Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Быймаларын кем баҫҡан...
Ауыл кешеһенә ҡарлы-буранлы, ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә йылы ла, уңайлы һәм дә йомшаҡ быймаһыҙ булмай, ҡышҡы аяҡ кейеменең иң шәбе ул, минеңсә.

– Быйылғы сатлама һыуыҡ ҡышта бер ҡасан да быйма кей­мәгән кешеләр ҙә беҙгә мөрә­жәғәт итергә мәжбүр булды. Балалар быймаһы ла бик үтемле, шулай уҡ быйма баштарына (ҡата) ихтыяж күп. Аяҡ кейемен көҙгө йөндән генә баҫабыҙ, сеймалды район халҡынан йыйып алабыҙ. Килтереп тә бирәләр, йөн хаҡына ҡушып быйма алыусылар ҙа бар, — ти “Көнкүреш хеҙмәте” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Фәнис улы Нурисламов.


Николо-Березовка ауылында урынлашҡан быйма баҫыу цехында әле эштең ҡыҙыу осоро, халыҡтан заказ күпләп килә. Хатта күрше райондарҙан да мө­рәжәғәт итәләр икән. Бина 1958 йылда сафҡа индерелгән, хеҙ­мәт­кәрҙәргә эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа булды­рыл­ған. 1958 йылғы йөн тетеү станогы бөгөн дә хеҙмәт итә, уны йәй ремонтлағандар. Тетелгән йөн артабан “Крокодил” тип аталған ҡоролмала махсус эш­кәртелә, йыйыу цехында була­саҡ быйманың үлсәме махсус ҡалыптар ярҙамында билдәләнә. Бер үк үлсәүҙең дә төрлө ҡалыптары бар: аяҡтың йыуан йәки нәҙек булыуы иҫәпкә алып яһалған. Ҡайнар һыуҙа йыуылып, йөн ултырғас, уны махсус ҡоролма ярҙамында эшкәртеп киптерәләр. Бынан тыш, башҡа махсус ҡоролмалар ҙа ҡуйылған. Әйткәндәй, миҙгелле эш булған­лыҡтан, быймаға ихтыяж октябрь – март айҙарына тиклем генә була. Бөгөн бында 17 кеше эш менән мәшғүл, йәштәр ҙә ҙур ихласлыҡ менән боронғо аяҡ кейеме етештереүҙә тырышлыҡ һала.

Әйткәндәй, быйма ғына баҫ­май­ҙар бында, халыҡҡа баш­ҡа хеҙмәт төрҙәре лә күрһәтелә. Һа­рыҡ йөнө ҡабул итәләр, йөндө таҙартып, тетеп тә бирә улар. “Көнкүреш хеҙмәте” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең быйма оҫталары быуындан быуынға тапшырылып килгән иң яҡшы йолаларҙы тергеҙеп, уны һаҡлап эшләй. Шуға ла тауарҙы сифаты, хаҡы һәм ныҡлы булғаны өсөн халыҡ яратып һатып ала.

Быйма баҫыу өсөн таҙа һарыҡ йөнө генә ҡулланыла, шуға күрә быймаларҙың фор­маһы яҡшы һаҡлана, ултырмай. Шунлыҡтан уларҙы экологик яҡтан таҙа продукция тип атарға мөмкин. Медицина белгестәре лә быйма­ларҙың ке­ше сәләмәтлегенә бик яҡшы йо­ғонто яһауын билдәләй. Һарыҡ йөнө дымды һурыу һәм парға әйләндереү, йылыны туплау һәләтенә эйә, шуға күрә ул һы­уыҡ үтеп сирләгәндә, ревматизм, радикулиттан һәм башҡа быуын-мускул сир­ҙәренән йонсо­ғанда организмға ыңғай тәьҫир итә.

Быйма баҫыу цехында һатып алыусылар өсөн уңайлы күргәҙ­мә залы ойошторолған. Унда үҙеңә кәрәкле төҫтәгеһен, төрлө үлсәмдәгеһен, бөхтә итеп баҫыл­ған, аппликация һәм төрлө һүрәттәр менән биҙәлгән аяҡ кейемен табырға мөмкин.

Бөгөн йәмғиәт бер айҙа 300 пар быйма етештереп, ҡулла­ныу­сыларҙы ҡулдан баҫылған аяҡ кейеме менән тәьмин итә. Нефтекама ҡалаһында үҙҙәре­нең сауҙа нөктәһе эшләй. Балтас, Ҡалтасы, Борай, Тәтешле, Краснокама райондары халҡы ла сифатлы продукцияға өҫтөн­лөк бирә икән. Ошо уҡ райондар халҡынан йөн һатып алалар.

Йәмғиәт төрлө конкурстарҙа ҡат­нашып, призлы урындар яу­ларға ла өлгөргән. “Башҡорт­остандың иң яҡшы тауары” республика конкурсында, мәҫәлән, дипломға лайыҡ булғандар. “Йыл эшҡыуары-2018” бәйге­һендә лә йәмғиәт данын йыраҡ­тарға таратҡан.

— Шөкөр, беҙ етештергән тауарҙарға ихтыяж ҙур, сифаты, ныҡлығы күптәрҙе ылыҡтыра, — ти Рөстәм Нурисламов. — Республика, район етәкселеге лә ярҙамынан өҙмәй, һәр яҡлап яҡлау булғас, эшкә дәрт ташып тора, күңел дә күтәренке.

Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 38

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 47

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 77

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 50

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың...

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Шаран районында шундай хәл булған: мәктәп уҡыусыһы йәмһеҙ итеп сыйылдаған тауышҡа...

Тотош уҡырға 103

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы?

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Сит илдәрҙә булған кешеләр белә: күп ерҙәрҙә урамдарҙы шампунь менән йыуалар....

Тотош уҡырға 65

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә!

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Ғафури районының Красноусол ауылында район ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 66

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс...

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары торлаҡ йорттар планын үҙгәртеүгә контролде арттырырға йыйына. Был...

Тотош уҡырға 56

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто 20.03.2019 // Йәмғиәт

Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсының республика этабы уҙҙы....

Тотош уҡырға 59

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй?

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Был хаҡта иң тәүҙә махсус үҙәк хеҙмәткәрҙәре белә....

Тотош уҡырға 79

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 76

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 77