Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Вайымһыҙ түрәләрҙе яҡламаясаҡмын”
Административ кәртәләр булдырғандар ришүәт бирергә мәжбүр итә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә, власть коррупцияны танырға һәм уға ҡаршы көрәшергә тейеш, тип белдерҙе. “Бер нәмә лә булманы, бөтә түрәләр ҙә закон алдында таҙа тигән ҡараш тыуҙырыу зарурлығы юҡ”, ти ул. Республика етәксеһе халыҡ алдында идарасыларҙы һайлау һәм күсереү системаһына һорауҙар күп булыуын да билдәләне.

– Беҙҙә шундай хәл: ҡайһы бер башлыҡтар унар йыл буйы үҙҙәренең хеҙмәт урындарында ултыра һәм ҙур ғауғанан һуң ғына вазифаһынан китә. Вазифаларын оҙа­ғыраҡ һаҡлау яғын ҡарап, тиҫтә йыл буйы бер ҡайҙа ла күренмәйенсә, бигүк көс һалмайынса ғына ултырыуҙары тағы ла зыянлыраҡ, – тине Радий Хәбиров.

Ошо һүҙҙәрҙән һуң эш күрһәтмәгән, халыҡ мәнфәғәте өсөн тир түкмәгән түрәләр үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырырға тейеш кеүек. Республика Башлығы Мөрәжә­ғәтнамәһендә юҡҡа ғына был мәсьәләне күтәрмәй. Радий Хәбиров “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһына был мәсьәләне тикшереүгә сығарыуҙы ойошторорға ҡушты. Шулай уҡ бер-бер артлы ике һәм унан да күберәк мөҙҙәткә муниципалитет башлығы вазифаһын биләүгә юл ҡуймаҫҡа тәҡдим итте. “Ике тапҡыр башлыҡ булыу ҙа уйлағандарҙы бойомға ашырыу һәм үҙеңдең ҡеүәтеңде күрһәтеү өсөн артығы менән етә. Файҙалы етәкселәр эшһеҙ ҡалмаясаҡ”, – ти Радий Фәрит улы.

Рәсәй Генераль прокуратураһының коррупция буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан яҡшылар рәтендә тормай. Мәҫәлән, былтыр тәүге алты айҙа ришүәт алыу буйынса Ростов өлкәһе беренсе урында булған, унда 130 енәйәт теркәлгән. Уның артынса Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү һәм Силәбе өлкәләре килә. Башҡортостан 60 енәйәт менән етенсе урында. Әле Рәсәйҙә лә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла ришүәт алыу осраҡтары бер ҙә кәмемәй. 2017 йылда республикала ошондай 62 енәйәт ҡылынһа, былтыр алты айҙа уҡ был план “үтәлгән”.

Дөйөм 2018 йыл һөҙөмтәләренә туҡтал­ғанда, республика прокуратураһы коррупция йүнәлешендәге 3500 закон боҙоу осра­ғын асыҡлаған, вазифалы 1675 кеше дисциплинар һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 61 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Раҫланмаған килем иҫәбенә алынған милекте тартып алыу буйынса бөтәһе 99 миллион һумға биш ғәйепләү белдерелгән. Суд ҡарары менән намыҫһыҙ чинов­никтарҙан 43 миллион 650 мең һум Рәсәй ҡаҙнаһына ҡайтарылған.

Әле төбәк прокуратураһы законһыҙ бүләктәр алыу менән мауыҡҡан етәкселәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса эште әүҙемләштергән. Былтыр ошо йүнәлештә прокурор ҡарары менән 16 ойошмаға бөтәһе 8 миллион 700 мең һум штраф һалынған.
Күҙәтеү органы, 38 мең норматив актты һәм проектты тикшереп, коррупция билдә­ләре булған 1 700 положениены асыҡлаған.

Былтырғы йыл ришүәтте асыҡлау буйын­са айырыуса “уңышлы” булды. Еңел ба­йырға теләүселәрҙең рәтен полиция хеҙ­мәт­кәрҙәре, прокурорҙар, һалым инспек­тор­ҙары, район һәм ҡала хакимиәттәре вә­килдәре лә тулыландырҙы. Закон һа­ғында торған, халыҡ именлеге хаҡына хеҙ­мәт итергә власҡа килгән әҙәмдәрҙең ҡылғандары башҡа һыйғыһыҙ. Бер һыйыр көтөүҙе бысрата тигәндәй, ошондайҙарҙың на­сар ҡылығы намыҫлы хеҙмәт иткән ме­ңәр­ләгән хеҙмәткәргә лә ҡарашты үҙгәртә төҫлө.

“Ришүәтселеккә сик ҡуйыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?” тигән һорауға прокуратура хеҙмәткәре: “Власта административ кәртә­ләр булдырған кешеләр башҡаларҙы ри­шүәт бирергә мәжбүр итә. Улар, мәсьәләне ғәҙел юл менән хәл итә алмағас, бүтән юлдарҙы эҙләй башлай. Шуға ла ундай эштәрҙе алдан асыҡлаһаҡ, иҫкәртеү саралары күрһәк, коррупцияны кәметеүгә өлгәшәсәкбеҙ”, – тине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 0

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38