Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтыны бөткәс, үҙе лә бөттө...
Ҡайынлы сауҡалыҡтың юғалып барған тарихы.

ХХ быуаттың 70–80-се йылдары торғонлоҡ, халыҡ аҙ йәшәгән кескәй ауылдарҙы киләсәге юҡ тип бөтөрөү, эрерәгенә, ҡасабаларға күсереү осоро булып тарихта ҡалған. Беҙҙең быуын юҡҡа сыҡҡан ауылдар хаҡында олатай-өләсәйҙәр, әсәйҙәребеҙ, йәғни оло быуын кешеләре һөйләгәндән генә ишетеп белә. Мәҫәлән, беҙҙең Учалы районының Килмәк һәм Амангилде (Сәнсәр) араһында ҡасандыр гөрләп торған Әбләз (Ҡарасәй), Ҡолош менән Тирлән ҡасабаһы араһында Көҙөй, Мәҫкәү ауылынан йыраҡ түгел Йәндек ауылы булғанлығы билдәле. Шундай ауылдарҙың береһе – алтын йыуыусылар тарафынан барлыҡҡа килтерелгән Ҡайынлы сауҡалыҡ (Березовая роща) исемлеһе беҙҙең Ураҙҙан биш саҡрымдар тирәһендә көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан булған.

Ауылыбыҙҙың тирә-яғында элек-электән алтын йыуғандар. Иң тәү сиратта аҫыл металл ят­ҡы­лыҡтарын урыҫ кешеләре белеп ҡалған. Үҙ ерҙәренә үҙҙәре ху­жа булып өйрәнгән, тәбиғәткә һаҡ­сыл ҡараған аҡһаҡалдар улар­ҙы ҡыуып та маташҡан. Тыу­ған яҡ тарихын күп әҫәрҙә­рендә яҡтыртҡан ауылдаш яҙыусыбыҙ Талха Ғиниәтуллин был хаҡта яҙып сыҡҡайны инде.

Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Алик ағай Насиров (77 йәштә) һөйлә­үен­сә, Ураҙ тирәһендә алтын йыуыу 1744 йылда уҡ башланған. Иң тәүгеләрҙән булып Ягодкин фа­милиялы урыҫ байы килеп урын­лашҡан. Ҙур итеп йорт һал­ған, уны эстән дә, тыштан да таҡ­та ме­нән көпләткән. Батрактар тот­ҡан, уларға ла йәшәргә йорт тө­ҙөткән. Бик күп һарай-ҡарал­тыһы, умарталығы менән тотош утар барлыҡҡа килгән. Оло урыҫ ҡап­ҡаһы, ҡоймалары бөтөн донъя­һын ҡаплап торған. Урал тау­ҙа­ры­нан башланған Орсоҡташ йыл­ғаһын, канау ҡаҙытып, бер ярым саҡрымдан бороп килтерт­кән, ҙур быуа эшләткән. Унда Әстрхан яҡ­тарынан алынған бикре балыҡ­тарын үрсетеп һатып ятҡан.

Был утарҙағы тормош тура­һында Талха Йомабай улы үҙенең “Немец” исемле хикәйә­һендә ошолай яҙа:
“...Беренсе герман һуғышы ваҡытында немец әсирҙәрен килтерҙеләр. Улар алтын йыуҙы. Ягодкинда барактарҙа йәшә­неләр. Ауылға килеп һөт-ҡаймаҡ ала торғай­нылар. Кешеләргә хужалыҡтарында ярҙам иттеләр. Оскар исемлеһе тимерлектә эшләште. Кешеләр уны Ғәскәр тип йөрөттө. Батша төшөрөлгәс тә, байтаҡ ваҡыт унда йәшәне әле. Һүрәт төшөрөргә яратты. Ҡайтҡан саҡта:
– Мин тауҙарығыҙҙы, һоҡлан­ғыс тәбиғә­тегеҙҙе онотмам инде, – тине”.
Талха ағайҙың бөгөн һөйлә­үенсә, немец әсире уның өләсә­һенә хужалығында ярҙам итеп йөрөгән.

Ауылыбыҙ аҡһаҡалы Нияз ағай Исхаҡов (1939 йылғы, 79 йәштә) менән дә әң­гә­мә ҡорҙоҡ. Нияз Мөғәллим улы — нәҫел­дән килгән алтын йыуыусыларҙың береһе. Оҙаҡ йылдар Ҡайынлы сауҡалыҡта эшләгән. Уның атаһы ла, олатаһы ла алтын йыуыусы (старатель) булған. Рудник йүнәлтмәһе буйынса Мәскәү ҡалаһында уҡып ҡайтҡан. Күп төрлө һөнәр үҙләштергән. Хеҙмәт ветераны, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.
– Олатайым һөйләүенсә, иң алда беҙҙәге алтынға француздар хужа булған, – тип башлап китте ул һүҙен. – Улар Санкт-Петербург аша бәйләнеш тотҡан. А.Х. Ялаловтың “Миндәк алтыны” исемле китабында (Учалы, 2010) Ҡайынлы сауҡалыҡ алтынын шотландтар йыуған тип тә әйтелә. Ә белгестәре Англиянан булған. Алтыны йыуылып бөткәс, шурфты ябыр алдынан, ергә рәхмәт йөҙөнән, үҙҙәренең йолаһы буйынса, аҡса (тәңкәләр) ырғытҡандар. 1880–1890 йылғы аҡсалар табылған. Революцияға тиклем Ҡайынлы сауҡалыҡ приискыһында 4692 килограмм алтын йыуылғанлығы билдәле. Был француз компаниялары етәкләгән артелдәрҙән тыш. Хәҙер алтын йыуған урындарҙа 17 яһалма күл барлыҡҡа килгән. Унда районыбыҙҙың төрлө мөйөштәренән балыҡ тоторға киләләр. Бөтә эш төрө лә ҡул менән башҡарылған. Аяҡҡа кейергә итек тә булмаған. 8–10 метр тәрәнлеккә лебедка менән бадьяға ултыртып икешәр кешене төшөргәндәр. Алтын бөртөктәре ҡушылмалы ҡом өҫкә сығарылған. Махсус арбаларҙа йылғаға йыуырға алып барғандар, халыҡ уны “алтынщиктар арбаһы” тип йөрөткән. Шурфтар ишелеп баҫылып үлгәндәр ҙә булған, Ғүмәр Ғүмәров, Ғәйшә Фәғәлова шулай киткәндәр теге донъяға, тип әйтәләр. Стреляев фамилиялы шәп тимерсе алтын табыу ҡорамалдарын, хужалыҡ кәрәк-ярағын йүнәтеп бирер булған.

1960 йылдарҙа инде алтынды гидравлика юлы менән Ленинск приискыһы йыуа башланы. Ягодкинда алтын өҫтә генә ятҡан. 50-ләп йорт бар ине. Уҡытыусы Буҙыҡаев ағай белем бирҙе.

Ололарҙың һөйләүҙәренсә, Ягодкин, Покровское, Гәрәевкә (ауылдар үҙәге), Федор приис­кыһы бөтәһе бергә Ҡайынлы сауҡалыҡ (Березовая роща) ауылын барлыҡҡа килтергән. Улар бер-береһенән ике-өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. 1930 йылда коллективлаштырыу осоронда Тирлән ҡасабаһынан Повераев, Климов, Пестряков, Плетменцев, Обухов, Ларионов фамилиялы урыҫтар һәм башҡа яҡтарҙан да төрлө милләт кеше­ләре күсенеп килгән. Шул уҡ ваҡытта Ураҙҙан Лоҡман, Шәйәх­мәт, Атау, Бәхтиәр бабайҙар һәм башҡалар ғаиләләре менән бында килеп донъя ҡорған. Шул арҡала Ҡайынлы сауҡалыҡ ҙура­йып киткән. Ярҙамсы станция, ете йыллыҡ мәктәп төҙөлгән. Мәҙәниәт йорто һалырға ла ниәт­ләгәндәр. Ауыл уртаһында эсәр һыу өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙытылған. Алтын приискыһының контораһы ла шунда урынлашып, биш бүл­мәнән торған булған. Стара­телдәр йыуылған алтын бөртөктәрен десятникка илтеп тапшырған. Уларға аҡса урынына бон (карточка һымаҡ) бирелгән. Шул бон менән магазиндан аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алғандар.

Төрлө милләт кешеләре булһалар ҙа, бер-береһе менән тығыҙ аралашып йәшәгәндәр. Урыҫтар урындағы халыҡ телен бик тиҙ үҙләштергән, бала-саға урамда бергә уйнап, бер мәктәпкә йөрөгән, бер телдә уҡыған. Алтын йыуыуҙан тыш, кешеләр Силәбе өлкәһенең “Петропавловск” совхозына утын әҙерләп оҙатҡан, күпләп мал аҫраған, йәшелсә-емеш үҫтергән. Дин тотҡандар. Лоҡман исемле бабай мулла булып торған. Обухов ҡарттың белемсе әбейе һәм Александр Шахурин халыҡты төрлө дарыу үләндәре менән дауалаған. Мал табибы Буторин да ауырыуҙарҙы йүнәлтеү серҙәрен белгән.

Гел эш кенә булмаған, әлбиттә, күңел асыу кисәләрен дә үткәр­гән­дәр. Федор ҡарттың улы Михаил (1938 йылғы, үрҙә телгә алынған Нияз ағай Исхаҡовтың дуҫы) гармунда оҫта уйнаған, төрлө мәҙәни сараларҙы биҙәгән. “Беҙ унда хатта кинолар ҡарай инек. “Повесть о настоящем человеке” фильмын шунда күрһәт­теләр, — тип хәтеренә ала Нияз ағай. – Һуңынан Михаил Белорет ҡалаһына күсеп китте”.
Мәҡәләне әҙерләгәндә ҡасан­дыр Ҡайынлы сауҡалыҡта йәшәп киткән ағинәйҙәр менән дә осраштым.

Рауҙа апай Йомағужина (1934 йылғы, 84 йәштә): “Атайымдар алтын йыуырға күсеп барҙы. Ғаиләлә беҙ биш ҡыҙ, бер малай үҫтек. Мансур исемле ҡустыбыҙ өҫтөнә ҡайнап ултырған самауырҙың һыуы түгелеп, бешеп үлде. Шахтала баҫылып үлгән старателдәр ҙә булды”,– тип иҫенә төшөрә ул.
Фирҙәүес апай Мөхәмәтйәрова (1936 йылғы, 82 йәштә): “Унда алтын йыуалар ине. Көнө буйы бутарға ҡом-таш һалаһың, кисен генә һыуҙа сайҡатып алтын бөртөк­тәрен алаһың, контораға тапшыраһың. Веснин фамилиялы урыҫтарҙы белә инем. Улар Миндәккә күсенде. Ғаиләлә ете бала булдыҡ. Инәйем (әсәйем) Бибизинә утын ҡырҡырға йөрөй торғайны. Ғәйшә абыстай аят уҡый ине. Урал тауҙары яҡын булғас, бүреләр һарыҡтарҙы күп ҡырҙы, – тип һөйләп алды. – Уҡытыусым Һиҙиәт Юнысов хәтерҙә ҡалған”.

Рәсимә апай Лоҡманова (1942 йылғы, 76 йәштә): “Мин Ҡайынлы сауҡалыҡта ун биш йыл йәшәнем. Приискыға алтын йыуған кешеләр күсеп килә ине. Күпләп ағас та ҡырҡтылар. Үҙем һауынсы булып эшләнем. Ул замандарҙа ла ауыл халҡының малына көтөүсе таба алмай, сиратлап көттөк. Ҙур йыл­ға булмағас, күлгә кер сайҡарға йөрөй торғайныҡ. Мәктәптә балалар бик аҙ ине. Уҡытыусым Шәмсиямал апай онотолмаған. Ул мәктәпте Ураҙға күсереп ултырттылар, әлеге ваҡытта мәктәп ҡарауылсыһының йорто инде. Йыйылма халыҡ йәшәне. Урыҫ зыяраты булды. Башҡорттарҙы Ураҙға ерләй торғайнылар. Ҡайынлы сауҡалыҡта 1960–1975 йылдарҙа йәшәнек”, – тип хәтирәләре менән ихлас бүлеште.

Фәнжиә апай Сәхәүетдинова (1940 йылғы, 77 йәштә) Ураҙ ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы һуғышҡа киткәндә алты айлыҡ ҡына булып ҡалған. Ун дүрт йәшендә генә һауынсы булып Ягодкинда эш башлаған. “Вәлимөхәмәт ағай Сәғәҙәтов, Миңйыһан апай Казеева магазинда һатыусы булды. Тәүлегенә өс тапҡыр һыйыр һауғас, Ураҙға ҡайтып йөрөй алманыҡ, ҡуна яттыҡ. Шул магазиндан аҙыҡ-түлек ала инек. Трудоденгә — биш тин, унан 10 тин түләнеләр, 1960 йылдар тирәһендә 20 тингә күтәрҙеләр, – ти ул. – Маһи, Бибиямал әбейҙәр, Әүхәҙи, Әһел бабайҙар йәшәне. Ә Бәләй бабайҙы, гәзитте баш түбән уҡырға маташа, тиҙәр ине”.

Бер ваҡыт 100–120 баш һыйыр бруцеллез менән ауырып китә. Алты һауынсыны, шул иҫәптән Фәнжиә апайҙы ла, Ҡыҙылташ буйына ауырыу һыйырҙар менән бергә күсерәләр. Эш хаҡына көнөнә ярты литр һөт биргәндәр. Һөттән апай үҙе лә зарарлана һәм бөгөн дә яфалана.
1949 йылда, алтыны йыуылып бөткәс, приискыны ябалар. Халыҡ яйлап тарала башлай, Белорет, Миндәк, Рудник (Учалы) яҡтарына күсенеп китә. 1948 йылда Ягодкин байҙың өйө иҫкереп, емерек хәлгә килә. Уның ниге­ҙенән офицер погондары, хәрби ҡоралдар табыла. Алтындарын балсыҡ көршәктәргә тултырып, бал ҡорттарының ҡышлау урынына күмгән, тиҙәр. Йылдар үткәс тә, улы килеп эҙләп йөрөгән, ейәне табып алып киткән, тип тә раҫлаусылар бар.

1960 йылдарҙа Ягодкинда тормош бөтөнләйгә һүнә. Иң һуңғы булып урыҫ Климов һәм Зөлҡәр­нәй Насиров, ә Ҡайынлы сауҡа­лыҡта Фәрүәз Зөлҡәрнәй улы Насиров ҡына бер яңғыҙы донъя көтөп ҡала. Ул һуғыштан контузия алып ҡайта. Ауылдаштары шаяртып “комендант” ҡушаматы менән йөрөтә.

Шулай итеп, күпселек урыҫтар барлыҡҡа килтергән Ҡайынлы сауҡалыҡ бөтөүгә юл ала. Ауыл урынын бары тик шахта соҡор­ҙары ғына хәтерләтә. Улары ла инде ер менән тигеҙләнеп бөтөү өҫтөндә. Башҡорт милләтенән булғандар Ураҙҙың түбәнге ос яғына килеп урынлаша. Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бөгөн шунда йәшәй.

“1976 йылда “Урал” колхозына эшкә килгәндә ун тирәһе йорт бар ине әле. Бәләкәй генә мәктә­бе, магазины эшләй ине. Халыҡ икенсе яҡтарға күсенә башла­ғайны. Күпселегенә ҡаланан фатир бирҙеләр”, – тип хәтерләй элекке баш зоотехник Алмас Ситдиҡов.
Әлеге ваҡытта емерек торошта булһа ла, Ҡайынлы сауҡалыҡ менән Ягодкин араһындағы урыҫ зыяраты һаҡланған.

Заманында был ауылдан бик күп абруйлы шәхестәр үҫеп сыҡ­ҡан. Бөйөк Ватан һуғышына китеү­селәр ҙә етерлек булған. Уларҙың исем-шәрифе ауылы­быҙҙың уртаһында урынлашҡан билдәһеҙ һалдат һәйкәле ниге­ҙенә яҙылған. Алтын йыуыу­сыларҙың ҡайһы бер исемдәре ауылыбыҙҙың топонимикаһында, приискы ябылһа ла, ныҡлы урын алған. Халыҡ берәй урынды аңла­тыр булһа, әле лә шул атамаларҙы ҡулланып һөйләй: Федор яланы, Ягодкин утары, Пушков күле, Березовый, Шамов һаҙлығы. Симон Шамов — старатель, Ураҙ ауылының күпере­нән сыҡҡас, уңда элекке сусҡа фер­маһының аҫҡы яғында һаҙлыҡҡа яҡын йорт һалып йәшә­гән. Өй урыны бөгөн дә бар. Уның исеме менән Симон яланы, тауы ла аталған. Колхоз ваҡытында был урындар быҙауҙар һәм сусҡалар өсөн йәйге лагерь итеп ҡулланылған. Әрсән (Арсений) һаҙлығы Орсоҡташ йылғаһы ме­нән Ҡайынлы сауҡалыҡ араһын­да ята. Унда халыҡ бөгөнгө көнгә тиклем мүк сығара. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, һаҙ аҫтында ла, эргәһендә лә алтын күп.

1837 йылда властарҙың указы менән Яйыҡ үрендә алтын йыуырға рөхсәт ителгән. Шул осорҙа К.П. Горяев фамилиялы урыҫ килеп алтын йыуа башла­ған. Тау башына тәүгеләрҙән булып йорт һалған. Урыҫтар уны — Горяевка, башҡорттар Гәрәев­кә тип йөрөткән. Ул Ҡайынлы сауҡалыҡтың үҙәге булып торған.

Тормош дауам итә. Бөткән ауылдар, унда тыуған, донъя көткән кешеләр, заманалар алма­шынған һайын, тарих ҡуласаһына инә бара. Ҡомартҡылары һәм иҫтәлектәре генә йәшәүҙәренең шаһиты булып ҡала килә... Ҡайынлы сауҡалыҡ ауылы тураһында белешмә туплағанда, бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмауы, фотографиялар ҙа һаҡланмауы асыҡланды. Киләсәк быуындар тарихыбыҙға иғтибарлыраҡ булыр тип ышанғы килә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 0

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38