Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урманға балта менән барырға ярай
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың матбуғат конференцияһына журналистар бик күп йыйылды – “Башинформ” агентлығының залы тулы ине. Һәр кем Рәсәй ҡануниәтенә ҡағылышлы үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алып ҡалырға тырышты.

Депутатлыҡ эшмәкәрлеге осоронда Зариф Закир улы ил парламенты ҡара­уына 30 закон проекты индергән, шулар­ҙың ун етеһе рәсми баҫылып сыҡҡан, дүр­тәүһе беренсе уҡыуҙа ҡабул ител­гән, ҡалғандары ҡарарға әҙерләнгән.

Зариф Байғусҡаров ҡайһы бер ҡанун­дарҙың үҙенсәлектәрен дә аң­латты. Урманда сыбыҡ-сабыҡ йыйырға рөхсәт иткән ҡағиҙәне, мәҫәлән, урын­дарҙа яңылыш аңлағандар икән, шуға күрә полицияның ҡороған ағас тейәп ҡайтып килгән кешеләрҙе туҡтат­ҡан һәм штраф һалған осраҡтары ла булған.

– Был Урман хужалығы министрлы­ғының муниципалитеттарға хата күрһәтмә биреүе арҡаһында килеп сыҡ­ҡан, – тине депутат. – Ҡабатлап әйтәм: урманға ҡороған ағас алырға барыу өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй, балта һәм бысҡы алыуҙы ла бер кем дә тыйырға тейеш түгел.


Белеүебеҙсә, Рәсәйҙең Урман кодексына индерелгән ошо төҙәтмәнең авторы ла – Зариф Закир улы. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы һәм Енәйәт кодекстарына ла ул индер­гән үҙгәрештәр бар: иҫерткес эсем­лектәрҙе законһыҙ һатыу менән шө­ғөлләнгән һәм алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелгән. Ауылдарҙа араҡы һәм көмөшкә менән сауҙа иткән оятһыҙ әҙәмдәр осраш­тырғылай. Был енәйәтсел ҡылыҡтары өсөн ундайҙар ошоға саҡлы ике мең һум штраф менән ҡотола ине, хәҙер был сумма 30 мең һумға еткерелде. Шул “эшмәкәрлек” өҫтөндә тағы то­толһа, бер йыл дауамында был кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Депутат аңла­тыуынса, үҙгәрештең ыңғай йоғонтоһо бар: былтыр республикала алкоголде законһыҙ һатҡандарға 11 миллион һумлыҡ штраф һалынған, 66 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, 32 кеше хөкөм ителгән.

Ул шулай уҡ Рәсәй парламенты ҡарауына тәҡдим иткән башҡа закон проекттары тураһында ла һөйләне. Зариф Закир улының әүҙем эшмәкәрлеге юғары баһалана – үткән йыл депутат Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн илебеҙ Хөкүмә­тенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бирешмә, Сибай!

Бирешмә, Сибай! 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай телевидениеһы "Бирешмә, Сибай!" тигән акция башланы....

Тотош уҡырға 0

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!"

"Хәҙер барыһына ла көс етәсәк!" 15.02.2019 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә “Баймаҡ урман хужалығы” автопаркы өр-яңы махсус техникалар менән тулыланды: янғын...

Тотош уҡырға 21

Баймаҡтар ҙа һөт эсә

Баймаҡтар ҙа һөт эсә 15.02.2019 // Йәмғиәт

Райондың Иҫке Сибай ауылындағы “Сулпылар” мәктәпкәсә балалар учреждениеһына йөрөгән кескәйҙәргә һәм...

Тотош уҡырға 20

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата

Һауыт-һаба ла иғтибар ярата 15.02.2019 // Йәмғиәт

* Яңы эмалле һауытҡа тулы итеп һыу ҡойоп, уны ҡайнау хәленә еткергәс, уттан алығыҙ һәм һыу...

Тотош уҡырға 28

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре?

Әллә төпһөҙ даръямы “мөхәббәт” тигәндәре? 15.02.2019 // Йәмғиәт

Йәш саҡта һөйөү ғазаптарын кисермәгән егет йәки ҡыҙ юҡтыр ул. “Мөхәббәт” һүҙен ишетеү менән алыҫта...

Тотош уҡырға 51

Йәшлегемдең йәшел вагондары

Йәшлегемдең йәшел вагондары 15.02.2019 // Йәмғиәт

17 февраль – Студенттарҙың төҙөлөш отрядтары көнө....

Тотош уҡырға 37

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла...

Умартаны туҙҙырыусылар һәр саҡ табыла... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Сочиҙа сағында Сибайҙа барған ваҡиғаларға баһа биреп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 47

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар

Телефоныңдың көсө бөтһә... туҡталышҡа бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Стәрлетамаҡта, “Ашҡаҙар” ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге “аҡыллы” туҡталыш ҡуйылды....

Тотош уҡырға 58

Төрмәлә лә тормош бар

Төрмәлә лә тормош бар 15.02.2019 // Йәмғиәт

Кисә Өфө ҡалаһындағы ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы ғаилә барлыҡҡа килде. 36 йәшлек...

Тотош уҡырға 100

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк

Тышҡы матурлыҡ туйҙа кәрәк 15.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Сочи ҡалаһында уҙған инвестиция форумында Башҡортостандың презентация майҙансығын иң...

Тотош уҡырға 38

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа...

Бала өйҙә яңғыҙ ҡалһа... 15.02.2019 // Йәмғиәт

Быйыл йыл башынан алып республикала 800-ләп янғын булған....

Тотош уҡырға 28

Хәүефһеҙлегебеҙ үҙебеҙгә бәйле

Хәүефһеҙлегебеҙ үҙебеҙгә бәйле 15.02.2019 // Йәмғиәт

Биш ҡағиҙәне үтәү шарт. Иртән интернет селтәрен асып, яңылыҡтар таҫмаһын уҡыуы ла ҡурҡыныс хәҙер....

Тотош уҡырға 50