Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡояшлы июль айының һуңғы шәмбеһе. Ауыл кешеһе бесән әҙерләй. Һикһәненсе йәшен ҡыуған Зөлфиә ҡарсыҡ та, иртәнге мәшәҡәттәрен бөтөрөп, район үҙәгенән ялға ҡайтҡан ҡыҙы Ләйсән менән сәй эсергә генә ултырғайны, урамдағы әтәстәренең ҡурҡыныс тауыш менән ҡысҡырышыуынан һый ҡайғыһы ҡалманы. “Их, тағы шул тауыҡтар күршеләргә кергәндер инде. Харап ҡына булалар инде!” — тип һөйләнә-һөйләнә урамға ашыҡты. Уға Ләйсән дә эйәрҙе.

Ә урамда яу: Зөлфиәнең батыр ҙа, матур ҙа дүрт төҫтәге әтә­се аҡһаҡлап урам уртаһына тиклем килеп, бер Зөлфиәгә, бер күршеләренә ҡарап, ярһып-ярһып борсолоуын белдерә. Ҡарсыҡтың тауыҡтары күрше йортта иҫән ҡалыу өсөн “көрәшә”: ҡытаҡлай-ҡытаҡлай, урамға сығыр урын эҙләп, ары-бире саба. Әтәсен йорт­ҡа табан ҡыуҙы ла әбей та­уыҡтарына ҡарай йүнәлде. Ҡото осҡан дүрт тауығы ҡоймаға менеп, урамға һикереп төшә алды. “Берәү, икәү, өсәү, дүртәү... Өсөһө ҡапҡа алдындағы әрәмәлә сүп­ләнеп йөрөй, уларын да ҡуш­һаң, етәү... Их, тегеләрен харап ҡына итә инде...” Зөлфиә ҡарсыҡ­тың уй­ҙарын күрше ҡатындың әрлә­шеүе бүлдерҙе: “Мәңге инмәҫлек яһайым, суҡынғандар!..” Ҡулын­дағы сыбығы ғына ярҙам итмәгәс, күрше Рәмиҙә йорттағы тауыҡтар­ға утын алып ырғыта башланы.

Бахыр өс тауыҡ ҡапҡа аҫтын­дағы тишектән урамға атылып сығып, әтәс янына йыйылып, зар­ҙарын “уртаҡлашты”. Ә һуңға ҡалған бер ҡыҙыл тауыҡ, күрәсәге булған, күрәһең, ярһыған ҡатын­дың асыу менән ырғытҡан утын ағасы аҫтында ҡалды. Йән өҙгөс тауыш менән әрнеп ҡытаҡлап, әллә ҡайҙа барып төштө. Бисара йәндең һул аяғы һынып, тиреһен­дә генә һалынып тора ине...

Зөлфиә ҡарсыҡ күңеленән бик әрнеһә лә, Рәмиҙәгә һүҙ әйтмәне. Күршеләре машина менән йөкләп бесән алып ҡайтҡайны. Ғаилә башлығы Салауат дуҫы Иршат менән арҡанды сискәндә ҡапҡаны асыҡ ҡалдырғанға күрә, тауыҡтар шуны ғына көткәндәй, баҡса­ларына үтеп, кишер, һуған түтәл­дәрен типкәндәр. Ире, күрше­ләренән ҡыйынһынып, ярһыған ҡатынына киҫәтеү ҙә яһап ҡараны, уныһы тағы нығыраҡ туҙынды, Салауаттың үҙенә лә өлөш “эләкте” — ҡапҡаны япмай кергәне өсөн ғәйепләп, тоҙло-боросло һүҙҙәр яуҙырҙы.

— Эй, бисара, ҡанап сыҡҡан аяғы... Әйҙәгеҙ, гонаһһыҙ йән­дәр... — Ҡарсыҡ ҡош-ҡортон йорт­ҡа ҡыуаланы. Ләйсән әсәһен ситтән генә күҙәтте. Ғүмере буйы мал тип йәшәгән әсәһе, уҙған көҙҙә атайҙары мәрхүм булғас, мал-тыуарҙы кәметергә булды, йортто йәмләп, тауыҡтар ғына ҡарармын, тигәйне. Шулар менән “һөйләшеп” ғүмер үткәреп ятҡан көнө ине ҡарсыҡтың.

— Инәләр бит күршегә, аҡылы бармы ни ҡош-ҡорттоң? Алдарынан емде өҙгәнем юҡ, нишләй­һең инде. Рәмиҙәне лә аңларға була, бала-сағаһы бар, шулар өсөн ултыртҡан түтәлдәрен туҙҙырғанды кем яратыр?.. — тип көрһөнөп һөйләнде лә ихатаға сығарып бойҙай һипте, ҡыҙы менән бергәләп ҡапҡа аҫтын тауыҡтары сыға алмаҫлыҡ итеп нығытты. Ҡош-ҡортон да шелтәләп алды:
— Дуҫ-татыу йәшәгән ярҙам­сыл күршеләр менән йәмһеҙ­ләштерәһегеҙ бит, ах, һеҙҙе...

— Әсәй, тегеһе үлерме икән инде? Бик ауыр йөрөй бит... — Ләйсән аяғы һынған тауыҡты күҙ алдына килтереп йәлләне.

— Үлһә үлер инде, балам... Уны салдырып йөрөр хәлем юҡ. Кемгә инеп баш эйәйем? Сала­уаттың да, күреп тораһың, эше бар...

Ләйсәндең битенән күҙ йәш­тәре тәгәрәне. Атаһы иҫән саҡта тормош икенсе ине. Зөл­фиәне бер кеше лә ситкә типмәне. Ә ире Мансур ауылда ҡарап торған балта оҫтаһы, һуғымсы булды. Кешегә бура бурашып, арып-талып, ҡайтып өҫтәл янына ултыр­ған ғына сағында, Рәмиҙә үҙе нисә тапҡыр йүгереп инеп: “Мансур ағай, ҡунаҡтар килә, тиҙ генә тауыҡ һуйып бир әле...” Йә булмаһа, ире Себер тарафтарында эшләгән йылдарҙа: “Мансур ағай, тағы һиңә индем инде, иртәгә Салауат ҡайта. Бер бәрән­де айырып алып ҡалғай­ным, салып ҡына бир әле...” — тип йомошон һөйләп бөтөүгә, атаһы, ҡайнар ашын ситкә этеп, күрше хаҡын үтәргә ашыҡты... Салауаты ла алыҫ араларҙы үтеп ҡайтыу менән иң элек күршелә­ренең хәлен белде.

Өйгә инеп, һыуынған сәйҙе яңыртып эстеләр. Һөйләш­мәнеләр. Табынды йыйыштырып ҡуйғас ҡына Зөлфиә, ауыр һулап, әйтеп ҡуйҙы:
— Их, ҡасан ошо нахаҡ һүҙҙәр­ҙән ҡотолам инде?! — Был һүҙҙәрҙә эске әрнеү, һағыш, әйтеп бөтөлмәгән рәнйеү ҙә бар ине...

* * *
Ошо уҡ көҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡалған ҡатыны булараҡ Зөлфиәгә лә фатир бирҙеләр. Ул ҡыҙы янына район үҙәгенә күсенде.

— Яҙ еткәс, ҡайтырһың бит, Зөлфиә апай? — тине оҙатырға сыҡҡан күршеләре.

— Белмәйем...

— Шундай йәмле урынды һағынмай булдыра алмаҫһың, ҡайтырһың, ҡайт, беҙ көтөп ҡалабыҙ! — тиештеләр.

Ул йылдан һуң байтаҡ ғүмер үтте. Ләйсән һәр йәйҙә ғаиләһе, сит өлкәләрҙә йәшәгән туғандары менән үҫкән йортона ҡайтты. Йортто йыуып, тәрбиәле тоттолар, баҡса тулы гөлдәр үҫтерҙеләр.

Быйыл да Ләйсән еләк йыйыр­ға тип ауылға ҡайтты. Ҡапҡанан инеүгә, баҡсала әтәс тауышын ишетеп, һағайып ҡалды. Баҡ­тиһәң, күрше Рәмиҙәнең тиҫтәгә яҡын тауығын эйәртеп, хас та уларҙағы кеүек әтәс күкрәк киреп баҡса буйлап “сәйәхәт”тә йөрөй. Тауыҡтарын “барлап” өтәләнгән әтәстең тауышына Рәмиҙә лә йүгереп сыҡты:
— И-и-и, һеҙҙең баҡсаға ингәндәрме ни? Һуғып ҡына үлтерәм инде шуларҙы! Бер көндө уң яҡ күрше баҡсаһында, икенсе көндө башҡаныҡында! — тип зарланырға тотондо.

Ә Зөлфиә әбей башҡаса ауылға ҡайтып күренмәне. Әллә йөрәге ҡаты тибеүҙән, әллә онотолмаҫлыҡ рәнйеүҙән...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы?

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы? 17.02.2019 // Йәмғиәт

Бер танышым менән осрашҡан һайын бөтөн тирә-йүн ҡараңғылыҡҡа сумғандай була. “Донъя түңкәрелде...

Тотош уҡырға 0

"Ҡыҙҙарыбыҙға ҡусты ла алырбыҙ әле"

"Ҡыҙҙарыбыҙға ҡусты ла алырбыҙ әле" 17.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһында йыл башынан сабыйҙар һаны артыуы күҙәтелә. Игеҙәктәр тыуған осраҡ байтаҡ. Урындағы...

Тотош уҡырға 10

Бәлки танырһығыҙ?

Бәлки танырһығыҙ? 17.02.2019 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Хоҙайбирҙин, 135 адресы буйынса урынлашҡан йорт эргәһендәге эскәмйәлә бер ир...

Тотош уҡырға 145

Февраль булғас, туҙһын бураны!

Февраль булғас, туҙһын бураны! 17.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометерология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе ике көндә буран сығыуы, боҙлауыҡ...

Тотош уҡырға 37

Электричкала әкиәт тыңлап...

Электричкала әкиәт тыңлап... 17.02.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел баш ҡала уҡыусылары һәм Өфө балалар тимер юлы тәрбиәләнеүселәре өсөн “Толпар”...

Тотош уҡырға 35

Яҡтыкүлдән яңы көс-дәрт алып

Яҡтыкүлдән яңы көс-дәрт алып 17.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларынан бер төркөм “Яҡтыкүл” шифаханаһында булып,...

Тотош уҡырға 69

Мәскәүҙәге милли ойошмала – яңы рәйес

Мәскәүҙәге милли ойошмала – яңы рәйес 17.02.2019 // Йәмғиәт

“Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе итеп Салауат Әхмәҙуллин һайланды....

Тотош уҡырға 29

Хәстәрлек, йылы һөт өсөн...

Хәстәрлек, йылы һөт өсөн... 16.02.2019 // Йәмғиәт

Таң һарыһынан сатлама һыуыҡта бер малай мәктәпкә китеп бара, ти. Автобусҡа ултырыр ине лә, аҡсаһы...

Тотош уҡырға 112

Афған яраһы һаман йөрәктә

Афған яраһы һаман йөрәктә 16.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Учалы ҡалаһында Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулыу айҡанлы митинг...

Тотош уҡырға 59

Радий ХӘБИРОВ: "Бына тигән улдар үҫтергәнһегеҙ – алдығыҙҙа баш эйәбеҙ"

Радий ХӘБИРОВ: "Бына тигән улдар үҫтергәнһегеҙ – алдығыҙҙа баш эйәбеҙ" 16.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан...

Тотош уҡырға 69

Сибайҙа – авария...

Сибайҙа – авария... 16.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа “ВАЗ-2114” автомобиле водителе 53 йәшлек ҡатынды төкөткән....

Тотош уҡырға 389

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр 16.02.2019 // Йәмғиәт

Баланды төрлө ысул менән һаҡлап, ҡулланып була. Был емеш халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Һеҙгә...

Тотош уҡырға 93