Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Инвалид” билдәһе тураһында
Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының “Инвалид” билдәһен шәхси ҡулланыу буйынса тәртипте раҫлаған бойороғо сығыуға ҡарамаҫтан, ул халыҡта һаман да һорауҙар тыуҙыра. Шуларҙың киң таралғандарына “Медик-социаль экспертизаның баш бюроһы”ның 4-се белгестәре Наталья ГАНУЗИНА һәм Наталья ХУСНУРИЗЯЛОВА ярҙамында яуаптар әҙерләнек.

– Шәхси “Инвалид” билдәһе ни өсөн кәрәк? Сәләмәтлеге сикләнгән кешеләргә ул ниндәй ташламалар бирә?
– Билдә кешегә транспорт сараларын түләүһеҙ урынлаштырыуға хоҡуҡ бирә. Был I, II һәм III төркөм инвалидтары идара иткән һәм ошо инвалид­тарҙы йөрөткән транспорт сараларына ҡағыла.
Инвалидтар идара иткән һәм уларҙы, инвалид балаларҙы йөрөткән транспорт сараларына тыйыу билдәләре (3.28-3.30) ҡағылмай. “Инвалидтар” (8.17) табличкаһы 6.4 билдәһенең бары “Инвалид” билдәһе ҡуйылған мото­ко­ляскаларға һәм автомобилдәргә генә ҡағылыуын күрһәтә.
Бындай табличкалар биналарға яҡын урын­дарҙағы туҡталҡаларға ҡуйыла. Уларҙың мотлаҡ булырға тейешлеге федераль закон менән нығытылған. Инвалидтар өсөн урын дөйөм һандың 10 процентынан да кәм тәшкил итмәҫкә тейеш.

– “Инвалид” билдәһен ҡайҙа һәм нисек алырға була?
– Билдә федераль дәүләт медик-социаль экспертиза учреждениелары тарафынан рәсмиләште­релә. Улар һәр ҡала һәм районда бар. Йәшәү урынындағы медик-социаль экспертиза бюроһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙ менән паспорт һәм инвалидлыҡты раҫлаған белешмә алырға онотмағыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәне һеҙгә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы ла, күп функциялы үҙәк тә, башҡа төрлө учреждениелар ҙа бирергә хаҡлы түгел, бары медик-социаль экспертиза белгестәре генә ошо эште башҡарырға бурыслы.

– Медик-социаль экспертиза биргән билдә менән магазинда һатылған билдә араһында ниндәй айырма бар?
– “Инвалид” таныу билдәһе персона­лаштырылған, үҙенсәлекле: уның алғы яғында идентификация реквизиты, билдәнең яраҡлылыҡ ваҡыты билдәләнһә, икенсе яғында шәхестең исем-шәрифе, тыуған йылы, инвалидлыҡ тураһындағы белешмәнең серияһы һәм һаны, тапшырыу датаһы күрһәтелгән. Бөтә мәғлүмәт бюро етәксеһенең ҡултамғаһы һәм мисәт менән раҫланған.

– Таныу билдәһе күпме ваҡытҡа бирелә?
– Инвалидлыҡ белешмәһе күпме ваҡытҡа бирелә, таныу билдәһе лә шул уҡ ваҡытҡа тиклем ҡулланыла ала. Бюроға ғариза биргәндә үк маҡсатығыҙҙы аныҡ күрһәтеп, билдәнең кәрәклеген дә яҙығыҙ.

– Юғалтҡан осраҡта ни эшләргә?
– Ул саҡта документтың күсермәһен бирергә тейештәр. Ғаризағыҙҙа билдәне нисек, ҡайҙа юғалтыуығыҙ хаҡында яҙырға тейешһегеҙ. Дубликатты биреү тураһында мәғлүмәт “Инвалидтарҙың федераль реестры”на индерелә, юғалған билдә яраҡһыҙ тип таныла.
Таныу билдәһен һаҡлауҙың ябай ғына ҡағиҙәләрен үтәргә онотмағыҙ. Документты ламинатлау рөхсәт ителмәй, бары файлға һалырға кәрәк. Автомобилгә йәбештереү мотлаҡ түгел, әммә ул һәр саҡ үҙегеҙ менән булырға тейеш. Билдәне башҡа кешеләргә файҙаланырға биреү тыйыла. Уға эйә булыу ҡала буйлап хәрәкәт итеүҙе, машина өсөн туҡталыу урынын табыуҙы күпкә еңелләштерәсәк, бары ваҡытында медик-социаль экспертиза бюроһына мөрәжәғәт итергә генә кәрәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 0

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38