Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асыҡтылар, туңдылар – теҙ сүкмәнеләр
Ленинградҡа һөжүм 1941 йылдың 10 июлендә, йәғни һуғыш уты ҡабыныуының ун һигеҙенсе көнөндә үк, башлана. Август аҙағына инде немец ғәскәрҙәре оло ил менән тоташтырып торған тимер юлын өҙә. 8 сентябрҙә фашис­тар ҡоро ерҙән ҡаланы блокадалауға өлгәшә. Ләкин ҡулса эсендә ҡалған совет ғәскәрҙәре оборонаһын емерә алмай. Шуға ла, фашист командованиеһы иҫәбе буйынса, ҡаланы һаҡлаусылар һәм тыныс халыҡ аслыҡтан, аслыҡ алып килгән ауырыуҙарҙан, һыуыҡтан үлеп бөтөргә тейеш була. Блокада башланған көндө генә лә, бер-бер артлы бомбаға тотоу сәбәпле, 200-ҙән ашыу ҙур янғын сыға, шулай уҡ бик мөһим булған Бадаев аҙыҡ склады юҡ ителә. Бомбаға тотоу, ауыр артиллериянан атыу көн һайын дауам итә.

Төрлө иҫәп буйынса, блокада­ланған ҡалала ике миллиондан ашыу кеше, шул иҫәптән 400 мең бала тороп ҡала. Аҙыҡ етешмәүе үҙен көндән-көн һиҙҙерә. 1941 йыл­дың ноябрь-декабренә, мәҫә­лән, карточка системаһы менән бер эшсегә 250 грамм, хеҙмәткәр­ҙәргә, балаларға һәм ололарға тик 125 грамм ғына икмәк бирелә. Әйткәндәй, норма 25 декабрҙә бер аҙ арттырыла. Ғөмүмән, норма гелән үҙгәреп тора: ҡалаға аҙыҡ килтерелеүенә ҡарап бер арта, бер кәмей. 1941-1942 йылғы көҙ менән ҡыш блокаданың иң ауыр осоро була. Ҡыш иртә килә, бик һыуыҡ була. Халыҡ китаптарын, мебелен яға башлай, ағас, таҡтанан яһалған ҡаралтыларҙы һүтәләр. Аслыҡтан, ябығыуҙан, һыуыҡтан меңәрләгән кеше үлә. Шуға ҡарамаҫтан, Ленинград хал­ҡы, обороналаусылар бары­һына — һалҡындарға, бер туҡтауһыҙ туптар шартлауына түҙә, ҡаршы тора. Йәшәү ҙә, эш тә туҡталмай. Ҡаланың административ учреждениелары, поликлиникалар, хатта балалар баҡсалары, китапханалар эшләй. Эшселәр генә тир түкмәй, ғалимдар асыштарын яһай, яҙыусылар, рәссам, компо­зиторҙар ижад итә, артистар сығыш яһай. Үҫмерҙәр станок артына баҫа, янғын һүндереү командаларына яҙыла.

Етерлек булмаһа ла, аҙыҡ төрлө юлдар менән ташыла. Ладоганы боҙ ҡаплағансы, күпмелер аҙыҡ самолет менән килтерелә. 1941 йылдың 22 ноябрендә Ладога боҙонан тәүге йөк машинаһы ҡуҙғала. Һуңынан инде был юл “Йәшәү юлы” (“Дорога жизни”) тип атала. Бер туҡтауһыҙ бомбаға тотоуға ҡарамаҫтан, фашист ҡоҙғондары хәрәкәтте туҡтата алмай. Ҡышын ҡала яғына аҙыҡ, боеприпастар, медикаменттар тейәгән йөк машиналары юллан­һа, унан эвакуацияланған бала­ларҙы, ололарҙы, ҡатындарҙы сығаралар. Барлығы миллионға яҡын кеше эвакуациялана.

1943 йылдың 18 ғинуарында Волхов һәм Ленинград фронты яугирҙәре блокаданы “йырып” сыға. Ладога күленән көньяҡ­ҡа­раҡ 8—11 километр арауы­ғында коридор барлыҡҡа килә. Хәҙер күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, 18 көн эсендә күл буйлап 30 километрлыҡ тимер юлы һалына. Ленинград оло ил менән тоташтырыла! Февралдән декабргәсә был юлдан 3104 эшелон поезд үтә. Быларҙың барыһы ла ҡалала ҡалыусыларҙа еңеүгә өмөт уята. Аҙыҡ паегы арттырылып ҡына ҡалмай, халыҡ урамдарҙы таҙартырға сыға. Хәҙер уйлайһың да иҫең китә — йәшәүгә ниндәй өмөт, көс булған кешеләрҙә.

Ул заманда Ленинградты обороналаусылар шуны яҡшы аңлай: ҡаланы фашистар алһа, Мурманск менән Архангельскиға туранан-тура юл асыласаҡ. Бын­дағы порттарҙа СССР-ҙың союз­даштарының кораблдәре илгә килгән ярҙамды бушата. Шунан һуң, Ленинградты бирһәләр, ҡаланың ер менән тигеҙләнеүен, халҡын тулыһынса ҡырасаҡ­тарын да беләләр. Һуғыш башланғанда уҡ Гитлер Мәскәү менән Ленинградты ер йөҙөнән юҡ итергә була. Ҡаланы һаҡлау­сылар үҙҙәренә фашистың башҡа фронттарҙан да көсөн йүнәл­теүен, илде һаҡлауҙа үҙ өлөшөн индереүен дә аңлайҙар.

1944 йылдың башына гитлерсылар Ленинград тирәләй тимер-бетон, ер-ағас ҡоролмаларынан, миналанған яландарҙан торған, сәнскеле тимер сымдарҙан ура­тылған ныҡлы оборона һыҙығы булдыра. Ләкин, нисек кенә тырышмаһындар, улар блокаданы тота алмай. 14 ғинуарҙа совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Бер яҡлап Ропшу йүнәлешендә, Ленинград яғынан Красное Селоға башланған һөжүм 20 ғинуарҙа фашистарҙы “келәшә”гә алып, Петергофск-Стрелькин төркөмөн тулыһынса юҡ итеү менән тамамлана. 27 ғинуарҙа Ленинград һәм Волхов фронттары ғәскәр­ҙәре дошмандың 18-се армияһы­ның оборонаһын емереп, төп көстәрен юҡ итә, 60 километр эскә үтеп инә. Фашистар сиге­нергә мәжбүр була. Красное Село, Пушкин, Павловта еңгән­дән һуң, Ленинград ҡалаһы блокаданан тулыһынса азат ителә.

Кешелек тарихында иң оҙайлы, иң ҡурҡыныс һаналған, 900 көнгә яҡын һуҙылған блокада 27 ғинуарҙа тамамлана. Был алышта батырлыҡ күрһәткән 350 мең һалдат, офицер һәм генерал орден-миҙалдар менән наградлана. Шуларҙың 226-һына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Барлығы 1,5 миллион кеше “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалына лайыҡ була. Ленинградҡа 1945 йылдың 20 ғинуарында Ленин ордены тапшырыла. 1965 йылдың 8 майында “Герой-ҡала” исеме бирелә.

1995 йылдың 13 мартындағы Рәсәйҙең “Хәрби дан һәм иҫтәлекле даталар тураһында”ғы федераль законға ярашлы, был көн Рәсәйҙең хәрби дан — Ленинград блокадаһын өҙгән көн тип иғлан ителә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 0

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38