финанс компенсацияһы тәҡдим итергә килештек, – тине.

Һүҙ һанлы селтәр зонаһына эләкмәгән 691 тораҡ пункт, шулай уҡ өлөшләтә эләккән 475 ауыл-ҡасаба хаҡында бара. Башҡорт­ос­тан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Матбуғат һәм киң мәғлү­мәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов белдереүенсә, ошо биләмәләрҙә 160 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бигерәк тә был проб­лема Бөрйән һәм Белорет ра­йондарына ҡағыла. Үҙ сиратында, ошо төбәктәрҙең хакимиәт башлыҡ­тары халыҡты һанлы селтәргә күсереү йәһәтенән проблемаларҙы кәметеү өсөн төрлө саралар күрергә вәғәҙә итте.

Республика ҡаҙнаһынан юлдаш антенналарын ҡуйыу, махсус прис­тавкалар һатып алыу өсөн 275 миллион һум самаһы аҡса бүле­нәсәк. Башҡортостан юлдаш теле­ви­дениеһына килгәндә, уның тапшырыуҙары элекке күләмдә ҡаласаҡ. Республика телеканалын аналог тапшырыу селтәре аша ҡараған тораҡ пункттарҙа иһә махсус антенналар һатып алып ҡуйыу мөмкинлеге лә күҙаллана.

Шулай итеп, 3 июнгә тиклем Башҡортостан халҡына һанлы телевидениелы булыу өсөн нимә эшләү зарур һәм был ниндәй ыңғай үҙгәрештәр килтерәсәген ҡыҫҡаса аңлатып үтәйек.

1. Һанлы селтәргә тоташҡан телевизор һәр саҡ асыҡ һәм аныҡ күрһәтәсәк, сигналды ҡабул итеү һауа торошона бәйле түгел. Full HD и 4K форматындағы видео­ларҙы тапшыра аласаҡ, тауыш та күпкә сифатлыраҡ яңғыраясаҡ. Унан тыш, телетекст, тапшырыуҙар программаһы, һанлы радио кеүек башҡа мөмкинлектәрҙе файҙала­нып буласаҡ. Төп үҙенсәлеге – телеканал һәм өс радиостанцияны бушлай ҡарап һәм тыңлап буласаҡ.

2. Әгәр әлеге ваҡытта һеҙ кабель, IP-ТВ йәки юлдаш телевиде­ниеһын ҡарайһығыҙ икән, бер нимә лә эшләргә кәрәкмәй. Яңылыҡ дөйөм йорт йәки бүлмә антенналары менән ҡулланғандарға ғына ҡағыла. Был саҡта ике вариант бар: әгәр DVB-T2 стандартын һәм MPEG4 видеоформатын ҡабул иткән заманса һанлы телевизорҙы ҡулланаһығыҙ икән, һанлы теле­селтәргә күсеү өсөн бер нимә лә һатып алырға кәрәкмәй, канал­дарҙы яңынан көйләү генә талап ителә. Әгәр инде телевизорҙы 2013 йылға тиклем һатып алған булһа­ғыҙ, махсус приставка талап ителә. Уның хаҡы бер мең һум самаһы тора. Тик отолоп ҡуймағыҙ: DVB-T стандартын ғына тотҡан түгел, башҡа формат­тарға ла иҫәп­ләнгәнен ҡарап алығыҙ, сөнки технологиялар бер урында тормай. Приставканы ҡуйғандан һуң бушлай 20 каналды рәхәтләнеп ҡарай алаһығыҙ.

3. Бындай вариант булыуы ла ихтимал. Әгәр телевизорығыҙ иҫке булһа һәм приставка һатып алма­һағыҙ, быйыл июндән һеҙ аналог сигналды һүндермәгән теле­канал­дарҙы ғына ҡарай аласаҡһығыҙ. Кә­мендә был исемлеккә Башҡорт­остан юлдаш телевидениеһы, урындағы ҡала һәм район телевизион каналдары инеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта приставка һатып алып ҡуйып, 20 телеканалды ҡарай башлаһағыҙ, иҫке антеннанан ҡотолорға ла ашыҡмағыҙ – урындағы телеканалдар тап уның аша күрһәтәсәк.

4. Башҡортостанда һанлы селтәргә күсеү өсөн “Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәре” филиалы яуаплы. Ойош­маның консультация үҙәге белгес­тә­ре һанлы телевидениеға ҡағы­лышлы барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирәсәк. Бының өсөн эш көндә­рендә +7(347)246-45-78 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк. Шулай уҡ федераль “ҡыҙыу бәйлә­нешкә”лә бушлай шылтыратырға һәм һорауҙарға яуап алырға мөмкин: 8-800-220-2002.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 38

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 47

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 77

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 50

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың...

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Шаран районында шундай хәл булған: мәктәп уҡыусыһы йәмһеҙ итеп сыйылдаған тауышҡа...

Тотош уҡырға 103

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы?

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Сит илдәрҙә булған кешеләр белә: күп ерҙәрҙә урамдарҙы шампунь менән йыуалар....

Тотош уҡырға 65

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә!

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Ғафури районының Красноусол ауылында район ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 66

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс...

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары торлаҡ йорттар планын үҙгәртеүгә контролде арттырырға йыйына. Был...

Тотош уҡырға 56

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто 20.03.2019 // Йәмғиәт

Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсының республика этабы уҙҙы....

Тотош уҡырға 59

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй?

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Был хаҡта иң тәүҙә махсус үҙәк хеҙмәткәрҙәре белә....

Тотош уҡырға 79

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 76

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 77