Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әсәлекте данланы әсәйҙәр

Заман гүзәлдәре изгелек һәм мәрхәмәтлек яҡлы.

Байтаҡ матур емештәре менән ҡыуандырып, гөрләп уҙған Ғаилә йылын йомғаҡлау саралары республикабыҙҙа яңы йылдан һуң да дауам итә. Баш ҡалабыҙҙың “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгенең Еvent hall майҙанында “Әсәйҙәр сәхнәлә” тип аталған байрам да шулар иҫәбенән.

Уны ойоштороусылар – Башҡортостан Республика­һының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм “Sulpan” студияһы – был үҙенсәлекле йыйындың төп маҡсатын йәмғиәттә ғаиләнең һәм әсә роленең баһаһын арттырыу, әсәй булған ҡатындарҙың гүзәллеген күрһәтеү, әсәлекте данлау һәм изгелеккә илтифат итеү тип билдәләне.

Кисә башланыу менән халыҡ алдына киске ҡупшы күлдәктәрҙә үҙҙәренең бәләкәстәре менән былтыр йәй уҙған “Супер әсәй-2018” бәйгеһе еңеүселәре сыҡты. Араларында ябай хужабикәләр ҙә, сәйәсәт өлкәһен үҙ иткән депутат әсәйҙәр ҙә, эшҡыуарҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре лә бар. Уларҙы берләштергән уртаҡ һыҙат, әлбиттә, әсәлек ролен алға ҡуйыу һәм уның ҡиммәтен, абруйын күрһәтә белеү.

Бәйгенең төп еңеүсеһе – туғыҙ бала әсәһе Гөлназ Ҡорманаеваның дүрт ҡыҙы менән йәнә майҙан тотоуы байрамдың сағыу биҙәге булды. Ул – үҙ миҫалында күп балалы ҡатындарҙы йүргәккә күмелеп ултырған йонсоу әсәйҙәр тип күҙаллап, яңылыш фекер йөрөткәндәргә бының киреһен иҫбатлаған һоҡланғыс замандаштарыбыҙҙың береһе.

Дәүләкән ҡалаһының әүҙем йәмәғәтсеһе булараҡ та билдәле Гөлназдың хеҙмәт даирәһе бала тәрбиәләүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ул ауыл хужалығына юғары технологиялар индереү һәм экология мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына, хыялын аныҡ эштәр менән дә нығыта. Әле бер төркөм фекерҙәштәре менән Дәүләкән янында ҡаланың сүп-сарын эшкәртеүҙән электр энергияһы һәм башҡа файҙалы ресурстар алыу өсөн кластер проектын эшләп, шуны тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләү менән мәшғүл. “Сәйәси лидерлыҡ” мәктәбен дә уңышлы тамамлаған. “Күп балалы әсә йәмғиәттә барған бер хәрәкәттән дә ситтә ҡала алмай, сөнки уларҙың һәр береһе ғаилә тормошона туранан-тура ҡағыла”, – ти Гөлназ.

Башҡорт телен мәктәптәрҙә уҡытыуҙы һаҡлап ҡалыу буйынса Дәүләкәндәге ата-әсәләр комиссияһы ағзаһы булыуы ла шуға бәйле. Һәр уҡыусы туған телендә белем алырға һәм уны өйрәнергә шарттар булыуына хоҡуҡлы, башҡорт теле Башҡортостаныбыҙҙа яҡлаулы булмаһа, тағы ҡайҙа ҡурсаланыр тип, ҡыҙы Аэлитаның бер үҙе генә класында әсә теле дәресен уҡыуҙы һайлауын нигеҙләй ул.

Бына шундай көслө, киң ҡарашлы, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле, зауыҡлы гүзәл заттарҙы данлай ҙа инде әсәйҙәрҙе балалары менән берлектә майҙанға сығарған был ҡыҙыҡлы проект. Артабан сәхнәне балалары менән тағы бер төркөм әүҙем һәм эшмәкәр ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – сараның яңы геройҙары биләне. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты эшмәкәрлеген “Синапс” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһы менән бергә уңышлы алып барған Дарья Зәйнуллина, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле солисы Эльвира Муллағолова, “Сулпан” студияһы етәксеһе Таңсулпан Ильясова-Аҡбашева, Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Эльмира Саматова, шағирә, журналист Гөлнара Хәлфетдинова, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Ирада Ҡадирова, Республика халыҡ ижады үҙәге мөхәррире Әлфиә Ибраһимова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова үҙҙәренең ҡыҙ һәм улдары менән етәкләшеп сығып, уңышлы ҡатын-ҡыҙ ҡалыбы эсендә әсәлек роленең дә айырылғыһыҙ һәм ҡабатланмаҫ урыны булыуын иҫбат итте. Алып барыусы Наил Сырлыбай тамашасыларҙы уларҙың һәр береһенең хеҙмәт юлы һәм ғаилә тарихы менән ихлас таныштырҙы.

Сараға шулай уҡ билдәле рәссам Раушания Бәҙретдинова ла килгәйне. Ҡатнашыусылар ул дизайнын эшләгән футболкаларҙы ла кейеп күрһәтте. Гүзәл заттар һынау тотҡан саранан, әлбиттә, мәртәбәле ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы “Башҡортостан ҡыҙы” ла ситтә ҡалманы. Журналдың баш мөхәррире, билдәле шағирә Гөлназ Ҡотоева үҙенең сығышында бөгөнгө ҡатмарлы заманда ҡатын-ҡыҙҙың миссияһы айырыуса ҙур булыуын билдәләне.

Байрамда ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп ниәте, аңлашыла, үҙҙәрен генә күрһәтеү түгел ине. Ойоштороусылар һәм “Фәрештә-юл япрағы” хәйриә ойошмаһы менән берлектә улар хәлдәренән килгәнсә инвалид балаларға ярҙам ҡулы һуҙҙы. Шулай уҡ тамашасылар ҙа үҙ өлөшөн индерҙе.
“Әсәйҙәр шоуы”н дүртенсе тапҡыр үткәргән, проекттың идея авторы Таңсулпан Ильясова-Аҡбашева, был сараның дауамы мотлаҡ буласаҡ, киләһе байрам яҙ башында күҙаллана, ғәҙәттәгесә, хәйриә акцияһы менән үрелеп барасаҡ һәм мохтаждарға ярҙам итергә теләгән һәр кемгә унда урын табыласаҡ, тип белдерҙе. Изгелек, мәрхәмәтлелек – кешене биҙәгән иң матур һыҙаттар. Әсәлек данын күтәргән заманса сараның тап ошо йүнәлешкә өҫтөнлөк биреүе уны тағы ла бәҫлерәк итте.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 32

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 24

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 28

Ғүмерлек яра ул – һуғыш

Ғүмерлек яра ул – һуғыш 22.02.2019 // Йәмғиәт

Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша....

Тотош уҡырға 23

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 25

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 49

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 41

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 51

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 66

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 28

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай. Был байрамда барлыҡ ҡатын-ҡыҙ көслө заттарҙы...

Тотош уҡырға 51

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 35