Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туғыҙ ғына бит, ә…

“1941 йылдың 28 декабре. Женя 1941 йылдың иртәһендә сәғәт 12-лә үлде”.
“Өләсәйем 1942 йылдың 25 ғинуарында сәғәт 3-тә үлде”.
“Лека 17 мартта, иртәнге 5-тә үлде. 1942 йыл”.
“Вася бабай 13 апрелдә, төнгө 2-лә үлде. 1942 йыл”.
“Леша бабай 10 майҙа, көндөҙгө сәғәт 4-тә үлде. 1942 йыл”.
“Әсәйем – 13 майҙың 7 сәғәт 30 минутында. 1942 йыл”.
“Савичевтар үлде”. “Бөтәһе лә үлде”. “Таня бер үҙе ҡалды”.

Тетрәнмәйенсә уҡып булмай ун бер генә йәшлек ҡыҙ баланың көндәлеген. Барлығы туғыҙ ғына бит. Ләкин ҡәһәрле һуғыштың барлыҡ михнәтенә һуғарылған был юлдар. Ҡанһырап сыҡҡан кескәй генә йөрәгенең әрнеүе. Һуғышҡа ҡәһәр, ҡарғыш, нәфрәт урғыла уларҙан. Киләсәккә оран булып яңғырай сабыйҙың йән өҙгөс ауазы: “Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ, Кешеләр! Тыныслыҡты күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ!”

Таня Савичеваның ғүмере ҡыҫҡа, бик ҡыҫҡа була. Өҫтәүенә, аяныслы, фажиғәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның яҙмышын һуғыш осоро балаларының күптәре үҙенсә ҡабатлай. Ә бит бәхетле булыр, яратып-яратылыр өсөн тыуған бит улар. Үлем көҫәгән ҡоҙғондай ҡоторонған фашизм барыһын емерә, селпәрәмә килтерә. Кем һуң ул Таня? Заманаһының ябай ғына ҡыҙы. 1930 йылда ишле, татыу ғаиләлә донъяға килә. Атаһының икмәк һалыу пекарняһы, кондитер һәм икмәк магазиндары, хатта бәләкәйерәк кенә кинотеатры була. Ләкин 30-сы йылдарҙа илдә шәхси милеккә башҡаса ҡарай башлайҙар. Ә хужаларын ҡала­нан ситкә – 101-се километрғаса оҙаталар. Башҡа етеш, эшлекле ғаиләләр менән бергә Савичев­тарҙы ла махсус ҡасабаға ебәрәләр. Ғаилә башлығы Николай был хәлгә – рәхимһеҙлеккә, ғәҙелһеҙлеккә бик ныҡ ҡайғыра: берәмтекләп йыйған бар донъя­һын юғалта, артабан бөтәһен яңынан башларға, нисек тә биш балаһын ҡарарға кәрәк. Тик… бер туҡтауһыҙ көсөргәнешлек, уйланыу-ҡайғырыуҙар, ауыр эш үҙенекен итә – яман шеш ауырыуы аяҡтан йыға ла 1936 йылда фанилыҡтан алып китә.

Ғаилә башлығын юғалтҡан ғаилә атаһының бер туған ағалары – Василий менән Леонид йәшәгән йортҡа килеп һыйына. Яйлап тормоштары көйләнә башлай. 1941 йыл етә. 22 июндә Таняның өләсәһенең тыуған көнө була. Нәҡ ошоноң алдынан ғына барыһы ла Дворищиға туғанда­рына ҡунаҡҡа барырға йыйыналар. Ләкин оло йәштәге инәйҙе тыуған көнөндә ҡалдырып китеү килешмәҫ, һуңынан юлланырбыҙ тип уйлап, Мишаның үҙен генә ебәрә торалар. Ә иртәгәһенә…

Башҡа ҡала халҡы һымаҡ уҡ, Савичевтар ғаиләһе лә Ленинградты обороналауға булышлыҡ итә: әсәләре һалдаттарға кейем тегә, Нина окоптар ҡаҙырға китә, Женя яралыларға ҡан бирә, заводҡа эшкә йөрөй, Таня яндыр­ғыс шыйыҡса өсөн тиҫтерҙәре менән шешә йыя. Лека һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап хәрби комис­сариатҡа бара, тик, күҙе насар күреү сәбәпле, кире боралар. Василий менән Леонид бабаларын да ҡайтаралар – оло йәштәге­ләрҙе алмайҙар.

8 сентябрь. Кешелек тарихында иң оҙайлы, иң аяныслы булып ҡан менән яҙылған блокада башлана. Бер көн Таня апаһы Нинаның телефон номерҙары өсөн тотҡан алфавитлы блокнотын табып ала. Уның күпмелер өлөшөнә Нина ниҙер яҙһа, алфавитлы яғы буш була. Ана шул яғына инде “ж” хәрефе битенә кескәй генә ҡулдар тәүге битте яҙа: “1941 йылдың 28 декабре. Женя 1941 йылдың иртәгәһендә сәғәт 12-лә үлде”.
Таняның икенсе апаһы Нина 1941 йылдың февралендә өйөнә ҡайтмай. Был турала ҡыҙыҡай көндәлегенә бер ни теркәмәй, сөнки апаһының иҫән булыуына ышана. Өмөтләнеүе бушҡа булмай – Нинаны ашығыс рәүештә эвакуацияға оҙаталар. Миша-Михаил да, ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, һуғыштан иҫән ҡайта.

Яңғыҙы ҡалған Таняны 1942 йылдың йәйендә балалар йортона оҙаталар. Августа иһә йәтимдәрҙе Шатки ҡасабаһына эвакуациялайҙар. 1944 йылдың мартында, бик ҡаты ауырығандан һуң, Таня Понетаевка ауылында урынлашҡан ғәриптәр йортона күсерелә. Медицина карточка­һына ошондай диагноз яҙыла: “Зәңге, дистрофия, нервылар ҡаҡшауы, һуҡырайыу…” 1944 йылдың 1 июлендә Таняның йөрәге тибеүҙән туҡтай…

Блокаданан һуң Нина Ленин­градҡа ҡайта. Әсәһе үлгәс Таняны бер-ике аҙна ҡараған өләсәһенең туғаны Евдокияға бара. Шунда ун туғыҙ битенә ҡәләм менән сыймаҡланған үҙенең блокнотын таба. Осраҡлы ғына (бәлки, яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр) был яҙмаларҙы танышы, Эрмитаждың ғалим-секретары күреп ҡала. Ул уны 1946 йылда “Ленинградты ба­тырҙарса обороналау” тип аталған күргәҙмәгә ҡуя. Осраҡлы ғына һаҡланып ҡалған был көндәлек фашизмдың енәйәтен фашлаған, башкиҫәрҙәрҙең өҫтө­нән барған Нюрнберг процесына ла бирелә. Бөгөн ул Санкт-Петербургтың дәүләт тарих музейында һаҡлана. Күсермәләре донъяның барлыҡ мөйөшөнә таратылған. Яҙмалар үлемесле һуғышты ҡәһәрләгән символға әүерелгән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 16

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 21

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 270

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 45

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 27

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 35

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 56

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 37

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 251

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 41