Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эскелек насар, тиһең дә өҫтәлгә араҡы ҡуяһың...”
Яман ғәҙәттәргә ҡаршы көрәш мәле етте.

Учалы районының Учалы ауылындағы ҡот осҡос фажиғә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәр кем янды-көйҙө, етем ҡалған балаларҙы йәлләне, эскеселәрҙе һүкте, бәләгә килтергән сәбәптәрҙе эҙ­лә­не. Интернет селтәре төрлө фараздар менән тулды, фекерҙәре тап килмә­гән­дәр бер-береһе менән әреп­ләшеүҙән дә тартынманы.

Күпселек иһә ҡазаның сәбәбен эскелек менән бәйләне. Нимә һуң ул алкоголизм? Ул – ауырыу. Ошо сирҙән яфаланғандар махсус иҫәптә тора, тимәк, дауа­ланырға тейеш. Ундайҙар бөгөн, әлбиттә, бихисап: “аҡ биҙгәк”кә тиклем барып етәләр, енәйәт ҡылалар, хатта үҙҙәренә ҡул һалалар йәки “һатып алған ауырыу”ҙарынан ҡотола алмайынса теге донъяға китеп баралар.

13 ғинуарҙа булған ҡот осҡос фажиғәгә әйләнеп ҡайтайыҡ: өс кешенең һәм үҙенең ғүмерен ҡыйған 34 йәшлек ир эскесеме? Шахтала эшләп йөрөгән, яңы йорт һалып сыҡҡан, кәләше ме­нән бынамын тигән ике бала тәр­биәләгән... Ауылдаштары ғаилә башлығын тыныс, ярҙам­сыл тип иҫкә ала. Шулай булғас, фажи­ғәнең тамыры ҡайҙа һуң? Кемдер ҡатынын ғәйепләй: көнләшерлек сәбәп булғандыр...
Фажиғәнән бер көн алда ғына күркәм пар, күпселек йәштәр кеүек үк, күңелле табында була: ир матур тостар әйтә, ә ҡатыны араҡыны ауыҙына ла алмай. Мәжлес тамамланғас ҡунаҡтар таралыша башлай, ә бик әүҙем­дәрҙең байрамды дауам иткеһе килә, урыҫса әйткәнсә, “душа тре­бует продолжения банкета”. Хәйер, төнгө клубтар бар бит бының өсөн, кеҫә яғың ғына ҡалын булһын!..

Ғәҙәттә, олоғая төшһәк, йәш­тәр­ҙе ғәйепләй башлайбыҙ. Эс­кәне етмәгәнме, башы эшлә­мә­гәнме, ҡайтып ятһа ни булған, ҡа­тыны үҙе ғәйеплелер һ.б. Бе­ренсенән, хәмер ауыҙға бер эләк­һә, бик һирәктәрҙең генә самаһын белергә аҡылы етә, икенсенән, эскән кешенең аңы то­маланғаны барыһына ла бил­дәле, өсөнсө­нән, иҫерткес эсем­лектәрҙән килем алыусы­ларҙың маҡсаты – күберәк кешене “йәшел йылан”ға йәлеп итеү.
Эскелек менән бәйле байрам ҡыҙған мәлдә һәр ҡайһыбыҙҙы хәүеф һағалай. Ни өсөн өлгөлө, талантлы, ике балалы ғаилә күрше ирҙең эсеп байрам итеүе арҡаһында етем ҡалды? Атай кеше һөйөклө кәләшен һуңғы юлға ла оҙата алмай, ауыр йәрә­хәт алып, дауаханала ятырға мәжбүр, ә икенсе күршеһе – ғаи­ләһе янында тыныс ҡына йоҡ­ла­ған полиция хеҙмәткәре ва­йым­һыҙ ҡала алмағаны арҡаһын­да мәрхүм булды? Яуап булырмы ошо әрнеүле һорауҙарға?!

“Өйөм – ҡәлғәм” тигән инаныу­ҙың да ҡайһы саҡ буш икәнен Маг­нитогорск һәм Учалы фажи­ғәләре тағы бер ҡат иҫкә төшөрҙө.
Йәш быуынды эскелек тантана иткән мәжлестәр рухында тәрбиәләйбеҙ. Иҫерек йә ҡунаҡ­тан ҡыҙмаса ҡайтҡан ата-әсәһенә ҡарап, берәй бала “үҫкәс мин дә эсәсәкмен” тип хыяллана, тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә! Ул иң беренсе “мин бер ҡасан да эсмәйәсәкмен” тигән һығымта яһай. Ә үҫмер ҡорона кергәс, ошо бәләнең нисек йолоп алға­нын үҙе лә һиҙмәй ҡала, сөнки тыуған көн үткәреү, әрмегә оҙа­тыу, килен төшөрөү, бала үҫте­реү, ҡыҫҡаһы, һәр ваҡиғаны хәмер менән бәйләйбеҙ. Әгәр ҙә инде шешәне өҫтәлгә ҡуймаһаң, кешеләрҙән уңайһыҙ, тибеҙ, ә шул араҡының шауҡымы арҡа­һында күпме бәлә-ҡаза күрелә, уны уйлап та бирмәйбеҙ. Хатта туйҙар ваҡытында теркәлгән авариялар, бысаҡ менән сәнсеп үлтереүҙәр, аҫылыныу осраҡ­та­ры ла “Айыҡ туйҙар үткәрәйек” тигән орандарға булышлыҡ ит­мәй. Битараф ҡына “нисек инде эскеһеҙ күңел асаһың” тип йә­шәүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Эсеп элмәккә башын тыҡҡан йәш егет­тәрҙе йәлләй-йәлләй күмәбеҙ ҙә артабан мәжлес ҡороуҙы дауам итәбеҙ.

Уйлап ҡарағыҙ: Яңы йылды ҡаршы алыу – ҡулға шампан шарабын тот, кәләш алдың – тоя­ғын, сабый тыуҙы – тәпәйен йыу­ҙыр, беренсе эш хаҡы алдың – ултырт һәм башҡа хәл-ваҡи­ға­ларҙы эскелеккә көйләү. Иң әсен­дергәне: хеҙмәткә алынған ун һи­геҙе саҡ тулған йәш бала­ҡай­ҙарҙы үҙебеҙ үк хәмер эсергә өй­рә­теп, оҙатыу байрамы үткәрә­беҙ! Башҡа һыйырлыҡмы шул хәл?!

Алтынсы класта уҡып йөрө­гән иң өлкән улым: “Әсәй, ниңә һин, эскелек насар, тиһең дә, ҡу­наҡтар килһә, өҫтәлгә араҡы ҡуяһың?” – тигәс, кемдер башыма суҡмар менән һуҡҡандай тойолдо. Ысынлап та, ул ниндәй тәрбиә өлгөһө була инде? Шунан һуң яҡын кешеләремә былай тип әйттем: “Ғәфү итегеҙ, минең улым шундай һорау бирә, тыуған көндәр хәмерһеҙ үтәсәк, аңларһығыҙ тип ышанам”.
Тимәк, киләсәк быуындың эсеү-эсмәүе – беҙҙең ҡулда. Әй­теү генә аҙ, үҙең өлгө күрһәтергә тейешһең.

Башҡорт ойошмаларына бер­ләшкән егеттәрҙең хәрәкәте республикала иғтибарһыҙ ҡалманы. Шуның өсөн, мин дә ҡыҙыҡ­һы­нып, бер нисә сығышты тыңла­ным да һоҡланыуҙан башҡа бер ни ҙә әйтә алмайым. Ысынлап та, бөтә бәләнең башы “мәҙәни эс­келек” икәнлеген һәр кем аң­лар­ға бурыслы. Беренсе дош­ма­ныбыҙ – хәмергә ҡаршы көрә­шергә саҡыра егеттәр, шунһыҙ тормош яҡшырмаясаҡ, күпме йәшләй ҡырылырға була һуң?!

Кавказдың ислам дине көслө булған республикаларын сара­һыҙҙан беҙгә өлгө итеп ҡуя улар, сөнки Ингуш, Чечен, Дағстан республикалары халҡы эш юҡ­лыҡҡа ла һылтанмай, аҫылынып та үл­мәй, тыуым да үлемгә ҡарағанда юғарыраҡ. Дингә өндәйҙәр икән, ни өсөн беҙ ишетмәмешкә һа­лы­шабыҙ, биш ваҡыт намаҙ уҡыр­ға ваҡыт юҡлыҡҡа һылта­набыҙ, ә эскелек мәжлестәренә ваҡыт та, аҡса ла еткерәбеҙ... Аңыбыҙға килеп, берҙәм, дәррәү рәүештә иҫерткес эсемлектәргә, башҡа яман ғәҙәттәргә ҡаршы кө­рәшер өсөн тағы күпме юғал­тыу кисерергә кәрәк һуң, халҡым?!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 32

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 24

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 28

Ғүмерлек яра ул – һуғыш

Ғүмерлек яра ул – һуғыш 22.02.2019 // Йәмғиәт

Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша....

Тотош уҡырға 23

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 25

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 49

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 41

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 51

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 66

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 28

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай. Был байрамда барлыҡ ҡатын-ҡыҙ көслө заттарҙы...

Тотош уҡырға 51

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 35