Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еребеҙҙең таҙалығы үҙебеҙҙән тора

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы тәртибенә аңлатма.

Реформаның маҡсаты нимәлә? Яҡын арала һәм киләсәктә нимәгә ынтылабыҙ?

“Сүп-сар реформаһы”ның маҡсаты – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең заманса һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ тармағын булдырыу; ҡалдыҡ­тарҙы йыйыу, сортҡа айырыу, эшкәртеү, утилләштереү һәм зарарһыҙландырыу буйынса инфраструктура объекттарын төҙөү, шул иҫәптән – юғары технологияға эйә булғандарын, рөхсәтһеҙ сүп өйөмдәрен бөтөрөү һәм шундай уҡ яңылары барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау.

Киләсәктә ҡалдыҡтарҙың мөмкин тиклем күберәк өлөшөн икенсел сеймал булараҡ ҡабаттан файҙаланыуға индереү, махсус полигондарҙа күмелергә тейешле ҡалдыҡтар күләмен кәметеү.

Төбәк операторҙары табыш һәм үҙ инвестицияһы иҫәбенә инфраструктура объекттарын булдырырға тейеш, шул иҫәптән – сүпте сортҡа айырыу һәм эшкәртеү заводтары, яңы полигондар.

Реформа нисек һәм ниндәй ваҡыт арауығында үткәреләсәк? Муниципалитет нимә өсөн яуап бирә? Төбәк операторҙарының бурысы нимәлә?
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһын үҙгәртеүгә әҙерлек 2015 йылда 458-се Федераль закон ҡабул ителгәс тә башланғайны.
Әҙерлек барышында Башҡортостанда түбәндәге документтар эшләнде һәм раҫланды:
lҡалдыҡтар менән эш итеүҙең территориаль схемаһы (шул иҫәптән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең);
lҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу нормативы;
lҡалдыҡтарҙы йыйыу тәртибе (шул иҫәптән – уларҙы айырым йыйыу);
lтөбәк операторҙары эшмәкәрлегенең ҡағиҙәләре һәм башҡалар.

Ошо территориаль схема нигеҙендә республика төбәк операторҙары өсөн биш зонаға бүленгән. Был зоналар буйынса Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үткән йылдың тәүге яртыһында төбәк операторҙары араһында конкурс уҙғарҙы. Быйыл 1ғинуарҙан был операторҙар эшкә тотондо. Улар 2016 йылдың 11 декабрендә раҫланған 1156-сы “Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү ҡағиҙәләре” нигеҙендә эш итә.

Ошо ҡағиҙәләрҙең 10-сы пунктына ярашлы, ҡулланыусылар ҡалдыҡтарҙы килешеү нигеҙендә түбәндәге ысулдар менән йыйырға хаҡлы:
Урындағы үҙидара органдарының бурысы – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындарын (майҙансыҡтарын) булдырыу һәм тәртиптә тотоу. Хакимиәт шулай уҡ был майҙансыҡтарҙың исемлеген алып барырға һәм уларҙағы үҙгәрештәр тураһында интернет селтәрендә хәбәр итеп торорға тейеш.

Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса нисә оператор бар? Төбәк опер­а­торҙары хеҙмәтләндерәсәк биш зонаға ниндәй райондар инә?

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы был операторҙар менән ун йылға иҫәпләнгән килешеү төҙөнө.

1-се зона: Өфө ҡалаһы ҡала округы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө һәм Шишмә муниципаль райондары. Уларҙы “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәтләндерә (телефоны: 8-800-347-80-03).

2-се зона: Ағиҙел, Нефтекама ҡала округтары, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл муниципаль райондары. Был төбәктә “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләй (телефоны: 8-800-511-84-20).
3-сө зона: Күмертау, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡала округтары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Стәрлебаш, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Учалы, Федоровка һәм Хәйбулла муниципаль райондары. Хеҙмәтләндереүсеһе – “Эко-сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (телефоны: 8-800-700-49-00).

4-се зона: Октябрьский ҡала округы, Әлшәй, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы, Саҡмағош, Шаран муниципаль райондары. Хеҙмәтләндереүсе ойошма – “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән ширҡәте (телефоны: 8-800-250-01-85).
4 + зонаһы: Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге.

Был телефондар буйынса ошо төбәк операторҙарының эшенә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарҙы бирергә мөмкин. Улар ял көнһөҙ сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Шылтыратыу бушлай.

Ауылда ла контейнерҙар ҡуйыла­саҡмы? Алыҫлыҡ һәм ташыу графигы буйынса нормативтар бармы? Был түләү хаҡына йоғонто яһаясаҡмы?
Ҡануниәткә ярашлы, 2019 йылда республиканың барлыҡ ҡала һәм ауылдарында муниципаль берәмек хакимиәт­тәре төбәк операторҙары менән берлектә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындарын булдырырға, уларҙы контей­нерҙар менән йыһазландырырға тейеш. Әгәр ҙә килешеүҙә ҡаралһа, ҡулла­ныусылар сүп-сарҙы пакетҡа йәки башҡа төрлө һауытҡа ла һала ала.

Әгәр ҙә ауылдан (әйтәйек, төпкөлдәге ауылдан) ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарылмай икән, был осраҡта ауыл халҡы хеҙмәтләндереү өсөн түләргә бурыслымы?

Төбәк операторҙары ниндәйҙер сәбәп менән ҡалдыҡтарҙы ай дауамында сығара алмай икән, уларҙың хеҙмәтләндергән өсөн квитанция ебәрергә хаҡы юҡ. Ағымдағы контролде һәм ҡалдыҡтарҙың сығарылыу-сығарылмауын теркәүҙе ауыл хакимиәте башҡара. Сүп-сар ваҡытында сығарылһын өсөн, хакимиәттәр төбәк операторына шылтыратырға тейеш. Шылтыратыуҙар теркәлә, ҡалдыҡтарҙы сығарыу ГЛОНАСС системаһы аша күҙәтелә.

Ни өсөн төрлө зоналарҙа түләү хаҡы төрлөсә?
Ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләү, Рәсәй Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се ҡарарына ярашлы, сүп ташыуҙың бер кешегә ҡарата нормативынан сығып иҫәпләнә. Нормативтарҙы республикабыҙ Хөкүмәтенең ҡарары түбәндәгесә билдәләгән:
күп фатирлы торлаҡ йорттар өсөн – бер кешегә йылына 1,92 кубометр;
шәхси йорттар өсөн – бер кешегә йылына 1,95 кубометр.

Башҡортостандың Тариф буйынса дәү­ләт комитеты ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк оператор­ҙарының хеҙмәтенә берҙәм хаҡ раҫланы. Ҡануниәттә ҡаралғанса, был хаҡ етеш­тереү һәм инвестиция программаларын тормошҡа ашырыуҙың нигеҙләнгән сығымдарын ҡапларға һәм ағымдағы эшмәкәрлектең иҡтисади яҡтан нигеҙлән­гән килемен тәьмин итергә тейешле.

Граждандарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары. Төбәк операторҙарының хоҡуҡтары һәм бурыстары.
2019 йылдың 1 ғинуарынан күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙа йәшәгән барлыҡ граждандарҙы, шулай уҡ ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар төбәк операторы менән килешеү төҙөргә һәм уны хеҙмәтләндереү өсөн түләргә бурыслы. Төбәк операторы­ның килешеү төҙөүҙән баш тартырға хоҡуғы юҡ.

Квитанцияны ҡасан килтерәләр, һәм ул ниндәй булырға тейеш?
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙәге хеҙмәтләндереү өсөн түләү республикала йәшәүселәрҙең газ, һыу һәм электр энергияһы өсөн квитанцияһында яңы юл булараҡ барлыҡҡа киләсәк. Берҙәм касса үҙәге хеҙмәтенән файҙаланған граждандар өсөн был түләү ошо квитанциялағы яңы пункт итеп ҡуйыласаҡ. Ауылда йәшәгәндәр өсөн был квитанцияны төбәк операторы электр энергияһы һәм газ буйынса квитанция менән бергә почта аша ебәрәсәк.

Түләүҙе ҡайҙа башҡарырға?
Төбәк операторҙарының хеҙмәтлән­дереү өсөн почта бүлексәләрендә, банктарҙа, шулай уҡ “онлайн-банк” сервисы аша түләргә мөмкин.

Тәғәйен нимә өсөн түләнә?
Төбәк операторының берҙәм тарифына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зарарһыҙ­ландырыу, урынлаштырыу һәм сортҡа айырыу инә. Әгәр ҙә ошоға саҡлы сүп-сар ташыусы контейнерҙағы ҡалдыҡтарҙы сүп ташлау урынына ғына илтһә, хәҙер ҡалдыҡтың контейнерҙан алып полигонға хәтлем юлы тулыһынса контролдә тотоласаҡ. Төбәк операторҙары үҙ табышы һәм инвестицияһы ярҙамында инфраструктура объекттарын, шул иҫәптән сүпте сортҡа айырыу комплекстары, сүп-сар эшкәртеү заводтары һәм яңы полигондар төҙөргә бурыслы. Уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн килешеүҙең формаһы Рәсәй Хөкүмәтенең 1156-сы ҡарары менән раҫланған, унда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың күләме, йыйыу урыны, ҙур ҡалдыҡтың үлсәме, өйөп һалыу ысулы, ташыуҙар һаны билдәләнгән.

Кемдең фатирҙары һәм йорттары бер нисәү, уларға нисек түләргә?
1 ғинуарҙан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәтләндереү “торлаҡ” статусының “коммуналь” статусына күсте. Хеҙмәтләндергән өсөн түләү тәғәйен торлаҡ майҙандағы даими һәм ваҡытлыса йәшәүселәр иҫәбенән сығып билдәләнә. Әгәр ҙә кеше был йортта биш көндән ашыуыраҡ йәшәһә, ул ваҡытлыса хужа тип иҫәпләнә. Йортта даими һәм ва­ҡытлыса йәшәүселәр булмаһа, хеҙмәт­ләндереү күләме ошо торлаҡ майҙанының милекселәре һанына ҡарап билдәләнә. Тимәк, граждандың күсемһеҙ милек объекттары бер нисәү булһа, квитанция һәр йортҡа ҡарата ошо шарттар нигеҙендә иҫәпләнә.

Рөхсәтһеҙ сүп өйөмдәрен кем һәм ҡасан бөтөрәсәк?
2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем барлыҡҡа килгән рөхсәтһеҙ сүп өйөмдәре ер майҙандарының милекселәре (муниципаль берәмектәр йәки башҡа ойошмалар) тарафынан мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юҡҡа сығарылырға тейеш. Ҡулланыусыларға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса килешеүҙә ҡаралмаған урындарҙа ошондай ҡалдыҡтарҙы һалыу тыйыла. Төбәк операторы тыйылған урында бер кубометрҙан ашыу ҡалдыҡ ятыуҙы асыҡлай икән, ул биш эш көнө дауамында түбәндәгеләрҙе башҡарырға бурыслы:
а) ер участкаһы милексеһенә, урындағы үҙидара органына һәм дәүләт экология күҙәтеүе башҡарған ойошмаға рөхсәтһеҙ ҡалдыҡтар өйөмө тураһында хәбәр итергә;

б) ер майҙаны хужаһына ошо рөхсәтһеҙ өйөмдө 30 көн эсендә юҡҡа сығарыу кәрәклеге тураһында хәбәр ебәрергә.

Әгәр ҙә ер участкаһы милексеһе ошо иҫкәртеүҙе алғандан һуң 30 көн эсендә был рөхсәтһеҙ өйөмдө юҡҡа сығармаһа, төбәк операторы был эште үҙе башҡара һәм, күрелгән сығымдарҙы ҡаплауҙы талап итеп, судҡа мөрәжәғәт итә.

“Сүп-сар реформаһы” өсөн кем яуап­лы?
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса яңы системаға күсеү айҡанлы һорауҙар тыуһа, түбәндәге телефондарға мөрәжәғәт итергә мөмкин:
Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы – 8(347) 223-32-80 (эш сәғәттәрендә);
Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөшкә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты – 8(937)8452842 (эш сәғәт­тәрендә);
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министр­лығы – 8(347)218-07-23; 8(347)218-07-22 (эш сәғәттәрендә);
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙала­ныу һәм экология министр­лығы – 8(347) 218-03-90 (эш сәғәт­тәрендә).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Хәлде контролдә тотасаҡмын"

"Хәлде контролдә тотасаҡмын" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов эш сәфәре менән Сибайҙа булды....

Тотош уҡырға 5

Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 44

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 30

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 38

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 31

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 60

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 43

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 52

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Стәрлетамаҡта, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге “аҡыллы” туҡталыш ҡуйылды....

Тотош уҡырға 66

Төрмәлә лә тормош бар

Төрмәлә лә тормош бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө ҡалаһындағы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы ғаилә барлыҡҡа килде. 36 йәшлек...

Тотош уҡырға 118

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк 15.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында уҙған инвестиция форумында Башҡортостандың презентация майҙансығын иң...

Тотош уҡырға 42

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа...

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Быйыл йыл башынан алып республикала 800-ләп янғын булған....

Тотош уҡырға 30