Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәртип тупһанан башлана
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәрендә бер нисә йорттоң подъезын ҡарап сыҡты. Шуларҙың береһе – Гоголь урамындағы алты ҡатлы 80-се йорт – 1976 йылда һалынған. Йорт советы рәйесе Ольга Ефимова әйтеүенсә, төҙөлгәндән алып подъездарҙа ни бары бер тапҡыр ғына ремонт яһалған. Әле бында хәл шәптән түгел.

– Өфөнөң үҙәгендә шулай булғас, Чер­никовкалағы йәки Затондағы подъ­ездарҙың ниндәй булыуын күҙ алдына килтерәм, – тине Радий Хәбиров.


Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, подъез­дарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһы нигеҙендәге мотлаҡ эштәр барышында тәҙрәләр пластикка алмаштырылырға, ишектәр, почта йәшниктәре яңыртылырға, беренсе ҡаттағы иҙәнгә плитә түшәлергә, стеналар буялырға, электр сымы кабель каналы менән көпләнергә, энергияны һаҡлаусы лампалар ҡуйылырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта эште, халыҡҡа уңайһыҙлыҡ тыуҙырмайынса, йылдам башҡарыу мөһим.

– Был осраҡта берлектә финанслау үҙмаҡсат түгел, ә киләсәктә дөйөм йорт мөлкәтен һаҡлап тотонһон өсөн халыҡҡа ремонтҡа ҡатнашлығын тойоу мөмкинлеген биреү. Шуға күрә уларҙы, айырыуса аҙ тәьмин ителгәндәрҙе һәм пенсионерҙарҙы, аҡса түләргә мәжбүр итергә ярамай, – тине Радий Хәбиров.


Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ми­нистр­лығы вәкиле ошо аҙнала ведомст­воның сайтында быйыл ремонт яһа­лырға тейешле йорттар исемлегенең баҫыласағы тураһында хәбәр итте. Салауат Хөсәйенов әйтеүенсә, Өфөлә йыл дауамында 1590 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Радий Хәбиров февраль аҙағы-март башында йорт советтары рәйестәре менән киңәйтелгән осрашыу үткәреп, программаны тормошҡа ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләүе хаҡында әйтте. Шулай уҡ йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитеттар араһында иң яҡшы подъезға конкурс иғлан итеү ҡарала.

Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 0

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 25

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 18

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 80

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 37

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 29

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 33

Ғүмерлек яра ул – һуғыш

Ғүмерлек яра ул – һуғыш 22.02.2019 // Йәмғиәт

Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша....

Тотош уҡырға 27

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 29

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 56

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 48

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 54