Иғтибар үҙәгендә — БҮЗДӘК РАЙОНЫ

31-05-2012, 03:55 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Иғтибар үҙәгендә — БҮЗДӘК РАЙОНЫЙәштәрҙең йәнәш булыуы кәрәк

Ауыл ерендә табиптар етешмәй. Шул уҡ ваҡытта йәш белгестәрҙең, пенсия йәшендәгеләр менән йәнәш эшләп, бай тәжрибәгә өйрәнеп ҡалыуы зарур. Кадрҙарға бәйле проблемалар тураһында һүҙ алып барғанда Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айрат Шәймулла улы Хәзиев үҙҙәрендә ошо мәсьәләгә етди ҡарауҙарын белдерҙе.

— Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында пенсия йәшендәгеләрҙең күп булыуы, йәштәрҙең уларҙың урындарын алырға ашыҡмауы — күптәнге проблема. Һис шикһеҙ, быуындар алмашыныуы булырға тейеш. Хәҙер заманса ҡорамалдар менән эш ителә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы проекттар тормошҡа ашырыла һәм юғары технологиялар ҡулланыуға өҫтөнлөк бирелә. Быларҙың барыһы ла эште яңыса ойоштороуҙы талап итә һәм белемле йәш табиптарға ихтыяжды арттыра. Әлбиттә, диплом алыу ғына әҙер белгес булыуҙы аңлатмай, тәжрибә туплау өсөн кәм тигәндә биш йыл эшләргә кәрәк. Был осорҙо улар үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, пациенттарҙы йылы һүҙе, яғымлы мөнәсәбәте менән дә һауыҡтырған өлкән коллегалары менән бергә үтһә, бигерәк тә яҡшы.
Беҙҙә табиптар менән тәьмин ителеш, дөйөм алғанда, насарҙан булманы. Шулай ҙа, һәр ҡайҙағы кеүек үк, тар белгестәр етешмәне. Хәҙер хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә, бер төркөм йәштәр хеҙмәт юлын башланы. Ниһайәт, акушер-гинеколог, стоматолог, эндокринолог һәм кардиологлы булдыҡ, ә педиатрҙар элек тә етерлек ине.
Ғөмүмән, һуңғы өс йылда кадрҙар мәсьәләһе менән ныҡлы шөғөлләндек. Белгесте төбәккә килергә ылыҡтырыу өсөн тәү сиратта торлаҡ кәрәк. Шуға ла ошо проблемаға иғтибарҙы арттырҙыҡ. Мәҫәлән, бушлай ер майҙаны бирҙек, фатир менән тәьмин иттек. Быларҙың барыһы ла район хакимиәте ҡарары буйынса хәл ителде. Күреп тораһығыҙ, һөҙөмтә бар. Былтыр коллективыбыҙ алты табип менән тулыланһа, быйыл һигеҙ белгесте көтәбеҙ. Улар ҙа “Ауыл табибы” программаһы буйынса киләсәк.
Район үҙәгенән тыш, участка дауаханаларында ике дөйөм практик табип эшләй. 42 фельдшер-акушерлыҡ пунктын да һаҡлап ҡала алдыҡ. Сер түгел, ауылдарҙа Иғтибар үҙәгендә — БҮЗДӘК РАЙОНЫмедицина ярҙамына мохтаждар күп. Шулай уҡ халыҡта медицина хеҙмәтләндереүенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек белдергән осраҡтар ҙа бар. Әлбиттә, ҡытыршылыҡтарҙан ҡотолорға тырышабыҙ. Мәҫәлән, ауырыуға мөмкин тиклем иртәрәк ярҙам күрһәтә башлау маҡсатында быйыл биш волонтерлыҡ хәрәкәте ойошторҙоҡ һәм уларҙы иң мөһим кәрәк-яраҡ менән тәьмин иттек. Унда белемле, тәү медицина ярҙамы күрһәтә алырлыҡ, “ашығыс ярҙам” менән бәйләнешкә инеп, хәлде контролдә тоторлоҡ кешеләр тупланды.
Районыбыҙҙағы 30,5 меңдән ашыу кешенең һаулығы һәм именлеге өсөн яуаплыбыҙ. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә әлегә халыҡтың тәбиғи артыу күрһәткесе шәптән түгел. Шулай ҙа һуңғы осорҙа хәлдең яҡшырыуы күҙәтелә. Демографик күрһәткестәрҙе түбәнәйтеүгә килтергән сәбәптәр байтаҡ. Мәҫәлән, ауылдарҙа оло йәштәгеләр арта, йәштәр тыуған төйәгендә ҡалып ғаилә ҡормағас, тыуым аҙ. Әгәр илдә ауыл хужалығына ҡарата сәйәсәт ыңғай яҡҡа үҙгәреүен дауам итһә, хәл яҡшырыр тип өмөт итәбеҙ.
Әле төбәктә 68 табип медицина ярҙамы күрһәтә. 51 урынлыҡ көндөҙгө, 179 койкалыҡ тәүлек әйләнәһенә эшләүсе стационар бар. Поликлиника бер сменала 525 кешене ҡабул итә ала. Ҡулайлаштырыу шарттарында койкалар һанын һаҡлауы еңелдән түгел, шулай ҙа халыҡты медицина ярҙамынан мәхрүм итмәү өсөн тырышабыҙ. Участка дауаханаларында дөйөм практик табип бүлексәһе астыҡ. Һөҙөмтәлә тотош коллективты һаҡлап ҡалдыҡ. Шулай уҡ бер кемдең дә эш урынын юғалтыуға юл ҡуйылманы. Беҙҙең өсөн быныһы ла мөһим, — тип һүҙен йомғаҡланы Айрат Хәзиев.

Иғтибар үҙәгендә — БҮЗДӘК РАЙОНЫЭш тә бар, дәрт тә ташып тора, етмәһә, кеҫәлә — миллион!

Быйыл йыл башынан “Ауыл табибы” федераль программаһының башланыуы, унда ҡатнашыу шарттары тураһында хәбәр иткәйнек инде. Күптән түгел уның тормошҡа ашырылыуына үҙебеҙ инандыҡ. Йәш белгестәр 1 миллион һум аҡсаға эйә булған да инде. Һәр хәлдә Бүздәк үҙәк район дауаханаһына эшкә ҡайтҡан алты табиптың банктағы иҫәбенә ошо күләмдә аҡса күсерелгән.

Береһенән-береһе мөләйем, йәшлек дәрте урғылып торған, тормошҡа ҙур ышаныс менән баҡҡан “миллионер”ҙар менән осрашып, тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһындыҡ. Тәүге көндәрҙә шул сама аҡсаға эйә булыуҙарына береһе лә ышанып етмәгән. “Оҙаҡламай буласаҡ” тигәс тә, ул ҡәҙәре тиҙ арала килеп етер тип өмөтләнмәгәндәр. Баштараҡ ҡаушабыраҡ ҡалһалар ҙа, хәҙер үҙҙәрен ҡулға алғандар.
Кемдәр һуң ул ауыл табиптары программаһында ҡатнашыусылар? Булмаһа, танышып китәйек. Башҡорт дәүләт медицина университеты дипломын алып, хеҙмәт юлын парлап башларға, йәғни ғаилә ҡорорға ла өлгөргән Лиана менән Альберт Савиндарға, моғайын, күптәр аҡ көнләшеү менән ҡарайҙыр. Һәр ҡайһыһының иҫәбенә миллион һум күсерелгән. Етмәһә, йәш ғаиләнең тормошо тағы ла түңәрәкләнергә тора — бәпес көтәләр.
Лиана — ошо төбәктән, район хакимиәте юлламаһы буйынса уҡыған. II курстан алып үҙәк район дауаханаһында практика үтеп, үҙен күрһәтеп тә өлгөргән, коллективИғтибар үҙәгендә — БҮЗДӘК РАЙОНЫ менән дә ныҡлап танышҡан. Ғөмүмән, бер кемгә лә сит-ят кеше түгел. Лиана ла, Альберт та район өсөн бик кәрәкле һөнәр эйәләре — акушер-гинекологтар.
— Программа буйынса бирелгән аҡса беҙҙең өсөн бик ваҡытлы ярҙам булды. Район хакимиәте бушлай ер майҙаны ла бүлде, әле шуны рәсмиләштереп йөрөйбөҙ. Аҡсаны фәҡәт йорт төҙөүгә тотонасаҡбыҙ. Эшебеҙ бар, үҙ торлағыбыҙ ҙа булһа, ҡайһылай яҡшы! Ауыл еренә эшкә ҡайтыусылар матди яҡтан дәртләндерелә тигәс, тиҙ генә тормошҡа ашмаҫ хыял тип уйлағайныҡ. Хәҙер иһә киләсәккә ышаныс нығынды. Был, һис шикһеҙ, хеҙмәтебеҙгә мөнәсәбәттә лә ыңғай сағылыш табасаҡ. Һынатмаҫҡа тырышасаҡбыҙ, хәстәрлекте аңлап, табиплыҡ бурысыбыҙҙы еренә еткереп атҡарасаҡбыҙ, — тине Альберт.
Рауил Кәбиров та — Бүздәк “миллионер”ҙарының береһе. Невролог һөнәренә эйә булған белгесте көтөп алғандар. Уға ла яҡташтары ҙур ышаныс күрһәткән — юллама буйынса уҡыған. Табиплыҡты теләп, үҙен ошо һөнәргә бәләкәйҙән әҙерләгән. Невролог эше үҙенсәлекле булыуы менән бергә мауыҡтырғыс та тип иҫәпләй ул. Бирелгән аҡсаны Рауил да йорт төҙөүгә тотонмаҡсы.
— Үҙ өйөң, ихатаң булыуға етәме ни! Һаман да ышанып етмәйем кеүек. Бигерәк тә ата-әсәм шат, — тине ул.
Лилиә Хәйбрахманова — клиник лаборатория-диагностика табибы. Уның ҡайтыуы ла дауахананың күптәнге проблемаһын хәл иткән. Практиканы ошонда үтеп, коллектив араһына ингән. Миллион һумды мотлаҡ торлаҡ өсөн тотонорға ҡарар иткән.
Мария Обловатная был төбәктә тыуып үҫмәһә лә, нәҫел тамырҙары Бүздәк ауылы менән бәйле. Психиатр һөнәренә эйә булған ҡыҙҙы уҡыу йортондағы осрашыу ваҡытында баш табип үҙҙәренә килергә “ҡоҙалаған”. Әлегә ҡәҙәр ул да табиптар өсөн тәғәйенләнгән фатирҙа йәшәгән. Бер ниндәй проблема менән осрашмаған, эш шарттары һәйбәт, эргәһендә йәштәр ҙә, тәжрибәле белгестәр ҙә бар. Банктағы шәхси иҫәбендәге миллион һумды нисек тотонасағын әлегә хәл итмәгән, әммә шатлыҡтан ҡыҙҙың йөҙө балҡый. “Ошондай матди ярҙам күрһәтелеү киләсәккә ышаныс тыуҙырыуы менән һөйөнөслө”, — ти ул.
Бишенсе “миллионер” — Илдар Мырҙабулатов. Ул да эшкә тыуған төйәгенә ҡайтҡан. Боғаҙы ауылы егете лә район хакимиәте юлламаһы буйынса уҡыған. Табип булыу — уның да бала саҡ хыялы. Шөкөр, теләге тормошҡа ашҡан. Дауаханала практика үтеп, һайлаған һөнәренең нескәлектәре менән таныша торған. Хирург, эндоскопия буйынса әҙерлек үткән белгесте лә ҡуш ҡуллап ҡаршы алғандар. Ул да аҡсаһын йорт һалыу өсөн тотонмаҡсы.
Бүздәк үҙәк район дауаханаһы бер юлы алты табип менән тулыланған. Етмәһә, барыһы ла ифрат кәрәкле һәм күптән өмөт бағлап көтөп алынған белгестәр. Эшкә дәрте ташып торған йәштәргә фатиха биреп, уңыштар ғына теләйһе ҡала.

Мәктәпле ауылда тормош һүнмәй

Бүздәк районында ла, һәр төбәктәгесә, байтаҡ осор демографик күрһәткестәр һөйөндөрмәгән. Һөҙөмтәһе билдәле: балалар һаны кәмей, мәктәптәр бушап ҡала һәм, бәләкәй комплектлы тип, бер нисәһе берләштерелә. Ә ауыл ерендә тыуып үҫкән кешегә мәктәп ишегенең ябылыуы нимәгә килтерәсәген аңлатып тороу кәрәкмәй. Ундағы тормоштоң һүнеүенә һәм халыҡтың таралыуына юлыҡтыра бындай күренеш. Әммә киләсәкте күҙаллап эш иткәндә, ҡотолғоһоҙ тойолған хәлдәрҙе лә булдырмаҫҡа мөмкин.

Район хакимиәте башлығы Радик Хәзиев мәғариф тармағындағы ҡулайлаштырыу шарттарында балалар учреждениеларының ябылыуына йәки уларҙың файҙаланылмай тороуына, йә булмаһа башҡа маҡсатта ҡулланылыуына юл ҡуймаҫҡа тырышыуҙарын белдергәйне. Миҫалға Ғафури урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Ҡартамаҡ балалар баҡсаһы килтерелгәйне. Район ҡаҙнаһынан аҡса бүлеп, Ғафури мәктәбенә капиталь ремонт яһарға ҡарар иткәндәр. Киләсәкте күҙаллап хәстәрләгән ошо ҙур эшкә фатиха бирелеү менән аҡса бүленгән.
Ғафури урта дөйөм белем биреү мәктәбе менән танышыу ҡыҙыу эш мәленә тап килде, төҙөүселәр баш ҡалҡытмай эшләй ине. Балалар йорто менән йәнәшәләге иркен, уңайлы урында урынлашҡан ул. Халыҡ “Иҫкегә тейһәң, иҫең китә” тип юҡҡа әйтмәй, ярты быуат хеҙмәт иткән бина, ысынлап та, заманға яраҡлаштырыуҙы талап итә. Тәҙрә-ишектәр, электр үткәргестәр тулыһынса яңыртыла. Спорт залының ҙурайтылыуын да шатланып хәбәр иттеләр. Уҡыусылар бынан ары үҙҙәренең ашханаһында туҡланасаҡ, әлегә ҡәҙәр балалар йортона йөрөгән.
Әле бында 154 үҫмер белем алһа ла, яңыртылған мәктәп 340 уҡыусыға иҫәпләнгән, сөнки киләсәктә балалар һаны артасаҡ, тиҙәр. Капиталь ремонтҡа бәйле, уҡыусыларҙы ваҡытлыса Михайловка мәктәбенә йөрөтәләр. Башланғыс кластар балалар йорто бинаһында ҡалған.
Ғафури мәктәбе элек-электән районда алдынғылар иҫәбендә һанала. Ул — үҙ эшен яҡшы белгән уҡытыусылары һәм төрлө сараларҙа һынатмаған уҡыусылары менән билдәлелек яулаған белем усағы. “Шарттар яҡшырғас, мөмкинлектәр арта, тағы ла нығыраҡ тырышасаҡбыҙ”, — тип дәртләнеп, төҙөлөш уртаһында ҡайнап йөрөй директор Әлтәф Йомаҙилов.
— Ҙур күләмле эште башлар алдынан киләсәкте күҙалланыҡ. 2018-2019 йылдарҙа балалар күпкә артасаҡ. Бында Яңы Килем, Михайловка, Комсомол, Сыртлан ауылдарынан да балалар уҡыясаҡ. Беҙ генә түгел, ата-әсәләр ҙә шатланып бөтә алмай. Ә үҫмерҙәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел, түҙемһеҙлек менән көтәләр. Район етәкселәре күпме сығым талап ителәсәген иҫәпләп, мәктәпте яңыртыуҙы мотлаҡ башларға ҡарар иткәйне. Хакимиәт башлығы Радик Хәзиев үҙе килеп фатихаһын бирҙе. Әле иһә барлыҡ көстө эште сифатлы итеп атҡарыуға һәм белем усағын билдәләнгән ваҡытҡа тапшырырға йүнәлтәбеҙ, — тине директор.
Килешеү буйынса, “Башстройснаб” йәмғиәте төҙөүселәре эште 1 июлгә теүәлләргә тейеш. Августа тирә-йүнде төҙөкләндереүҙе тамамлау бурысы тора. Билдәле, күләмле эш ҙур сығым да талап итә. Мәктәпте яңыртыуға район ҡаҙнаһынан миллиондарса һум аҡса тотонола. Әммә уныһы борсолдормай, сөнки, Радик Әнүәр улы әйтеүенсә, балалар һәм уларҙың киләсәгенә бәйле булғанда аҡса мәсьәләһе артҡа күсә.

Ҡартамаҡ кескәйҙәренең шатлығы

Ҡартамаҡ ауылындағы балалар баҡсаһы менән танышҡанда, кескәйҙәрҙең иҙерәп йоҡлаған мәле ине. Шуға күрә һаҡ ҡына йөрөп, бүлмәләрҙе, ғөмүмән, уңайлыҡтарҙы ҡарап сыҡтыҡ. Уны Иҫке Таулар балалар баҡсаһы филиалы иткәндәр.

Мөдире Айгөл Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, кескәйҙәрҙең шатланып баҡсаға йөрөүенә оҙаҡ ваҡыт үтмәгән: ул март урталарында ғына ишектәрен асҡан. Быға саҡлы ауылда балалар баҡсаһы булмаған. Шуға күрә сағыу буяуҙарға буялған, зауыҡлы биҙәлгән һәм өр-яңы йыһазлы бинаға аяҡ баҫыу — һәр кем өсөн оло шатлыҡ. Әле бында ике ауылдан 20-ләп бала йөрөй, 10-ыһы — Иҫке Ҡарбаш ауылынан. Кескәйҙәр ҙур теләк менән килә, тиҙәр. Ә ата-әсәнең ҡыуанысы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Балалар баҡсаһы махсус төҙөлгән бина түгел. Мәғариф өлкәһендәге сәйәсәт, йәғни ҡулайлаштырыу Ҡартамаҡ уҡыусыларын Таулар мәктәбенә йөрөтөп уҡытырға мәжбүр иткән, сөнки унда ни бары 36 үҫмер белем алған. Буш ҡалған бинаны нисек итеп һөҙөмтәле файҙаланыу тураһында оҙон-оҙаҡ уйлап тормағандар, сөнки балалар баҡсаһына ихтыяж күптән тыуған. Район хакимиәте башлығы килеп ҡарап, баҡсаға йөрөрҙәй кескәйҙәрҙең күпме булыуы менән ҡыҙыҡһынған да мәктәпте баҡса итеп үҙгәртеп ҡорорға ҡарар иткәндәр. Ә киләсәктә аҫҡы ҡатты башланғыс класс уҡыусылары өсөн файҙаланмаҡсылар.
“Бер генә бинаны ла маҡсатһыҙ файҙаланыуға йә булмаһа туҙҙырыуға юл ҡуймайбыҙ”, — тигәйне район хакимиәте башлығы Р. Хәзиев бер осрашҡанда. Ҡартамаҡта һүҙҙең эштән айырылмауына аныҡ миҫалда инандыҡ та инде.
Бүздәк районынан тупланманы
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА әҙерләне.