Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мутлашыусылар халыҡты алдай
Ҡулланыусыларҙың Дәүләт хеҙмәте селтәрендә шәхсән мәғлүмәт ҡалдырыуы – ғәҙәти хәл, сөнки был сайттар ышаныслы һанала. Быны портал хакимиәте лә, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге өлкәһендәге эксперттар ҙа раҫлай. Әммә мутлашыусыларҙы был туҡтатмай, улар, киреһенсә, төрлө юлдар аша ҡулланыусыларҙың шәхси кабинеты паролдәрен ҡулдарына төшөрөп, иҫәптәрҙән аҡса урлай.

Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы үҙенең Facebook сайтындағы рәсми сәхифәһендә мутлашыусыларҙың, рәсми сайтҡа арҡа­ланып, төрлө e-mail йә смс-хәбәрҙәр таратыуы тураһында хәбәр итә. Бындай хаттар эсендә вирус программаһы булыуы мөмкин. Кешенең ниндәйҙер түләнмәгән бурысы, штрафы, милеккә арест һалынған булыуы һ.б. хаҡында хәбәр килә һәм теүәлерәк мәғлүмәт алыу өсөн һылтанма буйынса күсергә тәҡдим ителә. Артабан ҡулла­ныусынан пароль һорайҙар. Был мутлашыу төрө “фишинг” тип атала, енәйәтсенең маҡсаты – логин һәм пароль аша, СНИЛС, паспорт, ИНН һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәрҙе ҡулға төшөрөү.

Улар рәсми порталдарҙың игеҙәк-сайттарын эшләп тә халыҡты алдай. Шундай уҡ дизайн, интерфейс һәм адресты күреү ҡулланыусыла рәсми сайтҡа инеүендә шик тыуҙырмай, шуға күрә ысын логин һәм пароль ҡулланып, шәхси кабинетыңа ингән саҡта, бөтә мәғлүмәттең мәкерле ниәтле кеше ҡулына эләгеүен көт тә тор.

Портал аша мутлашыуҙың икенсе популяр төрө – ҡулланыусыларҙан туранан-тура аҡса таптырыу. Берҙәм порталдың Livejournal селтәрендәге рәсми сәхифәһендә хәбәр ителеүенсә, енәйәтселәр үҙҙәрен портал хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, түләү мәсьәләһендә һорауҙары килеп сыҡҡан ҡулланыусылар менән бәйләнешкә инә. Улар сайтта техник эштәр алып барылыуы тураһында хәбәр ебәрә һәм шулай итеп “ярҙам” тәҡдим итә. Күрһәтелгән реквизит­тарға ҡулланыусы үҙ ҡулы менән аҡса күсерә.

Белгестәрҙән кәңәштәр

-Дәүләт хеҙмәттәре порталының паролен үҙегеҙҙән башҡа бер кем дә белмәһен;

-пароль яҙғанда сәхифәнең адресын һәр саҡ тикшерегеҙ: Берҙәм порталдың адресы: www.gosuslugi.ru;

-смс-хәбәр йә электрон хат аша килгән таныш булмаған һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ. Дәүләт хеҙмәттәре порталының электрон адресы: noreply@gosuslugi.ru. СМС-хәбәрҙәр gosuslugi йә 0919 һанынан ғына килә.

-онлайн рәүештә штраф һәм дәүләт пошлиналарын бары тик сайттың үҙе аша түләгеҙ. Үҙҙәрен портал хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған кешеләр тәҡдим иткән реквизиттарға бер ҡасан да аҡса күсермәгеҙ.

-түләнмәгән бурыс йә штраф хаҡында хәбәр килгән осраҡта, мәғлүмәтте порталдағы шәхси кабинет аша йә иһә дәүләт органдарына, мәҫәлән, ЮХХДИ-ға мөрәжәғәт итеп тикшерегеҙ.

Автор: Сәриә КӘБИРОВА
Источник: astrakhan-24.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы?

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы? 17.02.2019 // Йәмғиәт

Бер танышым менән осрашҡан һайын бөтөн тирә-йүн ҡараңғылыҡҡа сумғандай була. “Донъя түңкәрелде...

Тотош уҡырға 0

"Ҡыҙҙарыбыҙға ҡусты ла алырбыҙ әле"

"Ҡыҙҙарыбыҙға ҡусты ла алырбыҙ әле" 17.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһында йыл башынан сабыйҙар һаны артыуы күҙәтелә. Игеҙәктәр тыуған осраҡ байтаҡ. Урындағы...

Тотош уҡырға 10

Бәлки танырһығыҙ?

Бәлки танырһығыҙ? 17.02.2019 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Хоҙайбирҙин, 135 адресы буйынса урынлашҡан йорт эргәһендәге эскәмйәлә бер ир...

Тотош уҡырға 145

Февраль булғас, туҙһын бураны!

Февраль булғас, туҙһын бураны! 17.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометерология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе ике көндә буран сығыуы, боҙлауыҡ...

Тотош уҡырға 37

Электричкала әкиәт тыңлап...

Электричкала әкиәт тыңлап... 17.02.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел баш ҡала уҡыусылары һәм Өфө балалар тимер юлы тәрбиәләнеүселәре өсөн “Толпар”...

Тотош уҡырға 35

Яҡтыкүлдән яңы көс-дәрт алып

Яҡтыкүлдән яңы көс-дәрт алып 17.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларынан бер төркөм “Яҡтыкүл” шифаханаһында булып,...

Тотош уҡырға 69

Мәскәүҙәге милли ойошмала – яңы рәйес

Мәскәүҙәге милли ойошмала – яңы рәйес 17.02.2019 // Йәмғиәт

“Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе итеп Салауат Әхмәҙуллин һайланды....

Тотош уҡырға 29

Хәстәрлек, йылы һөт өсөн...

Хәстәрлек, йылы һөт өсөн... 16.02.2019 // Йәмғиәт

Таң һарыһынан сатлама һыуыҡта бер малай мәктәпкә китеп бара, ти. Автобусҡа ултырыр ине лә, аҡсаһы...

Тотош уҡырға 112

Афған яраһы һаман йөрәктә

Афған яраһы һаман йөрәктә 16.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Учалы ҡалаһында Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 30 йыл тулыу айҡанлы митинг...

Тотош уҡырға 59

Радий ХӘБИРОВ: "Бына тигән улдар үҫтергәнһегеҙ – алдығыҙҙа баш эйәбеҙ"

Радий ХӘБИРОВ: "Бына тигән улдар үҫтергәнһегеҙ – алдығыҙҙа баш эйәбеҙ" 16.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл тулыу уңайынан...

Тотош уҡырға 69

Сибайҙа – авария...

Сибайҙа – авария... 16.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа “ВАЗ-2114” автомобиле водителе 53 йәшлек ҡатынды төкөткән....

Тотош уҡырға 389

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр 16.02.2019 // Йәмғиәт

Баланды төрлө ысул менән һаҡлап, ҡулланып була. Был емеш халыҡ медицинаһында киң файҙаланыла. Һеҙгә...

Тотош уҡырға 93