Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Телевидение – яңырыу юлында
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында федераль каналдарҙы һанлы тапшырыу алымына күсереүгә арналған матбуғат конференцияһы үтте. Белеүебеҙсә, был башланғыс “2009–2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла. Әлеге яңылыҡҡа бәйле һорауҙарға республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, РТРС-тың “Башҡортостан Республикаһы радиотелетапшырыу үҙәге” директоры Юрий Матвеев, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Николай Калмацкий, “Спутниктелеком” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Руденко яуап бирҙе.

Кәңәшмәлә халыҡтың аҙ тәьмин ителгән ҡатламына һанлы телевидение өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, республика Хөкүмәте 30 ғинуарҙа ике категорияға ҡараған граждандарға – пенсияһына федераль өҫтәмә түләү алған пенсионерҙарға һәм ай һайын балалар пособиеһына хоҡуҡлы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү хаҡында ҡарар ҡабул итте.

Әгәр был граждандар һанлы тапшырыу мөмкин булған биләмәлә йәшәһә, уларға телевизор өсөн һанлы приставкалар алыуға бер мең һумға тиклем аҡсалата компенсация түләнәсәк. Бының өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәктәренең урындағы филиалдарына йәки күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә инде һанлы телевидение ҡарау мөмкинлеге булмаған ерҙә йәшәгәндәргә юлдаш тәрилкәләре һатыу алыу һәм урынлаштырыу йәһәтенән ярҙам итеү ҡаралған. Был эш менән “Спутниктелеком” йәмғиәте шөғөлләнәсәк.

– Халыҡтың ярҙамға мохтаж ҡатламына, йәғни үрҙә әйтелгән ике категорияға был хеҙмәт бушлай күрһәтеләсәк, ә башҡалар юлдаш тәрилкәһен һәм башҡа ҡорамалдарҙы үҙҙәре һатып ала, беҙ урынлаштырабыҙ. Рәсәй Хөкүмәте һанлы телевидение ҡарау мөмкинлеге булмаған ерҙә йәшәгән кешеләр ҙә РТРС-1 һәм РТРС-2 мультиплекстарына ингән 20 федераль каналды бушлай ҡарарға тейеш, тигән башланғыс менән сығыш яһаны, – тип белдерҙе “Спутниктелеком” йәмғиәтенең генераль директоры Александр Руденко.

Бөгөн Башҡортостанда һанлы тапшырыуҙар өсөн 216 ҡоролма урынлаштырылған. Техник йәһәттән мөмкинлектәргә эйә граждандар әле үк һанлы телевидениеның өҫтөнлөктәрен юғары баһалай. Үкенескә ҡаршы, 700 самаһы тораҡ пункт – тулыһынса, тағы ла 500 тирәһе ауыл-ҡасаба өлөшләтә һанлы тапшырыуҙар ҡарау мөмкинлегенән мәхрүм. Тап бына уларға юлдаш тәрилкәләре һәм “Спутниктелеком” йәмғиәте ярҙамға киләсәк, ә республика Хөкүмәте ошо маҡсатта субсидия бүлә.

Тағы ла шул мәғлүм булһын: ағымдағы йылдың 3 июнендә Башҡортостанда федераль каналдар әлеге алымда (аналогта) күрһәтеүҙән туҡтаясаҡ. Ә беҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һанлы күрһәтеүгә күсмәһә лә, әлеге алымда эшмәкәрлеген дауам итәсәк. Яҡын киләсәктә төбәк телеканалдарын һанлы телевидениеға күсереү маҡсатында өсөнсө мультиплекс булдырыу күҙаллана.

Һанлы эфир тапшырыуына тоташыуға бәйле һорауҙар менән тәүлек әйләнәһенә эшләгән бушлай федераль “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына ла шылтыратырға мөмкин:
8-800-220-2002.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38

Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 40