Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуҙырған – байлыҡ, туҙҙырған – байлыҡ түгел
Марсель Ҡотлоғәлләмовтың “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған мәҡәләһен (“Илде бөлдөрәм тиһәң, урманһыҙ ҡалдыр”, 2019 йыл, 11 ғинуар) уҡығас, билдәле публицист күтәреп сыҡҡан проблемаларҙы ентекләберәк ҡарап сыҡмайынса булмай тигән фекергә килдем.

Бынан бер ай элек Кеше хоҡуҡтары советы ултырышында үткәргән кәңәшмәлә экологик хоҡуҡтар комиссияһының етәксе­һе Сергей Цыпленков Владимир Путинға бөгөнгө Рәсәй урмандарының аяныс хәле тураһында һөйләгәйне. Ил Президенты был проблема менән яҡшы таныш булып сыҡты. Уның фекеренсә, “эш артабан да былай дауам итһә, беҙ киләсәк быуын­дарҙы урманһыҙ ҡалдырасаҡбыҙ”. Сөнки урман башлыса кеше күпләп йәшәгән, юлдар бар урында ҡырҡыла. Был тар­маҡта коррупция менән криминал бигерәк тә ныҡ үҫешкән”, – тине Президент.

Статистикаға күҙ һалайыҡ. Рәсәй урман­дарының дөйөм майҙаны – 1126 миллион гектар. Ошо майҙандың яҡынса 10 процентының (100 миллион, бәлки, 80-дән 120 миллионға тиклеменең, дәүләт үҙе лә аныҡ ҡына белеп етмәй) хоҡуҡи статусы билдәле түгел икән. Башлыса бында юҡҡа сыҡҡан колхоз-совхоздарҙың урмандары, уларҙың ерендә һуңғы йылдарҙа үҫеп сыҡҡан ағаслыҡтар инә. Был майҙан рәсми урман фондына индерелмәгән. Тимәк, бында сыҡҡан янғынды рәсми рәүештә һүндереп булмай, сөнки был эш законһыҙ буласаҡ. Икенсенән, был ерҙәрҙә рәсми рәүештә урман хужалығы (фермерлыҡ, һунар, ағас үҫтереү, туризм һ.б.) менән шөғөлләнеп тә булмай. Ә был – унда урынлашҡан ауыл кешеләре өсөн эш урындары. Рәсәйҙәге “Greenpeace” етәксеһе Алексей Ярошенко иҫәпләүенсә, ошо билдәлән­мәгән хоҡуҡи статус сәбәпле 40 миллион гектар урман законһыҙ рәүештә ҡырҡы­ласаҡ. Бындағы ағасты ҡырҡып байыған криминалитет тураһында әйтеүсе лә юҡ.

1930–1990 йылдарҙа РСФСР-ҙағы урман майҙаны 60 миллион гектарға артһа, һуңғы сирек быуат эсендә генә ошо майҙандағы урман юҡҡа сыҡты. “Greenpeace” мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Рәсәйҙә 10 миллион гектар урман янған. 2008 йылдан алып бындай янғындарҙың булғаны юҡ ине.
Урмансылар штатын ҡыҫҡартыу, уларға урман бизнесы менән шөғөлләнгәндәрҙең эшен күҙәтеүҙе тыйыу ҙа күп зыян килтерә. Дмитрий Медведевтың “перестаньте кошмарить бизнес” тигәнен прокуратура туранан-тура аңлап, ҙур хата яһаны. Ошоноң арҡаһында урманды ҡуртымға алған структуралар урманды тергеҙеү тураһында хәстәрҙе онотто шикелле. Мәҫәлән, 1988 йылда РСФСР-ҙа 1 846,3 мең гектар ерҙә ағас ултыртылһа, 2017 йылда ни бары 961,8 мең гектарҙа ғына ултыртылды. Һуңғы күрһәткестә үҙе үҫеп сыҡҡан ағастар ҙа иҫәпләнә.

Әйтергә кәрәк, бында 2006 йылда ҡабул ителгән Урман кодексының да “өлөшө” бик ҙур – әммә быны танырға баҙнат иткән кеше юҡ. Яңы Урман кодексына ярашлы, урман хужалыҡтары системаһы бөтөрөлдө, лесничийҙар һаны ун тапҡырға ҡыҫҡартылды. Үҙ ҡарамағындағы территорияны был инспекторҙың контролдә тоторға хәленән дә килмәй. Ошоноң арҡаһында урман ҡарауһыҙ ҡалды. Рәсәй Хөкүмәте һуңғы йылдарҙа был хатаны төҙәтергә тырыша.

Криминалға ҡаршы көрәшеү маҡса­тында Хөкүмәт, һәр ҡиммәтле ағасҡа тамға һалып, махсус дәүләт иҫәбе булдыр­маҡсы. 2015 йылда ЛесЕГАИС тигән система ойоштороп, йыһандан күҙәтеп торорға ниәтләгәйнеләр. Әммә бының ыңғай һөҙөмтәһе булманы – законһыҙ рәүештә ҡырҡылған урман күләме йылдан-йыл арта бара. “Рослесхоз” мәғлүмәттәре буйынса, был 2015 йылда 1 миллион 208 мең кубометр тәшкил итһә, былтыр 1 миллион 694 меңгә етте. Европаның бәләкәй дәүләттәрендә һәр ағасты иҫәпләп торорға мөмкиндер, әммә беҙҙең Рәсәйҙә был алымдың фәтүәһе булмаясаҡ.

Урман кодексына ярашлы, уны 49 йылға ҡуртымға биреү – урманды бөтөрөүгә тиң аҙым. Ваҡытында был документ башлыса урман ҡырҡыусылар баҫымы аҫтында ҡабул ителде. Улар өсөн урман тик аҡса эшләү сығанағы булып тора. Урманды үҙенеке итеп иҫәпләп өйрәнгән Рәсәй халҡы был шарттарҙа урман яҙмышы, уның киләсәге тураһындағы хәстәрҙән ситләштерелде. Совет осоронда янғын һүндереүгә дәррәү сыға торған ауыл халҡының бөгөнгө битарафлығы бының аяныслы һөҙөмтәһе булып тора түгелме? Бөтә тәбиғи байлыҡ, шул иҫәптән урман да, тик кешене байытыу өсөн генә файҙаланыла икән, икенсе һөҙөмтә көтөп булмаясаҡ.

Автор: Илдар ҒӘБИТОВ
Фото: pixabay.com


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 0

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 0

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 0

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 32

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 24

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 28

Ғүмерлек яра ул – һуғыш

Ғүмерлек яра ул – һуғыш 22.02.2019 // Йәмғиәт

Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша....

Тотош уҡырға 23

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 25

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 49

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 41

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 51

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 66