Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өйҙәре генә түгел, күңелдәре лә киң
Өлгөлө ғаилә Стәрлетамаҡ районында йәшәй.

“Башҡортостан” гәзите өлгөлө ғаиләләрҙе даими яҡтырта килә. Уларҙың сынъяһау донъяһына, янып торған күҙҙәренә, сәскәләй балаларына, әсәй менән атайҙың бер-береһенә һөйөү хисенә һәм ихтирамына ҡарап, башҡа ғаилә­ләр ҙә өлгө ала, шундай камил­лыҡҡа һәм аһәңлеккә ынтыла.

Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылынан тап ошондай өлгөлө ғаилә­ләрҙең береһе Зөлфиә менән Рәмил Насировтар быйыл бергә йәшәүҙәренә 20 йыл тулыуҙы туйлаясаҡ. Улар дүрт балаға ғүмер биргән, үҙ көстәре менән яландай ҙур, матур өй һалған, ишле мал, ҡош-ҡорт тоталар. Йорт хужаһы Рәмил Рауил улы Когалым ҡалаһын­дағы нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә вахта ысулы менән оператор булып эшләй, хужабикә Зөлфиә Әнүәр ҡыҙы иһә – Наумовка дауаханаһында шәфҡәт туташы, ауыл халҡының һаулығын хәстәрләй.

Өлкән улдары Айнур – Башҡорт­ос­тан дәүләт аграр университетының икенсе курс студенты. Икенсе улдары Рөстәм 9-сы класта белем ала, техник фәндәр менән мауыға. Район ғилми-техник олимпиадаһында – икенсе, XXIII “Йәштәр технопаркы” республика йәш техниктар, конструкторҙар һәм рацио­на­лиза­торҙар слетында беренсе урындар яулаған егет роботтар эшләү менән дә әүҙем шөғөл­ләнә икән. Улай ғына ла түгел, Рөстәм урындағы хоккей командаһы ағзаһы ла.

Ҡыҙҙары ла һынатмай, Ләйсән 6-сы класта “бишле” билдәләренә генә уҡый, театр, бейеү түңәрәктәренә йө­рөй, ши­ғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә әү­ҙем ҡатнаша, район, республика кимә­лендә генә түгел, Рәсәй буйынса олим­пиада­ларҙа алдынғы урындар яулай. Ә шулай ҙа ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө һүрәт төшөрөү икән. Йәш рәс­сам сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлегендә уҡый, “Ҡурай сәскәһе”, “Баш­ҡортостан ынйыһы” һәм башҡа ижади бәйгеләрҙә еңеүгә өлгәшә.

Кинйә ҡыҙҙары Әлиәнең дә апаһы­нан ҡалышмаҫҡа ниәте. Беренсе клас­та ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, төрлө түңәрәктәргә яҙылған, бигерәк тә бейеү менән ихлас шөғөлләнә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ барғанда хужабикә уҡыуҙа булып ҡалды, уның ҡарауы, тәмле сәй, алсаҡ йөҙ менән Зөлфиә Әнүәр ҡыҙының әсәһе Фәүзиә инәй ҡаршы алды. Билдәле сәсәниә, шағирә, китаптар авторы Фәүзиә Ҡотло­гилдина-Алтынбикә күптәргә яҡшы таныш. Ул үҙе ижад итеп, сығыш яһап ҡы­на ҡалмай, республика, Рәсәй кимә­лендә төрлө сәсәндәр бәйгеләрен дә ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Тел, мил­ләт һағында торған сәсәниәнең ейән-ейәнсәрҙәренә тәрбиә йоғонтоһо менән ҡыҙыҡһынам.

– Туған телде белеп, һөйләшеп үҫһен­дәр, тип тырышам тәү сиратта. Каникул мәлдәрендә миңә ҡунаҡҡа килгән саҡтарында төрлө йырҙар ҙа өйрәтәм. Үҙ балаларымды ла шулай үҫтерҙем. Беҙ йәшәгән Ғафури районы Родина ауылында урыҫ мәктәбе булды, башҡорт теле дәрестәре бөтөнләй уҡытылманы. Әммә беҙ ғаиләбеҙ менән өй эсендә башҡортса ғына аралаштыҡ, шуға күрә ҡыҙҙарым туған телде белеп үҫте, быға һөйөнөп бөтә алмайым. Хәҙер килеп улар: “Рәхмәт инде, әсәй, тиҫтерҙәребеҙ үҙ телдәрен белмәгәндә, беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ!” – ти.

Йорт-ҡуралары ғына түгел, күңел­дә­ре лә киң булып сыҡты Насиров­тар­ҙың. Үҙҙәренең дә, уларҙы уратып алған­дарҙың да тормоштарын йәмләп йәшәгән, хеҙмәт һөйгән, балаларын кескәй саҡтан эшкә, милли үҙаңға өйрә­теп үҫтереп кенә ҡалмай, уларҙа сән­ғәткә һөйөү тәрбиәләгән, һәр береһенең күңел ауазын ишетеп, яратҡан шөғөл­дәре менән мауы­ғыуҙарына юл асып, был өлкәлә бейеклектәр яулашырға ла ярҙам иткән ошондай әсәй, атай һәм өләсәйҙән күптәр үрнәк алһын ине, тип теләге килә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 0

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 0

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 35

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ"

"Илебеҙҙең тоғро улдары икәнебеҙҙе тоябыҙ" 22.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың иң ҡыйыу ир-аттарын – хәрбиҙәрҙе –...

Тотош уҡырға 30

Көслө һәм ҡеүәтле

Көслө һәм ҡеүәтле 22.02.2019 // Йәмғиәт

Владимир Путин быйылғы Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенең иң ҙур өлөшөн ҡоралланыу, яңы...

Тотош уҡырға 26

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай

Ут һаҡһыҙлыҡты яратмай 22.02.2019 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала бихисап кеше янғындан һәләк булды, араларында балаларҙың күп булыуы...

Тотош уҡырға 35

Улар беҙгә – үрнәк

Улар беҙгә – үрнәк 22.02.2019 // Йәмғиәт

Аҡһаҡалдар урамдан үтһә, донъя яҡтыра....

Тотош уҡырға 30

Йәш сик түгел

Йәш сик түгел 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Ауыл табибы” программаһы өр-яңы һулыш аласаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр бөтөрөләсәк, 50 йәште уҙған...

Тотош уҡырға 49

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай

Үҙ ғүмерҙәре тураһында уйламай 22.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәрҙең гражданлыҡ форумында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ...

Тотош уҡырға 32

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана

Көтөп алған ял... фажиғә менән тамамлана 22.02.2019 // Йәмғиәт

Был хәл февралдең башында Вьетнамда була. Туймазы районының Ҡандра ауылы кешеһе – 48 йәшлек Наил...

Тотош уҡырға 203

Самолетта осоп ҡына....

Самолетта осоп ҡына.... 22.02.2019 // Йәмғиәт

Тиҙҙән Өфөнән Рәсәйҙең барлыҡ миллионлы ҡалаларына самолетта осоу мөмкинлеге тыуасаҡ....

Тотош уҡырға 40

“Ҡариҙел буйында ҡалам...”

“Ҡариҙел буйында ҡалам...” 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хеҙмәт кешеһенең ҡәҙере бар....

Тотош уҡырға 38