Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Китап сәйәсмәндәр өсөн яҙылмай...
Дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, арҙаҡлы шәхес Муллайән Халиҡов – Башҡорт Автономияһы башында торған сәйәсмән. Тарихсы Фәнил Шәрипов ошо шәхестең тормош юлын һәм эшмәкәрлеген өйрәнеп, дүрт китаптан торған “Тәрән тамырҙар” документаль тарихи романын яҙа. Быуын тамырҙары тәрән булған һайын, кешенең милли тойғоһо, рухы көслөрәк. Ул ҡайҙа ғына йәшәмәһен, бар булмышы менән азатлыҡҡа, иреккә сығыу көрәшенә ынтыла. Милләт булып ойошҡас, халыҡ араһынан яңы юлбашсылар сыға. Шул милләт йөрәгендә азатлыҡҡа ынтылыш, ҡандан-ҡанға күсеп, мәңге йәшәйәсәк. Был – башҡорт халҡына ғына хас дәүләтселек рухы. “Оло юл башы” тип аталған беренсе китап менән танышҡайныҡ инде. Икенсе китап “Дауыл” тип атала. Шул китаптың “Тартыш” исемле бүлегенән бер өҙөктө гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ. Автор үҙе әйтмешләй, китап сәйәсмәндәр өсөн яҙылмай, халыҡ өсөн яҙыла.

Тартыш

Башҡорт иле 1918 йыл башынан уҡ дауыл эсендә ҡалды. Төрлө сәйәси ағымдар үҙ-ара тартышты. Ырымбурҙа больше­визмға ҡаршы көрәш көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Атаман Дутов казаксылығы һәм Мосолман хәрби советы ғәскәре ҡаланы әлегә үҙ ҡулдарында тота. Башҡорт хөкүмәте үҙ милке һаналған Каруанһарайҙа төпләнде. Хөкүмәт үҙ ғәскәрен төҙөргә теләк белдергәс, берҙәм Мосолман хәрби көсө быға ҡәтғи рәүештә ҡаршы сыҡты. Уларға шәмиғоловсылар йәки башҡорт булып алған мишәр Ғәли Шәмиғолов әтмәләгән ялған Башҡортостан Ваҡытлы инҡилабы советы ҡушылды...

“Шәмиғолов 1905–1908 йылдарҙа – Усманов байҙың мануфактура фирмаһында приказчик-өйрәнсек. 1908–1909 йылдарҙа – Нәзиров, 1908–1911 йылдарҙа – Шафиҡов, 1911–1913 йылдарҙа – Ғәбитов, 1914–1917 йылдарҙа Ахунов мануфактура фирмаһы приказчигы булып хеҙмәт итә. РКП(б)-ның Башҡортостан өсөн һайлап алынған берҙән-бер алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәре”.

Башҡорт хөкүмәтенең земство эштәрен хәстәрләп, әле яңы ғына ҡайтып төшкән Муллайән Халиҡовты бүлмәлә Аллабирҙе Йәғәфәров ҡаршы алды. Уның эргәһендә бер хәрби баҫып тора ине.

– Таныш бул, Муллайән, минең еҙнә Мотаһар Мостафин. Дутовта башҡорт казактарына етәкселек итә.
– Хөкүмәтебеҙҙең земство эштәре һәм халыҡ-ара аралашыу буйынса етәксеһе Муллайән Халиҡов, – тип Мостафинға ҡулын һуҙҙы бүлмәгә ингән хәрби.

– Честь имею, – тине Дутов офицеры, Халиҡовтың ҡулын ҡыҫып. – Башҡорт һыбайлылары командиры Мотаһар Мостафин булам.
– Бик шатмын.

– Ултырығыҙ, йәштәр, кәңәшләшеп алайыҡ, – тип һүҙен дауам итте Аллабирҙе Йәғәфәров һәм ултырырға урындар күрһәтте. – Бөгөн Башҡорт хөкүмәте көрсөктә, бына-бына большевиктар Ырымбурҙы үҙ ҡулына алмаҡсы. Улай-былай була ҡалһа, һеҙгә айырым йәшерен эш йөкмәтелә, – тип һөйләп китте. – Әхмәтзәки ҡалғандарын үҙе аңлатыр.

– Хөкүмәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн иң уңайлы урын – Силәбе, Аллабирҙе ағай, – тине Халиҡов.
– Шунан...

– Һеҙ әйткән Арғаяштағы башҡорт монархисы. Ҡорбанғәлиевкә ышаныс юҡ, ул автономия яҡлы түгел. Ә бына үҙ тыуған яҡтарына ашыҡҡан Силәбеләге чех корпусына ышанырға мөмкин, сөнки унда күбеһе венгр һалдаттары, мадъярҙар.

Мотаһар Мостафин, ғәжәпләнеп, һүҙгә ҡушылды:
– Улар ҡайҙан килеп сыҡҡан?
– Николай батша хөкүмәте, фронтта әсир төшкән венгр һалдаттарын баштан-аяҡ кейендереп, ҡоралландырып Германияға ҡаршы ебәрергә булған, ләкин Керенскийҙың Ваҡытлы Хөкүмәте был корпустың барлығын онотҡан, ә большевиктар өсөн улар – контрреволюционерҙар, – тип аңлатты Халиҡов.

– Улар менән тығыҙ элемтә урынлаштырһаҡ, һин нисек уйлайһың, Муллайән? – тип һораны Йәғәфәров.
– Бер кесе командирҙары менән һөйләшергә тура килде, теле башҡортсаға тартым. Дуҫлашып булыр, моғайын.
– Шура ултырышында кәңәшләшергә кәрәк.

Бүлмә ишеге асылыуға, Аллабирҙе Йәғәфәров һағая төштө. Һөйләшә-һөйләшә Әхмәтзәки Вәлиди менән Ғәли Шәмиғолов килеп инде.
– Башҡорт халҡының үҙ милке һаналған Каруанһарайҙа бөтә сәйәси ағымдарға ла бүлмәләр теүәл бүленеп бирелде бит. Башҡорт була тороп та үҙебеҙ – Шура ла, Хөкүмәт тә бер бүлмәлә төпләндек. Һин тағы ла мосолман комитетынан тыш әллә ниндәй Башҡортостан Ваҡытлы инҡилабы Шураһын төҙөп ятаһың. Башҡорт Хөкүмәтенең үҙ ғәскәрен төҙөү өсөн кәртә был.

– Һеҙҙең Хөкүмәтте бөтә сәйәси ағымдар буржуаз-милләтселәр тип таный, – тине Шәмиғолов.

– Беҙ үҙ еребеҙҙә йәшәйбеҙ, һеҙҙең кеүек килмешәк түгел, – тип өҙөп әйтте Вәлиди менән күрешкәндә Халиҡов. – Һеҙҙең кеүектәр башҡорт милләтенең күбеһен типтәр итте.

Аллабирҙе Йәғәфәров Халиҡовҡа ҡушылды:
– Һин бит мишәр инең, ҡасан ошолай беҙҙең милләткә юлыҡтың?

– Унда һинең эшең булмаһын, штабс-капитан, – тип ҡулын һелтәп сығырға йүнәлде Шәмиғолов. – Башҡорт Өлкә Шураһына ла, Хөкүмәтенә лә беҙ ҡаршы.

Ҡаты ябылған ишеккә күҙен ташлағас, Әхмәтзәки әсенеп ҡуйҙы:
– Төҙөлөп килгән ғәскәргә ҡорал, кейем кәрәк. Аллабирҙе ағай, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Дутовтан ярҙам килерме?
– Таныш бул, Әхмәтзәки ҡустым, минең еҙнә.

– Честь имею! Мотаһар Мостафин булам. Башҡорттарҙан Дутовҡа хәрби илсе. Һеҙҙән протокол ғына кәрәк.
– Күптән көтәбеҙ һине, әйҙә күрешәйек, – тип Мостафинды Вәлиди ҡосаҡлап уҡ алды. – Муллайән, һин оҫта яҙаһың, яҙ әйҙә. Аллабирҙе ағайҙың, минең һәм Мостафиндың ҡултамғалары булһа, етер.

Протокол яҙылып, ҡултамғалар ҡуйылғас, Вәлиди уны сәркәтипкә һуҙҙы һәм өндәште:
– Муллайән ҡустым, һин ун етенсе йылдың майынан бирле үҙ теләгең менән күләгәлә ҡала бирәһең, ҡултамғаң тағы ла ҡуйылманы. Үҙең дә аңлайһың, мин һине киләсәккә һаҡлайым. Ну, нисек Силәбе яҡтары?
Халиҡов һөйләп бирҙе.

– Бәлә-ҡаза килһә, вәт ошо Силәбе беҙгә ярап тора. Үҙеңә бирелгән йәшерен инструкцияны күңелеңдә һаҡла! Хөкүмәттән бер ниндәй ҙә ҡағыҙ бирелмәй. Киләсәктә һине ҡабат йәшерен эштәр көтә. Мостафин менән икәүләп Петроградҡа йәки Мәскәүгә лә барырға тура килер, ахыры.
Шура рәйесе Шәриф Манатовтың Петроградтағы миссияһы оҙаҡҡа һуҙылды. Большевиктар хөкүмәте беҙҙең автономияны теләп ҡабул итмәй. Күңелем тыныс түгел, Граждандар һуғышы сығып ҡуймаһа ярай ҙа...

– Кеҫә яғы таҡыр, Әхмәтзәки ҡустым. Муллайәнгә йәшәр өсөн аҡса кәрәк бит, Николай аҡсаһы булһа ла... Запаста һаҡланған үҙемдең алтынды бирһәм, һин нисек уйлайһың? – тип һорау бирҙе Йәғәфәров.
– Бир, бир! Муллайәнгә йәл түгел!

Вәлиди, уйланып торғас, Аллабирҙенән:
– Штаттан тыш эшмәкәр Хөрмә­тулла Иҙелбаев бөтәбеҙгә лә өҫтәмә исем ҡушып бөтөрҙө, ә беребеҙ ҡалды. Мин “Доктор Вагнер”, һеҙ “Обло­мов”тан һорайым, Халиҡовҡа ниндәй ҡушамат тура килә? – тип һораны.

– Блок, йә булмаһа – Шаляпин!
– Тап өҫтөнә баҫтың, икеһе лә килешә...

Бөтәһе лә көлөштө. Муллайән, ҡапыл етдиләнеп китеп:
– Шағир Блок булмаһам да, шиғырҙы унан кәм уҡымайым һәм Шаляпиндан кәм йырламайым, – тип “Урал”ды һуҙҙы:
Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы –
Атай-олатайҙарҙың да төйәге...

– Афарин! Һин ысын йырсы, Шаляпиндан, ысынлап та, бер ҙә кәм түгелһең, – тиеште бүлмәләгеләр, уны алҡыштарға күмеп.
– Был йырҙы тәүге тапҡыр тыуған яҡтарымда, Аҡтауҙа йырлағайным. Зәйнәғетдин Шәрипов һәм Ғариф Ҡитабов – ҡурайҙа, Шәйехзада Бабич мандолинала уйнағайны ул ваҡытта. Ауылдаштарыма уның башҡорт халҡының милли гимны икәнлеген дә аңлатҡайным...
Каруанһарай манараһынан йома аҙаны ишетелде. Бүлмәләгеләр бөтәһе лә ишеккә йүнәлде.

Шура һәм Хөкүмәт ағзалары йома намаҙын ихлас үтәне. Сәғит Мерәҫов хөтбә уҡыны. Намаҙҙан һуң Шура һәм Хөкүмәт ағзалары үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәр өсөн төрлөһө-төрлө яҡҡа таралышты. Аллабирҙе Йәғәфәров менән Сәғит Мерәҫов бүлмәлә икеһе генә ҡалды.
Дәүләт именлеге комитеты һәм Йәғәфәров ейәне Салауат Ғәлләмов белешмәләренән (китап: “Башкорды от Гильгамеша до Заратустры”, 226-228 бит): “Аллабирҙе Йәғәфәров – Рәсәй империяһының һуңғы батшалары менән аралашҡан шәхес. Хәрби званиеһы – штабс-капитан. Бөрйән тарханы.

Йәғәфәров Баймаҡта алтын приискыһы һәм кирбес заводы аса. 1906 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙендә “Ирекле халыҡ” партияһының бүлексәһен ойоштора. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ер эштәре буйынса ошо партияның етәксе­ләре менән осраша. 1910 йылда Ырым­бурҙа Кооператорҙар союзын төҙөй. 1914 йылды ошо союзға Сәғит Мерәҫовты ла йәлеп итә. 1917 йылдың февраль инҡилабынан һуң Мәскәүҙә Рәсәйҙең Беренсе мосолман съезын ойоштороуға күп көс һала һәм ер тураһында доклад менән сығыш яһай. Күпселек мосолман депутаттары тарафынан, айырыуса Ҡазандан килгән татарҙар башҡорттар тәҡдим иткән аҫабалыҡты кире ҡаға.

Аллабирҙе Йәғәфәров, башҡорт делегаттарын берләштереп, “Башҡорт халҡының бюроһы” тип аталған милли сәйәси орган төҙөй. Бюроға казначей булып килгән Сәғит Мерәҫов, аҙаҡ Мәскәүгә депутат Тевкелевтың сәркәтибе булып килгән Зәки Вәлидов ҡушыла. Аллабирҙе Йәғәфәров 1917 йылдың декабрь башында Ырымбурҙа өсөнсө Бөтә башҡорт ҡоролтайын уҙғара. Ошо ҡоролтайҙа Башҡорт­остандың дәүләт бойондороҡ­һоҙлоғо иғлан ителә. Йәғәфәров менән Мерәҫов Шура үҙәге юғары сәйәси органына һайлана. Ҡоролтайҙа Зәки Вәлидов ҡатнашмай, аҙаҡ автоматик рәүештә Аллабирҙе Йәғәфәровтың сәркәтип-писаре булып теркәлә.

1918 йылдың 24 февралендә Башҡорт Хөкүмәте ағзалары менән Йәғәфәров большевиктар тарафынан ҡулға алына. 4 апрель төнөндә атаман Дутовта хеҙмәт иткән Мотаһар Мостафин башҡорт казактары отряды менән хөкүмәт һәм Шура ағзаларын тотҡонлоҡтан азат итә.

Силәбе ҡалаһында Аллабирҙе Йәғәфәров Башҡорт хөкүмәтен етәкләй. Колчак Башҡортостанға автономия бирмәгәс, Мотаһар Мостафинды һәм Муллайән Халиҡовты тәү башлап Ленин менән һөйләшергә Мәскәүгә ебәрә. 1919 йылдың 23 февралендә Башревком ултырышында, оло йәштә булыу сәбәпле, хәрби комиссар булырға ризалыҡ бирмәй, ә мәғариф буйынса халыҡ комиссариатын етәкләй, 25 июндә Башҡорт хөкүмәтенән ҡалған берҙән-бер ағза – нарком Йәғәфәров большевиктар хөкүмәтенә Башревком мисәтен тапшыра.

1921 йылда Аллабирҙе Йәғәфәров социаль-тәьминәт наркомы Сөләймән Мырҙабулатовтың урынбаҫары булып эшләй. 1930 йылда дәүләт именлеге комитеты тарафынан ҡулға алына”. Автор иҫкәртмәһе: Силәбелә Аллабирҙе Йәғәфәров Башҡорт Хөкүмәтен етәкләмәй, Ырымбур төрмәһенән ҡулға алынған көндә азат ителгән Сәғит Мерәҫов етәкләй. Аллабирҙе Йәғәфәров Муллайән Халиҡов аша ойошоп килгән Силәбе Шураһына алтын тапшыра.

Башҡорт Шураһы һәм Хөкүмәте ҡарары буйынса Муллайән Халиҡов ҡабат Силәбегә барырға тейеш ине. Ул иң тәүҙә Ырымбур мосолман хәрби комитетын етәкләгән Шәмиғоловҡа ҡағылды. Бында эш бешмәгәс, башҡот халҡының күҙен һәм аңын томалар өсөн Ырымбур большевиктары ойоштора башлаған Башҡортостан­дың Ваҡытлы Революцион Советына ла керергә булды. Халиҡовты БВРС рәйесе Ғабдулла Дәүләтшин ҡаршыланы.

– Рәхим ит, Муллайән! Ни йомош?
– Йомош тип, йомош юҡ. Сәйәси ағымдар күбәйеп китте бит әле, Ғабдулла, башҡорт өсөн бер Хөкүмәт бар бит инде.
– Һеҙҙә буржуаз милләтселәр, беҙҙә интернационалистар.

– Әхмәтзәки ағай башҡорттоң үҙ дәүләте һәм үҙ ғәскәре өсөн көрәшә. Болғансыҡ заманда ҡорал алыу өсөн ҡайһы саҡ дошманыңа ла яраҡлашырға тура килә. Әммә һеҙ етәкләгән хөкүмәт законлы башҡорт дәүләтен төҙөүгә юл аса алмай. Был – большевиктарҙың алдаҡ уйҙырмаһы.

– Ваҡыт күрһәтер... Партияға ҡаршы, Ленинға ҡаршы һәм Советтарға ҡаршы ваҡ буржуаз авантюрист Шәмиғолов һәм уның ярҙамсыһы Баһау Нуриманов торғанын аңлайым да ул, – тип дауам итте үҙ фекерен Дәүләтшин.

– Аңлағас, – тине Халиҡов, – уларҙың авантюраһы ярлы башҡорт халҡына бәхетһеҙлек, ҡан һәм күҙ йәше килтерәсәк...

Муллайән Халиҡов Силәбегә барғанда үҙе әйләнеп ҡайтасаҡ Ырымбурҙағы һәр сәйәси ағымдың һулышын күңеленән барланы. БВРС рәйесенә аҙ булһа ла ышаныс бағланы. Был хөкүмәттә башҡа милләт зыялылары менән башҡорт патриоттары Ғәлиәхмәт Айытбаев, Сөләймән Мырҙабулатов, Усман Ҡыуатов, Таһир Имаҡов, Муса Мортазин кеүек башҡорттар ҙа бар бит әле.

Плацкарт вагондарында баҫып торорға ла урыны ҡалмаған пассажир поезы алға елдерә. Халиҡов барған вагонда кемдер таҡмаҡлап йыр һуҙҙы:
Эх, Өфө – Силәбе,
Бешә ҡурай еләге...

Муллайән һиҫкәнеп китте. Таныш тауыш бит был. Әллә Зәйнәғетдин ағай үҙе? Ирекһеҙҙән шул яҡҡа ҡараны. Ни ғәжәп, уның ҡаршыһында ағас аяғын кушеткаға һалып, икенсеһен стенаға терәп, ҡара мыйыҡлы, мөһабәт кәүҙәле хәрби гармун тарта ине. Хәҙер ул бейеү көйөнә күсте...
Гармунда өҙҙөрөп уйнаған Зәйнәғетдингә тиң ине, ләкин башҡа кеше булып сыҡты.

– Ни хәл, һалдат, тыуған яҡтарғамы?

– Һаумы. Бына бер аяҡты ҡалдырып, фронттан ҡайтып киләм...
– Ҡайһы өйәҙҙән?
– Арғаяш башҡорто булам.
– Сәйәси ағымдың ҡайһыһы яҡлы?

– Бер кем яҡлы ла түгел, үҙем яҡлы. Фронтта большевиктар ҙа, меньшевиктар ҙа, монархистар ҙа үҙ яҡтарына ауыштырырға тырышты – ризалыҡ бирмәнем. Уйлап ҡараһаң, аяҡһыҙ кеше кемгә кәрәк инде, – тип бошоноп ҡуйҙы фронтовик. – Ерһеҙ башҡорт булғас, алпауыт Ҡорбанғәлиевкә барып ялланырға тура килер, моғайын, берәр утарын һаҡларға алһа...

Һыңар аяҡлы хәрби менән оҙаҡ һөйләште Халиҡов. Ошондай фронтовиктар күпләп ҡайта Тыуған иленә бөгөн. Улар дәүләт ҡарамағында булырға тейештер бит. Ә әлегә Рәсәйҙә ысын дәүләт юҡ. Тартышабыҙ ғына үҙ-ара, тип әсенеп уйланы йәш сәйәсмән.
Проводник Силәбегә яҡынлашыу тураһында хәбәр итте.

Силәбе

Борон-борондан был ерҙәрҙә Барын-Табын, Ҡара-Табын, Ялан-Ҡатай, Һалйот һәм Әйле башҡорттары йәшәгән. Башҡорт халҡының Яуыз дошманы Тевкелев нуғайбәктәрҙе килтереп, бындағы төп халыҡты ҡыҫырыҡлата һәм 1736 йылда буласаҡ ҡәлғәгә нигеҙ һалдыра.

1773–1775 йылдарҙа Пугачев һәм башҡорт яуы уҙа. 1781 йылда өйәҙ үҙәге ҡалаға әйләнә. ХIХ быуаттың 90-сы йылдар башында Себер тимер юл магистрале төҙөлә башлағас, Силәбе оло транспорт һәм сауҙа үҙәгенә әйләнә, сәнәғәт тиҙ үҫеш ала.

1896 йылда “Урал эшселәре союзы”, 1903 йылда “Урал РСДРП союзы” төркөмө ойошторола. 1905 йылдың 22 авгусында конспиратив фатирҙа Я.М. Свердлов большевиктар йыйынын үткәрә. 1917 йылдың 26 октябрендә (8 ноябрь) Совет власы урынлаштырыла.

1918 йылдың ғинуар һәм февраль айҙарында Муллайән Халиҡов Йәғәфәров һәм Вәлиди ҡушыуы буйынса, йәшерен рәүештә, Силәбелә һәм Арғаяшта була. Һуңғы килеүендә төп маҡсаты Арғаяш кантон Советы рәйесе Хафиз Ҡушаев менән ҡабат осрашып, Силәбе халыҡ власының хеҙмәт министры Майскийға инеү ине.

Поезд вокзалға килеп туҡтауға төрлө синыф юлсылары – кемдер вагон түбәһенән, ҡайһы вагон ишегенән – перронға һибелде. Халиҡов Арғаяш башҡортона вагондан төшөргә ярҙам итте. Күрәһең, фронтовик алдан хәбәр иткән, уны ҡаршы алдылар. Улар санаға ултырышып, ҡала ситенә юрттылар. “Мин бер кем яҡлы ла түгел”, – тигәс, фронтовиктың исемен дә һорарға онотҡан Муллайән Хафиз көткән фатирға йүнәлде.
Силәбене Ырымбур кеүек сүп баҫмағайны. Унда-бында күндән кейенгән ярым-хәрби патрулдәр уҙғылай. Тик был юлы чехтар ҙа, мадъярҙар ҙа күренмәне. Халиҡовты туҡтаттылар:
– Документы!
– Вот, пожалуйста!

Үткән килеүҙә Ҡушаев биргән ялған Арғаяш кантон Советы ағзаһы таныҡлығы бик ярап ҡуйҙы.
– Куда направляетесь?
– В Народный Дом, к министру труда, – тип ышандырырлыҡ итеп әйтте юлсы.
– Возьмите, желаем удачи, товарищ!

Муллайән Халиҡов аулаҡ урамдарҙан, тыҡрыҡтар аша, ниһайәт, Ҡушаев көткән фатирға килеп инде. Әйле башҡорто йылы ҡаршыланы һәм Керенский ваҡытлы хөкүмәте осоронда земство хеҙмәткәре булараҡ бирелгән Ҡанғлы башҡортоноң ярым-хәрби пальтоһын һалырға ярҙам итте лә сөйгә элеп ҡуйҙы.

– Аяҡ кейемеңде һалма, – тине Хафиз. – Әйҙә, түрҙән уҙ!
Халиҡов шпорлы итектәрен шығырҙата-шығырҙата алға уҙҙы.
– Чехтар, мадъярҙар күренмәй, улар ҡайҙа юғалды?
– Был корпусҡа большевик власы ышанысын юғалтҡас, командирҙары генерал Чечек һалдаттарын казармаға бикләне. Уларҙан сығыусы ла, инеүсе лә юҡ. Генералдан башҡа.
– Йәл...
– Ҡапҡылап алайыҡ та, Халыҡ йортона ашығайыҡ. Бөгөн Майскийҙың ҡабул итә торған көнө.
– Был социаль-демократҡа большевиктар ҙа, генерал Чечек та, башҡорт ишаны Ғәбделхәким Ҡорбанғәлиев тә йөрөй. Бүлмәһендә телеграф та бар. Бөтә Рәсәй хәбәре Майскийҙа тупланған.

Табын янынан тороп, Муллайән пальто яғаһының эске яғына тегелгән епте һүтеп, Башҡорт хөкүмәте биргән Шура ағзаһы таныҡлығын алды һәм Хафизға күрһәтте:
– Бәлки, кәрәге тейер.
– Майскийға күрһәтергә ышаныслы. Үҙеңде Башҡорт хөкүмәте вәкиле тип таныт.

Халиҡов конспиратив фатирға ингәндә, һалмаҡ ҡына ҡар яуа ине. Ә хәҙер, Ҡанғлы һәм Әйле башкорто урамға сыҡҡас, көслө ел йорт түбәләренән ҡалайҙы ҡуптарып алырға теләгәндәй, ҡоторона ине. Ҡаты ҡар күҙҙәргә килтереп бәрелә, буран көсәйгәндән-көсәйә. Улар, пальто яғаларын күтәреп, буран эсендә ҡалған Халыҡ йортона табан атланы...

2019 йылдың 4 февралендә Нефтекама дәүләт филармонияһы бинаһында Муллайән Халиҡовҡа арналған тантаналы йыйылыш була.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 0

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 0

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 0

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 32

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 24

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 28

Ғүмерлек яра ул – һуғыш

Ғүмерлек яра ул – һуғыш 22.02.2019 // Йәмғиәт

Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша....

Тотош уҡырға 23

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 25

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 49

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 41

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 51

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 66