Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүгер... һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡар
Әлиә менән Батыр Ғәлимовтарҙы республикала күптәр беләлер, моғайын. Батыр, “Е7Е-медиа” студияһын булдырып, унда фильм­дар һәм популяр клиптар төшөрә. Ҡатыны Әлиә, ике бәләкәй бала әсәһе булһа ла, бер ҙә тик тормай, үҙен һәр өлкәлә һынап ҡарай, бик әүҙем тормош алып бара.

Бөгөн уларға иғтибар итеүе­беҙҙең тос ҡына сәбәбе бар: 27 ғинуарҙа улар Өфөнөң Урмансылар паркында “Үҙ тормошоң авторы” тигән хәйриә йүгереүе ойоштороп, 500 мең һум аҡса йыйырға ниәтләй.

Ғәлимовтар ғаиләһенең дуҫтары һәм таныштары бик күп. Улар бергәләшеп “Тормошто әүҙемләштереү” тигән тренинг үтә. Шундағы команда менән берләшеп, “Аңлы Өфө” исемле ойошма булдыралар, төрлө изге эштәр марафоны үткәрергә ҡарар итәләр. Ойошма социаль селтәрҙәр аша аҡса йыя һәм бүләктәр, кәрәк-яраҡ, тәмле­кәстәр алып, ҡарттар йортона, инвалид балаларға, социаль приюттарға бара. Шулай уҡ тирә-яҡты таҙартыуҙа ҡатнашып, өмәләр ойошторалар, мохтаж­дарға ҡан бирәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡулдарынан нимә килә, шуны башҡарырға, күберәк кешегә ярҙам итергә тырышалар.

– Хәҙер бар көсөбөҙҙө иртәнән һуң Урмансылар паркында үтәсәк йүгереү ярышына һалабыҙ. Башланғыс пакеттар түләүле – 1 мең һум. Һәр теләгән кеше уны һатып ала һәм йә 5, йә 10 километр араға йүгерә. Әйткәндәй, был пакетты һатып алып йүгермәҫкә лә мөмкин, иң мөһиме, аҡса түләнһен, – ти Әлиә, буласаҡ акцияның шарттарын аңлатып.

Паркта йүгереү генә түгел, ысын мәғәнәһендә ҙур байрам ойоштороласаҡ. Мең самаһы кеше флешмоб-гимнастика яһаясаҡ, утлы шоу, фокустар, йыр-бейеү ойоштороласаҡ, лотерея уйнатыласаҡ. Аҙаҡ сәй табыны ҡаралған. Ойоштороусылар 500 мең һум аҡса йыйырға ниәтләнә, шуға күрә, түләп йүгереүселәрҙән тыш, бағыу­сылар һәм партнерҙар эҙләйҙәр, уларҙың ярҙамына ла өмөт ҙур. Йыйылған аҡса тулыһынса шәкәр диабеты менән сирләгән балаларға инсулин помпаһын алыу өсөн тотоноласаҡ. Иҫәп шундай: бер балаға бер йылға етерлек помпа комплекты һәм кәрәкле тотоноу материалдары алынасаҡ. Әлеге көнгә тиклем улар 60 мең һум аҡса йыйыуға өлгәшкән, уны инсулинһыҙ йәшәй алмаған өс йәшлек Василина Латиповаға тапшырғандар.

Әйткәндәй, байрам барышында Батыр “Үҙ тормошоң авторы” фильмы өсөн кадрҙар төшөрәсәк. Был тормошта үҙ юлыңды табыуға, хыялдарыңа ынтылып йәшәргә, яҡшылыҡ эшләүгә арналған мотивациялы фильм 4 февралдә “Родина” кинотеатрында күрһәтеләсәк.
Байрамда һәм хәйриә йүгереүендә ҡатнашып, сирле балаларға ярҙам иткегеҙ, игелек ҡылып, күңелегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, һеҙҙе 27 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да баш ҡаланың Урмансылар паркында көтәләр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 0

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 0

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 0

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 32

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 24

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 28

Ғүмерлек яра ул – һуғыш

Ғүмерлек яра ул – һуғыш 22.02.2019 // Йәмғиәт

Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша....

Тотош уҡырға 23

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 25

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 49

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 41

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 51

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 66