Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәнгә ылығыуында ата-әсәһенең йоғонтоһон тойған

“Кеше булып ҡалыу – төп маҡсаттарымдың береһе”

“Нимә әйтергә теләгәнегеҙ үҙегеҙгә асыҡ булмайынса, ғәҙәти һәм аныҡ һүҙҙәрҙе эҙләп ыҙа сикмәгеҙ. Әгәр башығыҙҙа фекерегеҙ әҙер булһа, кәрәклеләре беренсе саҡырыуҙа уҡ үҙҙәре килеп етәсәк”, тигән француз шағиры Никола Буало. Ситтәргә фекереңде еткерә алыу – ҙур талант. Берәй нимәгә ҡарашыңды белдереү ҙә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Ғөмүмән, әҙәм балаһы ғүмере буйы белем эстәгән, ә инде уҡымайынса әйтер һүҙеңдең булыуы мөмкин түгел. Китап тигән ғәжәйеп серле утрауға аяҡ баҫтыңмы, унан сығырмын тимә, ул һине яйлап үҙенә ылыҡтыра, төпкәрәк әйҙәй бара. Тиккә генә китапты белем донъяһының тылсымлы бер инеше менән сағыштырмайҙар. Ғалимдар аңлатыуынса, ғөмүмән, уҡыу әҙәм балаһына күңел торошон тигеҙлектә тоторға ярҙамлаша, шул уҡ ваҡытта камиллыҡҡа ынтылырға ла булышлыҡ итә. Унан инде ғилемгә ынтылыш барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, Рәсәй фәне көнө уңайынан филология фәндәре кандидаты Раушания СОЛТАҠАЕВА менән әңгәмә ойошторҙоҡ.

– Башта гәзит уҡыу­сы­ларҙы үҙегеҙ менән таныштырып үте­геҙ әле. Ҡайһы яҡтан, ниндәй юғары уҡыу йортон тамамла­нығыҙ, ғилми етәксегеҙ кем булды?

– Ишембай районының хозур тә­биғәтле, сылтырап ағып ятҡан Шиҙе йылғаһы буйында, Тирмән менән Ҡыҙ­ҙар тауҙары ҡосағында ултырған Арлар ауылында тыуып үҫтем. Ауылымдың шишмә һыуын һыулап, йәмле туғайҙарының, ҡуйы урма­нының ҡыҙарып бешкән еләк-емешен тәмләп үҫкәнгәме, әллә инде ғаиләлә иң төпсөк ҡыҙ бала булып тыуған­ға­мы, бәләкәйҙән хис-тойғоло, йомшаҡ кү­ңелле, баҫал­ҡы, һәр нәмәгә лә ет­ди ҡарашлы, үтә тыңлаусан, оялсан булып буй еткерҙем. Башланғыс белемде тыуған ауылымда алдым, аҙаҡ күрше генә ятҡан Һайран ауылында урта мәктәпте тамамланым.

Ғаиләлә апайым-ағайымдар мате­матика, физика, тарих фәнен һайлап, ошо өлкә буйынса уҡы­тыусы, табиптар булғанғамы, ниңәлер бәлә­кәй­ҙән үҙемде йә математика уҡы­тыусыһы, йә врач итеп күрә инем. Мәк­тәптә уҡыған йылдарымда уҡы­тыусым Абдрахман Ғимран улы Хәй­буллин математика буйынса төрлө олим­пиа­даларға әҙерләп, етди шөғөлләнә торғайны минең менән. Математика фәнен шул тиклем яраттым, уҡытыу­сым менән ҡатмарлы мәсьә­ләләрҙе бергәләшеп сисә инек. Әйткәндәй, Абдрахман авый (уҡы­тыу­сыларҙы ололап беҙҙә шулай өндәшәләр) – райо­ныбыҙҙа иң көслө матема­тиктарҙың береһе. Ғөмүмән алғанда, Һайран урта мәк­тәбендә барлыҡ уҡытыусыла­рым да төплө белем биргән, үҙ эшен яҡшы белгән, ижади ҡараш­лы, заман талаптарын аңлаған кешеләр булды. Телгә ҡарата һөйөүем еңеп сыҡ­тымы, 1993 йылда, XI класты тамамлап йөрө­гәндә, математика уҡытыусыһы булам тигән фекеремде ҡырҡа үҙгәрт­тем. Баш­ҡорт дәүләт универси­тетының баш­ҡорт фило­логияһы һәм журналис­тика факультетына уҡырға ингәс тә башҡорт тел ғи­ле­ме менән ҡыҙыҡһы­на башланым. Һүҙҙәр шулай уҡ һандар донъяһы кеүек теүәл, эҙмә-эҙлек­ле, төҙөлөшө буйынса билдәле формаларҙан төҙөлгән икәненә төшөндөм, математика менән тел ғилеменең ниндәйҙер уртаҡ яҡтарын таптым. Юғары уҡыу йортонда иһә мине был ҡыҙыҡлы донъяға филология фәндәре докторы, профессор Мөхтәр Хөснөл­хаҡ улы Әх­тәмов алып инде, юл күрһәтте, серҙәрен асты. Аҙаҡ уҡып бөтөп, диплом алғас, аспирантурала уҡыуымды дауам иттем һәм уның етәкселе­гендә “Баш­ҡорт телендә ҡушма ҡылым­дарҙың структур-семантик үҙенсәлектәре” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым.

– Әле үҙең билдәләп үттең, баҡтиһәң, Ниғмәтул­линдарҙың ғаиләһендә Раушания – ғилми эш менән шөғөлләнеүсе берҙән-бер бала. Һеҙ фән менән ҡасан ҡыҙыҡһына башланығыҙ?
– Ғаилә тураһында һүҙ сыҡ­ҡас, атай менән әсәйҙе телгә алмау яҙыҡ булыр төҫлө. Атайым – Абдулхай Абдулхаҡ улы ғүмере буйы ауыл хужалығы буйынса етәксе урындарҙа эшләп, оҙаҡ йылдар колхоз бригадиры вазифаһын баш­ҡарҙы, алдынғы ҡарашлы, йор һүҙле, уҡымышлы кеше ине, ауылдаштары араһында оло хөрмәт ҡаҙанды. Әсәйем – Ғәйнамал Ғәле ҡыҙының исеме Почет таҡтаһынан төшмәне. Үҫмер сағынан уҡ колхозда һауынсы булып эшләп, бер ҡасан да алдынғылыҡты бир­мәне. Тырышлығы, уңғанлығы, егәрле­леге, сабыр холҡо, сәмселлеге күптәргә өлгө булды. Үҙәк өҙгөс моңло тауышы менән ауылыбыҙҙа ғына түгел, районыбыҙҙа ла дан тотто. Халҡыбыҙҙың “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”, “Ҡарурман”, “Илсе Ғайса” кеүек аҫыл йырҙарын ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем күңел ҡылдарын тетрәндерерлек итеп баш­ҡарҙы. Атайым да, әсәйем дә бына шундай оло йәнле, эшһө­йәр, талантлы, абруйлы кешеләр булғанғалыр инде, һәр беребеҙҙе үҙҙәре кеүек үк тәрбиәле, тәртипле, түбәнсел сифаттарға эйә булырға өйрәтте, юғары белем алырға ярҙам итте. Тормошта һөнәр һайлау атай-әсәй кәңәшенән тыш башҡарылманы.
Атайыбыҙ ни тиһә, шул юлдан барырға тырыштыҡ, шул һөнәргә уҡыныҡ. Уйлап ҡара­һаң, туғыҙ баланы ла уҡытыу, кеше итеү, аяҡҡа баҫты­рыу, ҙур тормошҡа сығарыу бер ҙә еңел булмаған бит. Әле булһа иҫем­дә, V-VI кластарҙа уҡып йөрөгән сағымда атайым миңә: “Уҡытыусы­ларҙың уҡытыу­сыһы булырһың”, – тигәйне шаяртып ҡына. Был ысынында иһә мәрәкә һүҙ булмаған. Йылдар үткәс, ошо әйткәндәргә тоғро ҡалып, үҙ юлымды студенттар уҡытыуҙа, фәндә шө­ғөлләнеүҙә таптым, шуға күрә лә фән менән шөғөлләнә баш­ла­уымдың тәүге нигеҙҙәрен атайым менән әсәйем һал­ғандыр тип уйлайым.

Әсәйемдең башҡорт халыҡ йырҙарын илһамланып баш­ҡары­уы­нан күңелемдә туған телде, халыҡты, әҙәбиәтте яратыу хистә­ре тыуҙы. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, атайым ул көндәрҙе күрә алманы. Юғары уҡыу йортон тамамлап, ғилем тауҙарына үрмәләүемдең тағы икенсе яғы – ул юлымда һәр саҡ изге күңелле, дөрөҫ һуҡмаҡ ярыусы уҡытыусы-ғалим­дар­ҙың тап булыуынан киләлер, моғайын. Ә был һуҡмаҡты миңә, алдан әйтеп үтеүемсә, ваҡытында профессор Мөхтәр Әхтәмов ярғайны, кәңәш­тәрен биргәйне. Күптән түгел үҙе­нең 90 йәшлек олуғ ғүмер байрамын билдәләгән телебеҙ аҡ­һаҡа­лы Мөхтәр Хөснөлхаҡ улының бөгөн дә кәңәштәренә мохтажмын, уға сикһеҙ рәхмәтлемен.

БДУ-ға уҡырға инеп уҡый башла­ғас та, тәүге курстарҙан уҡ фәнни-ғә­мәли конферен­цияларҙа сығыш яһай башланым, телдең нескәлек­тә­рен өйрәндем. Бигерәк тә телдең төҙөлөшө, һүҙҙәрҙең яһалыш мәсьә­ләләре ҡыҙыҡһын­дырҙы. “Хәҙерге башҡорт телендә ҡушма ҡылым­дарҙың яһа­лышы” исемле моногра­фиям­дың донъя күреүе – һүҙҙәрҙең төҙөлөшөн өйрәнеүҙең тәүге һөҙөмтәһе.

– Һеҙ Башҡорт дәүләт универ­си­тетының Нефтекама филиалында эшләнегеҙ. Шул осор күңе­легеҙҙә ниндәй хәтирәләр һаҡлай?
– Эйе, БДУ-ның Нефтекама филиалында эшләгән йылдар – ул ғүмеремдең иң татлы, иң наҙлы, иң уңышлы осоро. Коллегалары­быҙ менән хәҙер ул ваҡытты һағынып ҡына иҫкә алабыҙ. Өфөнө ҡалдырып Нефтекамаға сығып китеү, әлбиттә, еңел түгел ине. Университеттың башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы ассистенты булып эшләп йөрөгән сағымда, 2003 йылда, факуль­тетыбыҙ деканы, профессор Марат Зәйнуллин эш сәфәре менән Нефтекамаға ебәрҙе. Шул саҡта БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры, танылған публицист, журналист, философия фән­дәре докторы Октябрь Вәлитов үҙе етәкләгән уҡыу йортона эшкә саҡырҙы. Кәңәшле эш тарҡал­маҫ, тигәндәй, был яңылыҡты ҡай­тып әсәйемә кәңәш иттем. Ғәзиз кешемдең: “Ҡайҙа ла бер ҡояш, ҡыҙым”, – тигән һүҙенән һуң был ҡа­рарымды тормошҡа ашырырға ниәт­ләнем. Октябрь Кәли­мулла улының тәҡдимен, Марат Вәли улының фа­тихаһын, әсәйемдең кәңәшен оло яуаплылыҡ менән ҡабул иттем. Ва­ҡытында дөрөҫ юл һайлай белеүемә, маҡсатымды тор­мошҡа ашырғаныма әле булһа шатланам. Филиал миңә бары­һын да бирҙе: ике бүлмәле фатирын да, тормош иптәшен дә, балаларҙы ла, көслө эш тәжрибәһен дә! Шуға ла “Нефтекама – беҙҙең йәшлек ҡалаһы” тип әйтер инем. Унда Башҡортостаныбыҙҙың төнь­яҡ-көнбайышынан йыйылған студенттар белем алды. Араларында телде белгәндәре лә, белмәгәндәре лә осраны. Шулай ҙа уларға тел тотҡарлығы бер нисек тә ҡамасау итмәне, киреһенсә, башҡорт телен шул тиклем мауығып, ҡыҙыҡһы­нып, яратып уҡынылар, диалектологик, фольклор практикаларында халыҡ ижады үрнәк­тәрен йыйып, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенсәлек­тәрен өйрәнеп, ғилми-тикшеренеү эштәре алып барҙылар.

Вузда эшләү осоробоҙ республикала башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуға иғтибар­ҙың көсәйгән сағына тура килде һәм беҙ шуның менән дә бәхетле һананыҡ үҙебеҙҙе. Мәктәп­тәрҙә башҡорт телен уҡы­тыуға сәғәт­тәрҙең күпләп бүленеп, уҡытыусы­ларҙың етмәгән мәле ине, шуға күрә лә ҡайһы бер студент­тарыбыҙ ҡулдарына диплом алыр-алмаҫтан тура мәктәптәргә юлланды. Хатта өс йыл рәттән уҡытыусы­ларҙың квалифика­цияһын камиллаштырыу курстары ойошторорға ла тура килде.

Республикабыҙҙың тотош төнь­яҡ-көнбайыш төбәгендә башҡорт телен өйрәнеүҙә, үҫтереүҙә һәм һаҡлап ҡалыуҙа, башҡорт теле һәм әҙәбиәте өсөн кадрҙар әҙер­ләүҙә, ҡала­ның терминологик комис­сияһында тәржемә эштәрен алып барыуҙа бихисап эштәр башҡарҙыҡ, методик әсбаптар, программалар сығарҙыҡ, ошо төбәктең тел үҙенсәлектәрен тикшереп, коллегаларыбыҙ менән “Ғәйнәләр: халҡым, телем, тарихым” (Г.Ғ. Байбулатова, Р.Ғ. Алсынбаева авторҙашлығында) исемле уҡыу ҡулланмаһын баҫ­тырҙыҡ. Ғөмүмән, хеҙмәт юлым­дың БДУ-ның Нефтекама филиалында үткән ваҡыты – иң ҡәҙерле йылдарым. Ошо төбәктә башҡорт теленең, әҙәбиәтенең, мәҙәниә­тенең үҫешенә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән сикһеҙ ғорур­ланам. Бөгөн уҡыусыларым­дың күбеһе, һайлаған һөнәр­ҙәренә тоғро ҡалып, был тормошта үҙ урынын тапты. Студенттарымдың яулаған үрҙәрен, ҡаҙаныштарын күреп шатланам. Ҡыҫҡаһы, Нефтекама ҡалаһына заманында “илап” китһәм дә, “йырлап, байып” ҡайттым тиһәм, бер ҙә хата булмаҫ, моғайын.

– Нисек уйлайһығыҙ, тикше­ре­неүҙәрегеҙҙең файҙаһы ха­лыҡҡа ҙурмы?
– Белеүебеҙсә, төрки телдәр, шул иҫәптән башҡорт теле, аналитик формаларға ҡоролған һәм бай булыуы менән айырылып тора. Был телдәрҙә, рус теле менән сағыш­ты­рып ҡарағанда, аналитик формалар бик күп. Хатта әйтер инем, башҡорт хал­ҡының да, башҡа төрки халыҡ­тарҙың да уйлау, фекер йөрөтөү ҡеүәһе аналитизмға бәйле. Мәҫәлән, башҡорт телендә ҡылымдың заман, һөйкәлеш, модаллекте бел­дереүсе формалары аналитик ҡылымдар, йәғни икенсе төрлө әйткәндә, ҡушма ҡылымдар ярҙамында белдерелә. Әй­тәйек, ярҙам итеү, ант итеү, ғашиҡ булыу, гонаһ ҡылыу, илап ебәреү, уҡып сығыу, ҡайтып китеү, һөйләп бөтөү, йырлай торғайны, һөйләп бирер ине, төшөп китә яҙҙы һ.б. Ундай формалар телебеҙҙә бихисап. Улар бер нисә һүҙҙән төҙөлһә лә, мәғәнәһе яғынан бер процесты аңлата. Ә урыҫ теле – ул синтетик формаға ҡоролған тел.

Сағыш­тырайыҡ: заплакал, упал, доехал, прилетел, влюбился, рассказал, клялся һүҙҙәре яҙылышта бер һүҙ ярҙамында бирелеп, бер процесты ғына аңлатыусы һүҙ формалары. Бына ошо яҡтан ҡарағанда, тикшеренеү өлкә­һенең теоретик яҡтан да, ғәмәли яҡтан да файҙаһы бик ҙур. Ҡушма ҡылымдарҙың төҙөлөшөн беҙ тағы ла тәрә­нерәк өйрәнеп, бәлки, килә­сәктә башҡорт халҡының донъяға ҡарашын, фекер йөрөтөү ҡеүәһен дә белә алыр инек. Үҙ сиратында, рус телле аудитория өсөн дә, журналистар өсөн дә сағыштырма грамматиканы өйрәнгәндә лә, методик яҡтан да ғилми эҙләнеүемдең файҙаһы ифрат ҙур, тип уйлайым. Ҡушма ҡылымдар әлегә тел ғиле­мендә бик аҙ ғына процентта өйрәнелгән, тип төплө ҡарарға килә алам.

– Мәктәптә уҡыусы бала­лар­ҙың ғилми ойошмаһы уңышлы эш­ләй. Уның ҡара­уы, ҡыҙ һәм егет­тәр алып барған тикшере­неүҙәр тура­һында төрлө һүҙҙәр йөрөй. Хатта ул башланғыс клас­тар­ҙан уҡ өйрәнелергә тейеш тигән фекер ҙә ишетелеп ҡала. Һеҙ бының менән килешә­һегеҙме?
– Был фекер менән тулы­һынса ки­лешәм. Бөгөн мәға­риф система­һында мәктәп менән вуз араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылырға тейеш.
Бындай бәйләнеште үҫтереү маҡ­сатында күп кенә юғары уҡыу йорттары программалар, махсус курстар төҙөй, балаларҙы юғары уҡыу йортона әҙерләү буйынса дәрес­тәр үткәрә, уҡыусыларҙы фәнни-тикше­ренеү эштәренә ылыҡтыра, мәктәп базаһында ғилми-ғәмәли конференциялар ойоштора, семинарҙар уҙғара һ.б. Бындай сараларҙа уҡыу­сы­лар­ҙың уңыштары ла, һәләте лә, ынтылыштары ла асыла һәм ул, әлбиттә, ошолар нигеҙендә үҙен киләсәктә кем булырын, тормошта урынын күҙ­аллай ала. Әле ҡайһы бер вуздарҙың мәктәптәрҙә тәж­рибә майҙансыҡтары булдырылыуы, миңә ҡалһа, үҙ һөҙөм­тәһен күрһәтте лә инде. Рә­сәйҙә һәләтле балалар менән эшләүсе үҙәктәр барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ниге­ҙендә уңышлы эшләп килгән “Һәләтле балалар үҙәге”н генә миҫалға килте­рергә мөмкин. Ул тап мәктәптәр өсөн бул­дырылған. Унда уҙғарылған төрлө конкурстар, ижади се­минарҙар ни­геҙендә уҡыу­сылар артабанғы юлын нәҡ ошо университет менән бәй­ләй. Ысынлап та, республи­кабыҙҙың бик күп ул һәм ҡыҙҙары, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетында ойошторолоп килгән ошо Үҙәк нигеҙендәге “Илһам” конкурсында ҡатнашып, үҙ һәләт­тәрен асты һәм артабан ошонда уҡырға ҡалды.

– Киләсәккә ҡорған уй-ниәттәрегеҙҙе лә белге килә.
– Халҡыма, телемә, фәнгә тоғро хеҙмәт итеү, һәр ерҙә лә Кеше булып ҡалыу – төп маҡсаттарымдың бе­реһе. Башҡарылғандарына ҡараған­да, тормошҡа ашырылаһы, алда эш­лә­нәһеләре лә бик күп. Бөгөн Зәйнәб Биишева исе­мендәге Башҡортостан “Китап” нәшриә­тендә үҙ вазифамды шул тиклем яратып, мөкиббән китеп, ҙур ихласлыҡ менән башҡарам. Бында эшкә килгәс, бик күп авторҙар, яңы сыҡҡан китаптар менән танышып, нур, яҡтылыҡ сәсеп торған китап донъяһына, бөтөнләй икенсе даирәгә килеп ингәндәй хис иттем үҙемде. Әлбиттә, М. Аҡ­мулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универси­тетындағы эшемде лә параллель рәүештә алып барам. Әйткәндәй, Өфөгә ҡайтҡас, артабанғы хеҙмәт юлым әле генә телгә алған университет менән бәйле булды. Фәнде үҫтереү, респуб­ли­ка­быҙға һәләтле уҡы­тыусылар әҙерләү кеүек һәм башҡа оло маҡ­саттар йөкмәгән, заманса ҡарашлы, абруйлы етәксеһе, эшһөйәр коллективы, уңған студенттары менән дан тотҡан Башҡорт филологияһы факультетында хеҙмәт юлымды дауам итеүем менән дә бәхетлемен.

Һүҙемде XIX быуаттың суфый-шағиры Әбелмәних Ҡар­ғалының шундай һүҙе менән тамамлағым килә: “Ғилемең камил булыу – бөтмәҫ дәүләт ул, дәрәжә менән мал бер килер ҙә бер китер ул”. Беле­мебеҙ, ғилемебеҙ, аҡылыбыҙ менән бай булайыҡ, һәр заманда ла, һәр урында ла матурлыҡты күреп йәшәйек!

– Раушания Абдулхай ҡыҙы, ихлас һәм йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Фән юлынан ышаныслы аҙымдар менән атлауығыҙ­ҙы артабан да дауам итегеҙ!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 38

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 47

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 77

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 50

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың...

Ул сыйылдаһа – иҫән ҡалаһың... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Шаран районында шундай хәл булған: мәктәп уҡыусыһы йәмһеҙ итеп сыйылдаған тауышҡа...

Тотош уҡырға 103

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы?

Һеҙҙә урамды шампунь менән йыуалармы? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Сит илдәрҙә булған кешеләр белә: күп ерҙәрҙә урамдарҙы шампунь менән йыуалар....

Тотош уҡырға 65

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә!

Ҡатындарҙың аҫылдары – беҙҙә! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Ғафури районының Красноусол ауылында район ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 66

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс...

Йортта бер үҙең генә йәшәмәгәс... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары торлаҡ йорттар планын үҙгәртеүгә контролде арттырырға йыйына. Был...

Тотош уҡырға 56

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто

Күкҡуяндар миллион ике йөҙ мең һум отто 20.03.2019 // Йәмғиәт

Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы муниципаль практика” конкурсының республика этабы уҙҙы....

Тотош уҡырға 59

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй?

Иртәгәгә һауа торошо ниндәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Был хаҡта иң тәүҙә махсус үҙәк хеҙмәткәрҙәре белә....

Тотош уҡырға 79

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа

Республика етәксеһенән – яҡшы баһа 19.03.2019 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эшенә яҡшы баһа бирҙе....

Тотош уҡырға 76

Белореттар ҡор йыйҙы

Белореттар ҡор йыйҙы 19.03.2019 // Йәмғиәт

Белоретта район башҡорттары ҡоролтайы үтте....

Тотош уҡырға 77