Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәрби даныбыҙҙың тамыры ныҡ
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Росгвардия махсус тәғәйенләнештәге көстәренең етәкселек составы Өфөгә уҡыу-методик сборға йыйылды. Бөгөн сараның бүләкләү тантанаһы булды. Унда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙе уҡыу-методик сборҙың уңышлы тамамланыуы менән ҡотланы, уларҙың дәүләттең мөһим бурыстарын үтәүҙә юғары һөнәри оҫталыҡ, хеҙмәткә тоғролоҡ күрһәткәнен билдәләне.

Радий Фәрит улы ОМОН, СОБР төбәк отрядтары, Росгвардияның М. Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отряды командирҙарына рәхмәт белдерҙе.

“Һеҙҙең арағыҙҙа күптәр ҡаты һынауҙар үтте, ҡыҙыу нөктәләрҙә хәрби бурысын ҡаһарманлыҡ менән үтәне, дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Күрһәткән батырлыҡтары, ныҡлығы өсөн махсус тәғәйенләнештәге Өфө отрядына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелде, – тине республика етәксеһе. – Быйыл йәй Өфөлә үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарында һәм башҡа мөһим сараларҙа хәүефһеҙлекте бергәләп тәьмин итеү бурысы тора. Һеҙҙең ярҙам менән барлыҡ мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итәсәгебеҙгә ышанам”.

Генерал-полковник Сергей Меликов Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге көстәре хәрбиҙәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә наградалар тапшырҙы.

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 0

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38