Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кредит түләмәгәндәр арта
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов, журналистар менән осрашып, былтырғы һөҙөмтәләргә байҡау яһаны.

Етәксе белдереүенсә, идаралыҡтың эшенә анализ яһап, бүлексәләрҙең эшмәкәр­легенә үҙгәрештәр индереү талап ителә, тигән һығымтаға килгәндәр. Былтыр Көйөргәҙе районындағы һәм Күмертау ҡалаһындағы бүлексәләрҙе ҡушҡандар. Быйыл иһә Дыуан менән Ҡыйғы районда­рын­дағы бүлексәләр берләштереләсәк. Уның базаһы Дыуан районы үҙәгендә – Мәсәғүттә урынлашасаҡ.

Республика суд приставтары өсөн дә үткән йыл еңелдән булмаған. Былтыр идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡулында 2,2 миллион башҡарыу эше булған, шул иҫәптән уларҙың 1,2 миллионы – суд акттары, бер миллиондан ашыуы – башҡа вәкәләтле органдарҙан.

Уҙған йылда кредитты ҡайтартыуҙы талап иткән производстволар һаны, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 37 процентҡа артҡан, ә милек һалымы буйынса – 38 процентҡа, ойошмаларҙан һалымды түләттереү буйынса 180 процентҡа күбәйгән. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандарға һалынған штраф йыйыуға ҡағылышлы башҡарыу эштәре 15 меңдән ашыу.

Шул уҡ ваҡытта, хеҙмәт хаҡына бәйле башҡарыу эштәре – дүрт меңгә, алимент буйынса 600-гә кәм килгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бурыстарын ҡаплатыу 36 мең кимәлендә һаҡлана.

Былтыр суд приставтарына килгән башҡарыу эштәренең дөйөм күләме 90 миллиард һум тәшкил иткән, алдағы йыл менән сағыштырғанда, 25 миллиард һумға күберәк.

Республикала кредиттарға бәйле бурыс һигеҙ миллиард һумға артҡан. Уның биш миллиард һумы – ойошма һәм предприятие­ларҙыҡы, ике миллиард һумы – ябай халыҡтыҡы. Ойошмалар һалымды ла түләй һалып бармай икән: бындай бурыс 4,7 миллиард һум тәшкил иткән.
Шул уҡ ваҡытта былтыр хеҙмәт хаҡын түләттереү буйынса килгән башҡарыу документтарының кәмеүе күҙәтелгән.

– Һалым документтарының артыуы һалым органдарының ҡаты административ саралар күреүе менән бәйле. Мәҫәлән, 2014 йылда – 29 мең, 2015 йылда – 46 мең, 2016 йылда – 88 мең, 2017 йылда – 133 мең, былтыр иһә 182 мең башҡарыу эше килде. Бурыс күләме лә үҫә: 2014 йылда – 5,4, 2015 йылда – 9,5, 2016 йылда – 17,5, 2017 йылда – 21, 2018 йылда 23 миллиард һумға етте. Әлеге мәлдә беҙҙә бөтәһе 30 миллиард һумды үҙ эсенә алған 200 мең башҡарыу эше бар, – тине Илнур Мәхмүтов.

Былтыр суд приставтары ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү­ҙәрҙең 574 миллион һумын ҡайтарғандар. Был һан, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 106 миллион һумға күберәк.

Идаралыҡ хеҙмәт хаҡын түләттереүгә айырыуса иғтибар бүлә. Мәҫәлән, былтыр 276 миллион һумды хужаларына ҡайтарыуға өлгәшкәндәр, шулай уҡ суд ҡарарын ваҡытында үтәмәгән 12 ойошма етәксеһенә ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатҡандар. Суд приставтары алдында был йәһәттән тағы ла эшләргә лә эшләргә әле, сөнки улар ара­һында 106 миллион һум хеҙмәт хаҡын ҡайтартыу бурысы тора. Етмәһә, бурыстың 60 миллион һумы банкротлыҡ проце­дураһында булған предприятиеларҙыҡы, ә 40 миллион һум буйынса милек һатыуға ҡуйылған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 38

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 47

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 77

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 50

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың...

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Шаран районында шундай хәл булған: мәктәп уҡыусыһы йәмһеҙ итеп сыйылдаған тауышҡа...

Тотош уҡырға 103

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы?

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Сит илдәрҙә булған кешеләр белә: күп ерҙәрҙә урамдарҙы шампунь менән йыуалар....

Тотош уҡырға 65

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә!

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Ғафури районының Красноусол ауылында район ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 66

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс...

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары торлаҡ йорттар планын үҙгәртеүгә контролде арттырырға йыйына. Был...

Тотош уҡырға 56

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто 20.03.2019 // Йәмғиәт

Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсының республика этабы уҙҙы....

Тотош уҡырға 59

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй?

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Был хаҡта иң тәүҙә махсус үҙәк хеҙмәткәрҙәре белә....

Тотош уҡырға 79

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 76

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 77