Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Миңә ҡомалаҡ икмәген бирегеҙ!”
Магазин кәштәләрендә хәҙер икмәктең ниндәйе генә юҡ, йәнең теләгәнен һайлап һатып ал: бойҙай, бойҙай-арыш, кәбәк һәм төрлө тәмләткес-өҫтәмәләр ҡушып бешерелгәне. Әммә ҡомалаҡ әсеткеһенә ҡабартып, мейестә әҙерләнгәненә өҫтөнлөк бирә бөгөн күптәр. Бындай икмәк тәмле, хуш еҫле, иң мөһиме, оҙаҡ һаҡланыусан. Шуға ла ҡомалаҡтан әсетеп бешерелгәненә һатып алыу­сылар араһында ихтыяж ҙур.

Яңы Ҡалмаштан шәхси эшҡыуар Флорида Әмирйән ҡыҙы Вәлиева бөгөн ауылдаштарын ғына түгел, район үҙәге халҡын, бынан тыш, күрше Кушнаренко районын да хуш еҫле ҡомалаҡ икмәге менән тәьмин итә. Ире Далмир Мәхмүт улы — Флорида апайҙың тоғро ярҙамсыһы, кәңәшсеһе.

— Икмәк — төп ризығыбыҙ, унһыҙ өҫтәлдең йәме лә, аштың тәме лә юҡ, — ти Флорида апай. — Элек-электән өләсәйҙәребеҙ, әсәйҙәребеҙ шулай бешергән, төрлө бәлеш менән балаларын, ҡунаҡтарҙы һыйлаған, шуға ла ҡомалаҡ икмәге етештерергә тотондоҡ.


Далмир ағай оҙаҡ йылдар туған колхозында төрлө вазифа биләй, Флорида Әмирйән ҡыҙы баш бухгалтер була. Вәлиевтәр, ауыл тормошон яҡшы белгәс, ауылдың район үҙәгенән йыраҡ урынлашыуын, магазин булмауын иҫәпкә алып, үҙҙәре йәшәгән йорт янында буш торған ерҙе һатып ала һәм Яңы Ҡалмашта бәләкәй икмәкхана төҙөй.

2016 йылда уңған ғаилә эшмәкәрлеген йәйелдереп ебәрә. Яңы эш башлаған эшҡыуарға дәүләт 200 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам да күрһәтә. Ошо суммаға үҙҙәренең дә йыйған аҡсаһын ҡушып, ҡамыр баҫыу машинаһы, электр мейесе, башҡа ҡорамалдар һатып ала. Әле Флорида Әмирйән ҡыҙы дүрт кешегә эш урыны булдырған.

Икмәк бешереүселәрҙең эше еңелдән түгел. Улар кис икмәкханаға килеп, ҡамыр баҫа, уны ҡабартып алыу өсөн бер нисә мәртәбә болғап, әйләндереп-тулғандырып ала. Һуңынан ҡамырҙы йомарлап, үлсәп, майланған форма-табаларға һалалар, берәй сәғәттән һуң уны мейескә оҙаталар. Әйткәндәй, ҡомалаҡты эшҡыуар сентябрҙә йыйып ала, уны сифатлы һаҡлау өсөн махсус урын да булдырғандар.

— Шөкөр, ҡыҙҙар үҙ бурысын намыҫлы башҡара, һәр береһе икмәк бешереү нескәлектәрен яҡшы белә. Ауыл халҡы ла яңы ғына мейестән сыҡҡан хуш еҫле әпәкәй алыу өсөн иртә менән беҙгә ашығып килә, — ти Флорида апай.


Бөгөн эшҡыуар тәүлегенә 500-600 дана икмәк бешерә, ҡайһы саҡ заказдар күберәк тә була, шулай ҙа һатып алыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша. Әҙер продукцияны Далмир ағай еңел машинала ҡулланыусыларға ваҡытында, иң мөһиме, йылы һәм эҫе килеш алып барып еткерә. “Беҙҙең икмәкте иртән һәр кем көтөп ала, шуға ла табынға йылы әпәй тотҡарлыҡһыҙ барып ятһын өсөн йоҡламаҫҡа кәрәк. Ә ҡулланыусыларҙың теләге — беҙҙең өсөн закон”, — ти Далмир ағай.

Ондо күмәртәләп Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандан һатып алалар. Ике яҡ өсөн дә уңайлы килешеүҙәр нигеҙендә уны фирмалар үҙҙәре алып килә икән.

Киләсәккә эшҡыуарҙың уй-хыялы бихисап. Икмәктән тыш, төрлө кондитер ризыҡтары етештереп, халыҡты ҡыуандырырға ниәтләй. Тағы ла икмәк һатыу нөктәләре һанын арттырырға иҫәп тота. “Теләк тә, көс-дарман да етерлек. Шөкөр, эшләргә шарттар бар”, — ти Флорида Әмирйән ҡыҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 40